13 июл. 2012 г.

Закон һәм беҙ

Ҡайҙа һыра һатырға ярамай?

1 июлдән стационар булмаған һатыу нөктәләрендә һыра һатыуҙы тыйған федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, барлыҡ йәмәғәт урындарында, урамдарҙа, парктарҙа, күп фатирлы йорттарҙың подъездарында, баҙарҙарҙа һ.б. һыра эсеү тыйыла. Был эсемлекте өйҙә йәки йәмәғәт туҡланыу урындарында ғына ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ һыраны балалар, спорт һәм белем биреү учреждениелары янында һатыу ҙа тыйыла. Сикләү ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡтың йәйге миҙгелдә популяр ял итеү урыны булған кафеларға һәм стационар сауҙа предприятиеларының йәйге террасаларына ҡағылмай.

Әйткәндәй, 2013 йылдың 1 ғинуарынан әлеге закон барлыҡ стационар булмаған нөктәләргә лә ҡағыласаҡ. Тимәк, федераль закон “күбекле эсемлек” һатыуҙы күпкә сикләйәсәк. Мәҫәлән, һыра төндә (сәғәт киске ун берҙән иртәнге һигеҙгә тиклем) һәм ирекле режимда һатылмаясаҡ.
Закондың үтәлешен полиция хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Һыра һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн тәүҙә штраф һалына, ә ҡабатланған осраҡта сауҙа нөктәһен ябыуға тиклем етди яуаплылыҡҡа тарттырыу саралары ҡулланыла.
Баймаҡта хәл нисегерәк тора һуң? Закон үтәлә башланымы? Закон үҙ көсөнә ингән көндөң иртәгәһенә ҡайһы бер автобус туҡталыштарында һыра һатыу дауам итә ине әле...
С. ФӘРИТОВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.