11 авг. 2012 г.

УРАҠ-2012


     Йәштәр игенсе һөнәрен үҙләштерә

     105-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары ураҡта ҡатнаша


     Урал аръяғы төбәгенең агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек лицейында бөгөн ҡыҙыу мәл. Биналарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү, киләһе уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү менән бер рәттән, бында малсылыҡ тармағы өсөн аҙыҡ хәстәрләү, үҫтерелгән уңышты йыйып алыу менән мәшғүлдәр.

     Уҡыу йорто ҡеүәтле уҡыу хужалығына эйә. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа уның матди-техник базаһы иҫкерә төшһә лә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын ойоштороу өсөн етерлек потенциал бар һәм уны коллектив тулы ҡеүәтенә файҙаланырға тырыша. Бөгөн лицей бер ҡайҙан да ярҙам алмай үҙ көсө менән иген культуралары, йәшелсә-емеш  үҫтерә, уларҙан ярайһы уңыш ала, малдарға бесән әҙерләй, уҡыусыларға производство белеме биреү мөмкинлеге лә таба.
     Уҡыу хужалығы үҙе бер бәләкәй предприятиены хәтерләтә. Быйыл уға 120 гектарҙа иген культураларын, шулай уҡ 35 гектарҙа судан үләнен йыйып алыу бурысы тора. 67 гектарҙағы күстерәнән әле 20 тонна бесән әҙерләнгән, шулай уҡ 6 тонна һалам тупланған. Уҡыу хужалығы етәксеһе Ғ.Х. Латыпов әйтеүенсә, малсылыҡ тармағы ҡышҡа тейешле әҙерлек менән инәсәк, был 19 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк.
     Бөгөн лицей баҫыуҙарында ураҡ эштәре ҡыҙа.  Иген культураларын яҫмаға һалыуға “Кейс” үҙйөрөшлө сапҡысы йәлеп ителгән, унда производство белеме биреү мастеры Эдуард Тимербулатов эшләй. Уға буласаҡ механизатор Владислав Осипов ярҙамлаша. Игенде “ДОН-1500” комбайнында мастер Сәлимйән Италмасов менән уның ярҙамсыһы Флорит Шәймәрҙәнов урып-һуға. Ашлыҡ ташыу бурысы ГАЗ-53 автомашинаһында Алмас Моратовҡа йөкмәтелгән.
     Кисә игенселәр 40 гектарҙағы һолоно һуғыуҙы тамамлап, арпа баҫыуына төштө. Уңыш та йылына күрә ҡәнәғәтләнерлек – гектар ҡеүәте уртаса 6  центнер самаһы. 
     Бер үк ваҡытта уңыш йыйылған баҫыуҙарҙан һалам ташыу ҙа ойошторолған. Бында Фәнил Самарбаев һәм Илнур Фазуллиндарҙың хеҙмәте ҙур. Уҡыу йортоноң директор урынбаҫары А.Р. Вәлиев әйтеүенсә, йыл да уҡыусылар барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларында әүҙем ҡатнаша, игенсе һөнәрен үҙләштерә. Быйыл да мал аҙығы әҙерләүҙә, ураҡ эштәрендә буласаҡ механизаторҙарҙың хеҙмәте ҙур.
     Уҡыу йортоноң баҡсасылыҡ тармағындағы уңыш та өлгөрә. Производство белеме биреү мастеры М.Х. Кәримова әйтеүенсә, уҡыусыларҙың көсө менән айырым участкала картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, помидор үҫтерелә, уңыш лицей ашханаһына тапшырыла. Коллектив йыл да Өфөлә һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары араһында үткәрелгән  ауыл хужалығы йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, Ҡуянтау ауылы янындағы баҡсаны арендаға алып,  төрлө ҡайнатмалар һәм ҡоро емеш әҙерләйҙәр.
     105-се һөнәрселек лицейы коллективы бөгөн уҡыу хужалығы ярҙамында үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтерергә, унан алынған продукция менән ашхананы, үҙ хеҙмәткәрҙәрен тәьмин итергә тырыша. Баҙар иҡтисады шарттарында был тәбиғи ҙә. Әммә шул уҡ ваҡытта бында иген культураларының сорттарын яңыртыу, умартасылыҡ йүнәлешен яйға һалыу, йәшелсәселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын йәнләндереү өҫтөндә эшләйһе бар әле. Заман шуны талап итә. 

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     Айбулат ИШНАЗАРОВ фотоһында: С.Италмасов, А.Р. Вәлиев, Ғ.Х. Латыпов (артҡы рәттә), Ф.Самарбаев, В.Осипов, Ф. Шәймәрҙәнов һәм И.Фазуллин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.