23 июл. 2012 г.

БЕҘҘЕҢ ИНТЕРВЬЮ

ЯБАЙЛЫҠ, ЫШАНЫСЛЫЛЫҠ ҺӘМ АСЫҠЛЫҠ –

клиенттар менән эшләүҙә төп принциптар

   
    Сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һы ышаныслылыҡ буйынса иң эре өс Рәсәй банкы рәтенә инде. Банктың Башҡортостан төбәк филиалының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы Ә.Һ. Байсурин менән ойошторолған әңгәмәлә коллективтың бөгөнгө эшмәкәрлеге, халыҡты хеҙмәтләндереүҙең яңы төрҙәре, кредит биреү үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
   
    – Әхәт Һиҙиәт улы, ярты йыллыҡ эш йомғаҡтары тураһында ниҙәр әйтергә мөмкин?
    – Банк хеҙмәттәре күрһәтеү баҙарында беҙҙең офис ете йыл эшләй һәм Баймаҡ, Бөрйән райондары, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары халҡын хеҙмәтләндерә. Ошо йылдар эсендә беҙ даими рәүештә банк хеҙмәттәре күрһәтеү күләмен арттыра барабыҙ, эш планын тотороҡло үтәйбеҙ. Әйтәйек, быйылғы ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре лә яҡшы. Мәҫәлән, дөйөм кредит портфеле буйынса план 110 процентҡа, шул иҫәптән бәләкәй бизнесҡа 146 процентҡа, ә физик берәмектәргә кредит биреү буйынса план 120 процентҡа үтәлде. Шуныһы үҙенсәлекле, һуңғы өс йылда беҙҙең офис Рәсәй ауыл хужалығы банкының Башҡортостан төбәк филиалының 39 өҫтәмә офисы араһында физик берәмектәргә кредит биреү күләме буйынса тотороҡло 1-се урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта вкладтар һәм иҫәптәрҙә ҡалған аҡса саралары буйынса ла пландар арттырып үтәлде.

    – Банк клиенттарын хеҙмәтләндереү системаһында һуңғы осорҙа ниндәй яңылыҡтар булды?
    – Үткән йылдың ноябрендә “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ЯСЙ-һының төбәк филиалы Пенсия фонды менән килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, хәҙер пенсионерҙар пенсияны беҙҙең банк аша алыу мөмкинлегенә эйә. Шуныһы үҙенсәлекле, “Пенсия” вкладында аҡса ҡалған осраҡта, йылына 6,25 процент өҫтәлеп тора. Вкладсылар теләгән ваҡытта аҡсаны алыу мөмкинлегенә эйә, проценттар ҡалған вкладҡа өҫтәлә. Хеҙмәтләндереү уңайлы булһын өсөн пластик карта алырға була. Банкта аҡса алыу өсөн терминал эшләй. Шулай уҡ универмаг һәм сауҙа-сервис комплексы биналарында банкоматтар урынлаштырылған.
    Беҙ, нигеҙҙә, ауыл халҡы менән эшләйбеҙ һәм хеҙмәтләндереү процедураһын ябайлаштырыу сараһын күрәбеҙ. Кредиттар биреү автоматлаштырылған. Мәҫәлән, ҡулланыусы кредиты алыуға документтар тапшырғас, клиент өсөнсө көнөнә үк аҡсаны ала. 50 мең һумға тиклем кредиттар поручителдәрһеҙ бирелә.
    – Банк бөгөн кредиттың ниндәй төрҙәрен тәҡдим итә?
    – ”Пенсия” кредиты уны түләп бөткәнгә ҡәҙәр 75 йәше тулмағандарға бирелә. Бында бер шарт бар: пенсионер пенсияны беҙҙең банк аша алырға тейеш. Быйыл март айынан шәхси эшҡыуарҙар өсөн “Рациональ” һәм “Уңайлы” исемле кредиттар бирелә башланы. Тәүгеһе 5 йылға бирелә, күләме – 1 млн һумдан 15 млн һумға тиклем. Икенсеһен 6 айҙан 3 йылға тиклем залогһыҙ һәм поручителдәрһеҙ алырға мөмкин (200 мең һумдан алып 1 млн һумға тиклем). Әйтергә кәрәк, уларҙың  проценттары түбән.
    Шул уҡ ваҡытта шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә кредит биреү дауам итә. Бында бер тапҡыр алғанда 700 меңгә тиклем бүленә, йыллыҡ проценттар ҙа түбән. Кредитын ҡаплаған һәм яҡшы кредит тарихы булған клиентҡа, уңышлы партнер булараҡ, артабан льготалы ссуда алыу мөмкинлеге бар. Ҡулланыусы кредиты алыусы ышаныслы клиенттар өсөн түләү проценты түбәнәйтелә.
    Беҙгә йыш ҡына икенсе банктарҙан “һемәйгән” кешеләр мөрәжәғәт итә. Беҙҙең банк клиенттар өсөн мөмкин тиклем асығыраҡ булырға, барыһын да эшләргә тырыша. Тимәк, һәр кем өсөн беҙҙең ишектәр асыҡ, шылтыратығыҙ, килегеҙ. Рәсәй ауыл хужалығы банкы халыҡ өсөн!
    А. МӨХӘМӘТШИН әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.