16 авг. 2012 г.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен ҡаршылап


Беҙ – бала саҡ илендә хеҙмәт итеүселәр

Беҙҙең “Айыуҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләү һәм белем биреү эше әсә телендә йәғни башҡорт балалар баҡсалары өсөн комплекслы уҡытыу-тәрбиә программаһына ярашлы алып барыла. Быйылғы йылдан федераль дәүләт талаптарына ярашлы эш башланды.


Кескәйҙәрҙе халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, уларға ярашлы аң-белем биреү, тирә-йүнде танып белергә өйрәтеү, баланың шәхси һәләтен үҫтереү, һаулығын нығытыу, тиҫтерҙәре һәм ололар менән әҙәп-әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе һаҡлап аралашырға өйрәтеү балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренең береһе булып тора ла инде.

“Айыуҡай”ға 140-лап бала йөрөй. Быйыл да баҡсабыҙ яңы уҡыу йылында үҙенең кескәй дуҫтарын ҡаршыларға әҙерләнә. Коллектив хеҙмәткәрҙәренең үҙ көсө менән ремонт үткәрелде. Төркөм бүлмәләре яҡтырып, сафланып балаларҙы көтә. Йоҡо бүлмәләрендә тәҙрәләр алмаштырыу буйынса эштәр башланды. Шулай уҡ хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла яңыртыла, балаларҙың туҡланыуын, уңайлы шарттар булдырыу буйынса ла хәстәрлек күрелә.

Беҙҙең коллективта үҙ эшен яратҡан, кескәйҙәргә яғымлы һүҙле, йылы ҡарашлы хеҙмәткәрҙәр тупланған. Тәрбиәселәр һәм тәрбиәсе ярҙамсылары көн дауамында балалар менән төрлө күнекмәләр, дәрестәр үткәрә. Шәфҡәт туташы һаулыҡ һағында торһа, ашнаҡсылар тәмле аштар менән һыйлай. Ололар балаға яҡшы, уңай, таҙа булһын өсөн бар көсөн һала. Кескәйҙәрҙең һаулығын һаҡлау, нығытыу буйынса ла төрлө алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, йылына бер нисә тапҡыр кислородлы коктейль эсергә мөмкинлек бар. 

Баҡсала даими рәүештә төрлө саралар үтә. Район-ҡала күләмендәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, ҡурсаҡ театры буйынса ойошторолған ярышта “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” әкиәтен сәхнәләштереп, мәктәпкә әҙерлек төркөмө  балалары Гран-при яуланы. Балаларҙың ҡурсаҡтар менән ролдәрҙе шул тиклем килештереп уйнауҙарына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Шулай уҡ әкиәт һөйләү буйынса үткәрелгән бәйгелә 4 йәшлек Таһир Ғүмәров—Гран-при, ә 4 йәштәге Айлина Аралбаева призлы урынға лайыҡ булды. Йыл да үткәрелгән һүрәт төшөрөү конкурсында ла беҙҙең балалар Таһир Ғүмәров, Вилена Килмөхәмәтова еңеү яуланы. Ә инде республика күләмендә үткәрелгән “Сулпылар” бәйгеһендә Әлфинә Абдуллина III урын яулап, ҡиммәтле бүләккә эйә булды. “Хәстәрлекле тәрбиәсе ярҙамсыһы” ярышында иһә балаларҙың яратҡан апайҙары—Әлфиә Уйылданова II урын яуланы.

Ғөмүмән, М.З. Ситдыҡова етәкселегендәге коллектив бала үҫһен, үҙен шәхес итеп тойһон, уға баҡсала яҡшы булһын өсөн маҡсатлы эш алып бара. 
Балалар барыбыҙҙы ла ҡыуандырып һау-сәләмәт үҫһен, ил-йортобоҙ тыныс булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Бала саҡ илендә эшләгән кешеләргә яңы уҡыу йылында ла ижади уңыштар юлдаш булһын.

К. МОРТАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.