11 июл. 2012 г.

Рәсми бүлек


Праймериз алдынан

 
Баймаҡ районында 10, 11 һәм 12 июлдә район Советына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға алдан тауыш биреү процедураһы үтәсәк. Ошо сәйәси сара алдынан муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәр идарасылары, иҫәп комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары һ.б. ҡатнашлығында инструктив кәңәшмә үтте.
 
Иң тәүҙә муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, быйыл 14 октябрҙә муниципаль район Советына 19 депутат һайланасаҡ. Шуға бәйле депутатлыҡҡа кандидатлыҡҡа дәғүә итеүселәр ошо көндәрҙә уҙасаҡ праймеризда үҙ көсөн һынап ҡарай ала, улар халыҡ менән осрашып, үҙҙәре һәм һайлау алды платформаһы менән таныштырасаҡ. Ҡалала һигеҙ урында, ә ауылдарҙа ауыл биләмәһе үҙәктәренең барыһында ла графикка ярашлы, алдан һайлауҙар үтә. Һайлауҙы ойоштороусылар әле әҙерлек эштәре алып бара, урналар, кабиналар ҡуя. Праймериз өсөн тәғәйенләнгән бюллетендәр әҙер. Әйткәндәй, һәр майҙансыҡта 3-4 кеше үҙ кандидатураһын күрһәткән. Радмир Зөбәйер улы кандидаттар өсөн йәшерен тауыш биреү, протокол төҙөү үҙенсәлектәренә лә туҡталып үтте.
 
Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов та ҡатнашты һәм алдағы һайлауҙар ҙа юғары гражданлыҡ позицияһына ярашлы, лайыҡлы үтер, тигән ышаныс белдерҙе. “Быға тиклемге һайлауҙарҙа һынатманыҡ, республика буйынса уларҙы юғары кимәлдә үткәреү һәм ойоштороу яғынан лидерҙар рәтендәбеҙ. Алда торған һайлау ҙа бик мөһим. Район мәнфәғәтен яҡларҙай лайыҡлы депутаттар һайлау бурысы тора алдыбыҙҙа”, – тине ул. Артабан Илшат Хәмит улы кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы райондағы хәл-ваҡиғалар, иҡтисади күрһәткестәр һәм проблемалар менән таныштырҙы.
 
С. ФӘРИТОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.