27 июл. 2012 г.

Хужалыҡтарҙа

“Алғаҙы” – ауылдың тотҡаһы


Илдең төрлө төбәктәрендә күмәк хужалыҡтар тарҡалған, бәләкәй ауылдар яҙмыш ҡарамағына ташланған бер мәлдә, беҙҙең райондың Алғаҙы ауылы халҡы тыуған еренә берегеп йәшәүен дауам итә, бәләкәй предприятие ойоштороп малын да үрсетә, игенен дә сәсә, гөрләтеп донъя көтә. Ошо көндәрҙә шул тарафтарҙа булып, алғаҙыларҙың уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә, иртәнге көн хәстәре менән йәшәүҙәренә һоҡланып ҡайттыҡ.

Ғәҙәттә, бәләкәй генә түгел, хәҙер ҙур ауылдарҙа ла көндөҙ кеше осратырмын тимә. Ә бына Алғаҙыла тормош ысын мәғәнәһендә ҡайнап тора. Быны беҙ ауылға килеп ингәс тә күрҙек. Хатта бер бөтөн булып яңы мәсет тә төҙөп йөрөйҙәр икән, унда 69 йорт-ихатала йәшәгән ғаиләнең һәр ағзаһы, балаларға тиклем, ҡатнаша булып сыҡты.

Алғаҙы элекке “Баймаҡ” совхозына ҡараған Әбделкәрим бүлексәһенең подразделениеһы һаналған. Ҡырағай баҙар шарттары арҡаһында бүлексә тарҡалып, халыҡ эшһеҙ ҡала. Әммә ауылдың уңған, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған үҙ еренең ысын патриоттары уның һүнеп ҡалыуына юл ҡуймай. Ана шундай арҙаҡлы егеттәрҙең береһе – С.Ғ.  Урманов бынан биш йыл элек “Алғаҙы” ЯСЙ-һы ойоштора. Бөгөн инде был бәләкәй предприятие ауылдың тотҡаһы һәм терәге булып тора, Әбделкәрим ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади тормошонда ҙур роль уйнай.
 
Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: Сәғитулла Ғиззәт улына эште юҡтан башларға тура килә. Тәүҙә “Аҡморон” ЯСЙ-һынан техника, малсылыҡ базалары һатып алына, 11 кешенән эшкә һәләтле коллектив туплана. Буш ерҙә машина-трактор ихатаһы төҙөлә, хужалыҡ идараһы, ашхана булдырыла. Ағас эшкәртеү маҡсатында пилорама, малсылыҡты үҫтереү өсөн мал һатып алына.
 
“Алғаҙы” предприятиеһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан. Быйыл хужалыҡ 150 гектарҙа бойҙай, 80 гектарҙа һоло, 160 гектарҙа арпа, 90 гектарҙа ужым арышы сәскән. Мал аҙығы әҙерләү өсөн 230 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр үҫтерелә. Уларҙы әкренләп яңыртыу сараһы ла күрелә, ошо маҡсатта 80 гектарҙа күстерә сәселгән.
 
Алғаҙылар ваҡытында малға аҙыҡ хәстәрләү сараһын күргән. Бында 200 тонна бесән әҙерләнгән дә инде. Тағы ла 80 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәрҙе йыйып алаһы бар. Былтырҙан артып ҡалған 30 тонна аҙыҡты ла ҡушһаҡ, коллективтың яңы миҙгелде йырлап сығырына өмөт ҙур. Был, Сәғитулла Ғиззәт улы әйтеүенсә, 100 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк.
 
Ауыл хужалығы культураларының торошо йылына күрә насарҙан түгел. Арыштан һәм һолонан ярайһы уңыш көтөлә. Предприятиеның ҡайһы бер иген баҫыуҙарын кәртәләп алыуы ла маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, хужалыҡ директоры билдәләүенсә, быйыл аҙып-туҙып йөрөгән мал үткән йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ, быға урындағы ауыл биләмәһе башлығы Х.Ғ. Булатовтың мәсьәләне даими контролдә тотоуы ла булышлыҡ итәлер.
 
“Алғаҙы” ЯСЙ-һының эшмәкәрлегендә механизаторҙар Рәжәп Нурдәүләтов, Азат Ҡасҡынов, Миңлебай Урманов, Радмир Урманов, Зәйнулла Йәнсурин, иретеп йәбештереүсе Рәил Ҡасҡынов, малсылар Сәлихйән Урманов, Нурфәйез Йәнсурин, Азамат Ҡунысбаевтарҙың хеҙмәте ҙур. Ашнаҡсы Гөлсәсәк Моратова хеҙмәтсәндәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә. Хужалыҡ етәкселеге уларҙың эшенән бик ҡәнәғәт. Әйткәндәй, Сәғитулла ағайҙың улы Нуриман, тейешле белем алып, ауылға йәш белгес булып эшкә ҡайтҡан. Әле ул хужалыҡтың бригадиры йөгөн уңышлы тарта.
 
Предприятие төрлө кимәлдәге бурыстарҙы ваҡытында түләү, эш хаҡы биреү мәсьәләләрен мәлендә хәл итергә тырыша. Хеҙмәтсәндәргә транспорт ярҙамы, пилорамала таҡта ярҙырып алыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә, ауыл халҡы ла йыш мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, мәсет төҙөүгә лә хужалыҡ тос өлөш индерә, Әбделкәрим ауыл биләмәһе үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спонсорлыҡ ярҙамы ла күрһәтә.
 
– Мал һанын арттырыу, күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу, матди-техник базаны нығытыу – төп бурыстар, – ти С.Урманов. – Быға беҙ коллективтың ныҡышмалы хеҙмәте менән өлгәшербеҙ, тип уйлайым. Сөнки беҙҙә халыҡ татыу, эшсән. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда район етәкселеге ҙур ярҙам күрһәтте, бының өсөн уларға рәхмәт.
 
Сәғитулла Урманов, КФХ етәксеһе Кәбир Ҡунысбаев, эшҡыуар Хәбир Мөхәмәтйәров кеүек лидерҙар булғанда һәм уңған халыҡ йәшәгәндә Алғаҙы үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыр.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: хеҙмәт алдынғыларынан бер төркөм (уртала С.Урманов).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.