13 июл. 2012 г.

Сәйәсәт

Праймериз үтте

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә район буйынса муниципаль район Советына депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе кандидаттар араһында праймериз үтә. Был процедура “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан һайлауҙарға лайыҡлы кандидаттарҙы сығарыу маҡсатын күҙ уңында тотоп башҡарыла.

Шулай итеп, алдан һайлауҙарҙа Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына ингән ойошма ағзалары, “Берҙәм Рәсәй” ағзалары, партия яҡлылар ҡатнаша. Һайлаусылар уларҙың иң лайыҡлыларына тауыш бирә һәм һөҙөмтәлә еңеүселәр алдағы һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа көс һынашасаҡ.
Ҡаланың 3-сө мәктәбендә 1-се, йәғни “Үҙәк” һайлаусылары ла праймеризда әүҙем ҡатнашты.

Тәүҙә улар алдында депутатлыҡҡа кандидаттар сығыш яһаны, һайлау алды программалары менән таныштырҙы. Һуңынан бюллетендәр таратылды һәм был сараға йыйылыусылар үҙ кандидаттарына йәшерен тауыш бирҙе.   
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.