23 июл. 2012 г.

КӘҢӘШМӘЛӘР

    ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛ ИНДЕРЕЛДЕ

     БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу, урман янғындарына бәйле хәлде яйға һалыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡышҡа хәстәрләү, республика адреслы инвестиция программаһының урындарҙа үтәлеше, социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.
   
    – Быйыл республика аграрийҙарына 1 млн 700 мең гектарҙа иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алыу бурысы тора, – тип билдәләне Азамат Фәттәх улы. – Ҡоролоҡ, аномаль эҫелек арҡаһында быйыл уңыш былтырғынан күпкә түбән. Шуға ҡарамаҫтан, 2 млн тонна самаһы иген йыйып алыу мөмкинлеге бар.

    Ҡатмарлы һауа шарттары мал аҙығы әҙерләүгә лә кире йоғонто яһаны – әле шартлы һәр баш малға ҡарата ни бары 10 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Бөгөндән республиканың 18 районында (был исемлеккә Урал аръяғы, шул иҫәптән Баймаҡ районы ла инә. – авт.) ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Ҡоролоҡтан ҡаза күреүселәргә ярҙам буласаҡ.
 
    Мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәренең барышы менән БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Н.А. Коваленко, урман янғындарына бәйле хәл менән урман хужалығы министры Р.Б. Нәбиуллин таныштырҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡа әҙерләү хаҡында ТКХ министрының беренсе урынбаҫары Ю.Е. Кислицын, социаль торлаҡ төҙөү эштәренең барышы тураһында БР Социаль торлаҡ төҙөү фондының генераль директоры Д.Р. Миңлебаев һөйләне. Республика адреслы инвестиция фондына ярашлы урындарҙа объекттар төҙөү барышы менән БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Х.М. Мәхмүтов таныштырҙы.
 
    Һуңынан кәңәшмә район кимәлендә дауам итте. Унда сығыш яһап, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров бөтә көстө мал аҙығы әҙерләүгә, булған уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға йүнәлтергә, башҡа тармаҡтарҙағы эштәрҙе етди контролдә тоторға ҡушты.
 
    Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.