2 июл. 2012 г.

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ

     Врач сере асылһа...

     Мировой судья, адвокат, депутатҡа врач сере булған мәғлүмәтте (граждандың психиатрия учреждениеһында күҙәтелеүе тураһында) бирергә буламы?

     Һорауға прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы Е.А. Михайлов яуап бирә.
     – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 23-сө статьяһына ярашлы, һәр кемдең шәхес именлегенә хоҡуғы бар. Быға ғаилә сере, телефондан һөйләшеү, хат яҙышыу, телеграф хәбәрҙәре һ.б. инә. Шәхестең именлеге тик суд ҡарары менән генә сикләнә.
     Кешенең рөхсәтенән тыш, уның тураһында мәғлүмәт йыйыу, һаҡлау, таратыу ҡәтғи тыйыла.
    Граждандың медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүе, диагнозы, дауаланыуы врач серен тәшкил итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре кешегә уның тураһында мәғлүмәт таралмаясағын гарантияларға бурыслы. “Психиатрик ярҙам күрһәтеү һәм уны күрһәткәндә граждандарҙың хоҡуғын гарантиялау” законына ярашлы, был ауырыуҙарҙың мәғлүмәте лә  һаҡланырға тейеш.
     Врач сере тәүтикшереү, тикшереү органдары, прокурор һәм судья һорауы буйынса ғына асыла. Шуға күрә бындай мәғлүмәт мировой судьяға бирелеүе мөмкин. Ә бына адвокат һәм депутаттың бындай хоҡуғы юҡ.
    

     Үҙ-ара килешеү

     Гражданлыҡ эшендә судлашыусы яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе – бәхәсте хәл итеүҙең иң яҡшы ысулы. Шуға күрә судта был мөмкинлекте файҙаланыу закон тарафынан да ҡаралған. Әммә үҙ-ара килешеү башҡа кешеләрҙең мәнфәғәтенә зыян килтерһә, судья эште туҡтатмай.
     Гражданлыҡ эшендә судлашыусы яҡтар үҙ-ара килешһә, улар был эш менән судҡа ҡабатлап мөрәжәғәт итә алмай. Килешеү протоколға индерелә һәм ике яҡтың да ҡултамғаһы менән нығытыла.
     2011 йылда Баймаҡ районы судына бер кеше мөрәжәғәт итеп, яуап биреүсенән 53 мең һум матди зыян һәм суд сығымдарын ҡаплау өсөн 7 мең һум түләттереүҙе һораны. Суд  ваҡытында улар яуап биреүсенең өс ай эсендә 33 мең һум түләйәсәге тураһында килеште. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, судҡа тиклем килешеү матди яҡтан, ваҡытты сарыф итмәү яғынан күпкә отошлораҡ. Күп бәхәстәрҙе тыныс һәм һалҡын аҡыл менән һөйләшеп хәл итеп булыуы тураһында онотмағыҙ.
  
   М. ҠУЖАБАЕВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.