2 авг. 2012 г.

Шәжәрәңде беләһеңме?

Мағаш буйы гөрләне


Йәмле йәй мәлендә районыбыҙҙа аҙна һайын тиерлек шәжәрә байрамдары уҙғарыла. Туғандарҙы берләштергән, быуындарҙы бәйләгән был тантаналар ҙур әһәмиәткә эйә. Изге йоланан йомаштар ҙа ситтә тороп ҡалманы. Яңыраҡ бында Тойғоновтар ғаиләһенең шәжәрә байрамы шаулап үтте.

Тантана башында дәрәжәле ҡунаҡтар тәүҙә Әҙеһәм Әлибаев исемен йөрөткән Йомаш мәктәбендә экскурсияла булды. Дан орденының тулы кавалеры Ә.Әлибаевҡа арналған музей менән танышҡанда, геройҙың тормош юлы, ауылдағы ғаиләләргә, күренекле кешеләргә бағышланған альбомдар, шәжәрәләр, тормош-көнкүреш эйберҙәре, боронғо аҡсалар һымаҡ экспонаттар барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Унан һуң БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон мәктәп директоры Ф.М. Юнысбаевҡа  китаптар һәм буклеттар тапшырҙы.


Артабан ҡунаҡтар Йомаш мәсетенә юлланды. Ауылдың имам-хатибы, Тойғоновтарҙың иң өлкәне, Шәкирйән Әхмәтйән улы, барыһын да байрам менән ҡотлап үткәс, Риф Ғәлим улы изге йортҡа үҙенең бүләген – балаҫ тапшырҙы.
 
Тантананың төп өлөшө ата-балаларының төбәге, хәҙер инде бөткән Ислам ауылы янында, Мағаш йылғаһы буйында үтте. Заманында ул ҙур һаналған, ләкин совет осоронда ауылдарҙы эреләтеү мәлендә бөтөрөлгән, халҡы Йомашҡа күскән. Шулай ҙа Тойғоновтар бирешмәгән, ишәйгән, араларынан күренекле кешеләр ҙә сыҡҡан. Әйткәндәй, был ырыу тарихы хәҙерге заманда бүленеп ҡалған Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы башҡорттарына барып тоташа. Улар 1782-1785 йылдарҙа беҙҙең яҡҡа күсеп ултырған, шуға ла районда ошо фамилияны йөрөтөүселәр аҙ. 
 

Был ғаилә шәжәрә байрамына беренсегә йыйылмай. Тәүге тапҡыр ул 2002 йылда ойошторолған. Уны үткәреүгә клуб мөдире, хәҙер инде мәрхүм Фәрит Нурислам улы Тойғонов күп көс һала. Артабан 5 йыл һайын йыйылышыу тураһында һөйләшелһә лә, уны 10 йылдан һуң ғына үткәрергә насип була.
Тантана башында байрамдың төп маҡсаты – балаларҙың аралашыуы, үҙ-ара танышыуын булдырыу тураһында әйтелде. Өлкәндәр араларын белә, ә үҫеп килгән быуын ҡайһы саҡта бер-береһен танымай ҙа. Сара был изге бурысты тулыһынса үтәне тиергә була – алыҫтан килгән ҡунаҡтар, ғаиләләр менән таныштырыу, йыр-моң, уйын-көлкө был ырыу вәкилдәрен тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Ошондай данлы, ҙур тарихлы, ергә ереккән ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө.
 
Байрамдың төп ойоштороусыһы Хәмитйән Шәкирйән улы Тойғоновтың телмәренән һуң дәрәжәле ҡунаҡтарҙың сығышы тантанаға йәм генә өҫтәне. Улар: билдәле шағир, публицист, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон, уның ҡустыһы – дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рәхим Тойғонов, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң беренсе составындағы йырсы, Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры Әмир Тойғонов, профессор, медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов. Әйткәндәй, 10 йыл элек тап Марсель Марат улы киләһе тантанаға икенсе тарафтарҙан да туғандарҙы эҙләп саҡырасағын белдергән. Ситтән – Ырымбур, Силәбе яҡтарынан, Өфөнән килеүселәр байрамдың ҙур әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте. Риф Ғәлим улы үҙен Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан икәнен әйтеп, Йомашта туғандар барлығын белә инем, бына күрергә насип булды, тине, байрамды ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, Тойғоновтарҙың тап Ҡыуандыҡтан беҙҙең яҡҡа күсеп килеүен күренекле тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәров асыҡлаған.     
 
Тантана мәлендә иң оло йәштәге һәм иң бәләкәй ырыу вәкилдәре билдәләнде. Был маҡтаулы исемде 79 йәштә булған имам-хатип Шәкирйән Әхмәтйән улы һәм 1 йәшлек Дамир Нәғим улы алды. 
 
Унан һуң дауам иткән уйын-көлкө, арҡан тартышыу, тоҡ менән һуғыш, көршәк ватыу, ҡолғаға үрмәләү, гер күтәреү кеүек ярыштарҙа йыйылыусылар ихлас ҡатнашты.
 
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.