23 июл. 2012 г.

ОСРАШЫУҘАР

    ҺҮҘҘӘРЕНДӘ — фәһем һәм аҡыл


    Шүлкә ауылында район китапханаһы ойошторған “Яҡташ яҙыусылар” аҙналығы буйынса Бикташевтар ғаиләһенең юбилей кисәһе үтте. Төрлө темаларға ҡоролған йәнле һөйләшеү араһында, кисәнең биҙәге булып, был парҙы ауылдаштарҙың сиратлап ҡотлауы, матур һүҙҙәре һәм йырҙары яңғыраны
 

    Ғаилә ҡиммәттәре тураһында фекер алышыуҙан һуң Рәүеф Ғәлләм улының “Киске Өфө” гәзитендә баҫылып сыҡҡан ҡайһы бер мәҡәләләренә байҡау яһалды. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 2 көмөш миҙалы булған Ҡормаш Юлъяҡшин менән булған хәлде тамашасыларға шундай матур итеп еткереүенә ҡарап: “Ысынлап та, был уҙамандың дәрәжәһе – аҡылында”, – тип уйлап ултырҙым. Рәсәйҙә тарих йылы быйыл иғлан ителһә, ул был кәрәкле эште күпкә алдан башланы. Илгә нимә кәрәклеген алдан күрә, ил хәстәре менән йәшәй. Ошо тарихи ваҡиғалар, шәхестәр үҫеп килгән быуынға  киләсәктә, ҡыйынлыҡтар килгәндә лә, икеләнеүҙәр баҫҡанда ла таяныр тайшанмаҫ үҙәк булырын аңлай.
 
    Әминә Әхмәтвәле ҡыҙына килгәндә ул – үҙешмәкәр композитор, егерменән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Был кисәлә ул Шүлкәгә, ата-әсәһенә арнап яҙған йырҙарының һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Уның билдәләүе буйынса, ауылдың киләсәге – уның килендәрендә. Әминә Әхмәтвәле ҡыҙы килендәргә арналған шиғырын да уҡыны, матур иҫтәлектәре менән дә уртаҡлашты. Ауылдаштары уның сығышын тын да алмай тыңланы.
 
    Яҡташ яҙыусыларыбыҙ Әхмәр Үтәбай һәм Рәйес Түләк остаздары булараҡ, улар тураһында ла һөйләнеләр, Р. Түләковтың шиғырына яҙылған “Әселекәй буйы” йырын да ишеттерҙеләр.
 
    Ғөмүмән, был ижади пар – күп яҡлы шәхестәр, ниндәй генә теманы ҡуҙғатһалар ҙа төплө, йөкмәткеле сығыш менән яуап бирәләр. Һәр һөйләгән һүҙҙәрендә – фәһем һәм аҡыл. Афарин, Бикташевтар! Гел шулай әүҙем тормош алып барығыҙ, ижад ҡанаттарығыҙ һынмаһын, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, тыуған ауылығыҙҙы онотмағыҙ.
 
    Шулай уҡ кисәне ойоштороп алып барған ауыл китапханасыһы Айгөл Моталлапова һәм сараны музыкаль яҡтан, шиғырҙар менән биҙәгән клуб мөдире Сәриә Кейекҡужинаға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
 
    Юламан РАЕВ, “Атайсал” клубы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.