25 июл. 2012 г.

ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ

     УРМАНДЫ УТТАН ҺАҠЛАЙЫҠ!


     Республика биләмәһендә, шул иҫәптән Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш эҫе булыуы, ямғыр яумауы менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 13 июлендәге 920-се ҡарары менән тау-урманлы һәм дала зонаһындағы 17 районда янғынға ҡаршы айырым режим индерелде.

     Янғынға ҡаршы айырым режим янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса түбәндәге саралар комплексын үҙ эсенә ала:
  • урман фонды биләмәләрендә усаҡ тоҡандырыу, үлән үртәү һәм ҡый яғыу тыйыла;
  • граждандарҙың урманға йөрөүе тыйыла (был вазифа бурыстарын үтәүселәргә, килешеү нигеҙендә алған бурыстарына ярашлы ағас эше менән булышыусыларға, урман янғындарын һүндереүселәргә һәм янғынға ҡаршы саралар алып барыусыларға ҡағылмай);
  • урман юлдарына шлагбаумдар ҡуйып, траншеялар ҡаҙып граждандарҙың урман массивтарына инеүен сикләү;
  • барлыҡ ауыл-ҡалаларҙа һәм урман массивтарында урынлашҡан объекттарҙа минераль һыҙаттар булдырыу;
  • автомобиль юлдары, магистраль газ үткәргестәр һыҙаттарында урманды ҡуртымға алған урындағы үҙидаралыҡ органдары, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар тарафынан һөрөү юлы менән минераль һыҙаттар барлыҡҡа килтереү, янғынға ҡаршы саралар үтәлешен контролдә тотоу.
     БР Хөкүмәте премьер-министры А.Ф. Илембәтов тарафынан раҫланған был ҡарарҙа Баймаҡ районы халҡына ҡағылышлы цитаталар ҙа бар. Быйыл яҙғы-йәйге осорҙа Баймаҡ урмансылығы урмандары буйынса 5 янғын сыҡҡан.
     Янғын сәбәптәре:
  1. Бер янғын диләнкәләге ағас ҡалдыҡтарын яғыуҙан сыҡҡан. 6 гектарҙағы культуралар посадкаһына 110 мең һумлыҡ зыян килгән. Ғәйепле кеше – Ниғәмәт ауылынан.
  2. Ике янғын йәшен зарядынан сыҡҡан.
  3. Ике янғындың сәбәбе билдәһеҙ.

     Шуны әйтеп үтергә кәрәк: билдәһеҙ сәбәптән сыҡҡан янғындарҙы кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйләргә була. Халҡыбыҙҙың “Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай” тигән бик тоғро бер мәҡәле бар. Ут урмандарға ғына түгел, халыҡ йәшәгән урындарға ла ҙур хәүеф менән янай. Әлеге ваҡытта бесән әҙерләү осоро бара, халыҡтың күп өлөшө урманда бесәндә. Тамаҡ ялғау өсөн кешеләр быға тиклем урманда ут яҡһа, хәҙер инде айырым режим индерелеү менән бәйле, ут тоҡандырыу ҡәтғи тыйыла. Шуға күрә аш-һыуҙы өйҙә әҙерләп, термостарға һалып йөрөү күпкә яҡшыраҡ.
     Ҡәтғи тыйыла:
  • һүнеп бөтмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгөн ташлау;
  • шешә йәки быяла ярсыҡтарын урманда ҡалдырып китеү, улар тоҡандырыусы линза ролен үтәргә мөмкин;
  • костер яғыу;
  • осҡон һүндергесе һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһы төҙөк булмаған тракторҙар менән урманға инеү.
     Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн физик берәмектәргә 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең һум, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум күләмендә штраф һалына.
 
     М. ИШБУЛАТОВ  
      Баймаҡ урман хужалығының урманды һаҡлау буйынса инженеры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.