5 авг. 2012 г.

ТАУСЫЛАР ТОРМОШО

     ТӘРӘН ШАХТА ЭСЕНДӘ,

     АЛТЫН ЙЫУЫУ ЭШЕНДӘ...

    
     Был яҙмамды күк Ирәндек йырсыһы Батыр Вәлидтең  билдәле йыр юлдары менән атауым бер ҙә юҡҡа түгел. Яратып башҡарған ул йырҙың мәғәнәһен ҡалабыҙҙың абруйлы аҡһаҡалдарының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Шәһит Йәноҙаҡов менән әңгәмәләшкәндән һуң нығыраҡ төшөндөм. Дәртле йыр бер ҙә шатлыҡтан, ҡыуаныстан яҙылмағандыр, киреһенсә, аслы-туҡлы килеш көнө-төнө көсөргәнеп эшләүҙән, замандың ауырлығын елкәңдә күтәреүҙән тыуғандыр...
 
11 йәшемдә 3-сө класта уҡып йөрөйөм. Уҡытыусым Галина Краснова беҙгә белем бирә. Сталинградта барған һуғыш тураһында көн һайын радио аша тыңлап торабыҙ. Левитандың көслө тауышы Сталинградты азат итеү тураһында хәбәр иткәс, мин сепрәк тоҡсайымды ташлап ебәрҙем дә: “Пора помочь фронту!” – тип сығып йүгерҙем. Шул сығыуҙан ҡабат мәктәпкә әйләнеп ҡайтманым.

    
     Шәһит Нотфулла улы районыбыҙҙың бөткән ауылдарынан һаналған, Семеновскиҙан 4 саҡрымда ятҡан Бүреле ауылында 1932 йылдың 5 июнендә донъяға килгән. Ике малай, дүрт ҡыҙ үҫтергән ғаиләгә еңелдән булмай. Ә инде 1942 йылда аталарын шахта баҫып, беренсе төркөм инвалиды булып ҡалғас, уларға нужа һурпаһын тағы ла күберәк һемерергә тура килә. Эшкә төшөүе хаҡында олатай әсенеп иҫләй.
     – 11 йәшемдә 3-сө класта уҡып йөрөйөм. Уҡытыусым Галина Краснова беҙгә белем бирә. Сталинградта барған һуғыш тураһында көн һайын радио аша тыңлап торабыҙ. Левитандың көслө тауышы Сталинградты азат итеү тураһында хәбәр иткәс, мин сепрәк тоҡсайымды ташлап ебәрҙем дә: “Пора помочь фронту!” – тип сығып йүгерҙем. Шул сығыуҙан ҡабат мәктәпкә әйләнеп ҡайтманым. Ат һарайында төнгө сменала ике бабай эшләй ине. Өс ай йәшенеп кенә уларға ярҙам итеп йөрөнөм. Кеҫәгә һоло һалып алам да, сәйнәп төкөрөп йөрөйөм, үҙем ярҙам итешәм, ут яғам. Ат һарайы мөдире Шәрифйән Зәбитов мине һиҙеп ҡалған бит. Тегегә: “Мине эшкә алығыҙ, юҡһа фронтҡа китәм!” – тим. Бер заман Баймаҡтан приказ килгән. Миңә 22 баш атты Баймаҡ хәрби комиссариатына килтерергә ҡушҡандар. Аттарҙы Баймаҡҡа ҡыуып алып барып ҡайттым. Шунан ат ҡараусы итеп алдылар.

     Шулай итеп олатай ат ҡараусы булып китә. Артабан кочегар, шахтала, заводта эшләй.
     – Завод Байҡарала булды. 1942 йылда Семеновск ауылына күсерҙеләр. Унда алтын күп ине. Түбә руднигы тип исем бирҙеләр. 1943 йылдан Түбә руднигының директоры булып Абдрахман Атанғолов эшләй башланы. Мин көн аша уның йортона һыу ташый торғайным. Ҡатыны мине ашатып сығара ине, бәлки, шуға ла ҡыҙыҡҡанмындыр. Шулайтып Абдрахман Ғәлим улы менән танышып киттем. Аҙаҡ ул мине үҙенә күсер итеп алды. Эшләй торғас, мин уға уҡып һөнәр алырға теләүемде белдерҙем. Ул АТП директоры Николай Башкиров менән һөйләшкән. Башкиров: “Беҙҙә машина бар, әммә шофер юҡ. Ике йыл тотам да, шунан ҡайтарам”, – тине. Шулай итеп Баймаҡҡа килеп шофер курсында уҡып алдым да, ике йыл АТП-ла эшләнем. Машинаның ниндәйе генә юҡ ине – барыһын да  йөрөтөргә өйрәндем. Башкиров һүҙендә торҙо – ике йылдан мине кире ауылға ҡайтарҙы.
     1962 йылда Абдрахман Атанғолов посын Фәрүәз Ғәйнуллинға тапшырҙы. Уға: “Был малайға рудниктың һәр ташы таныш. Уны ысҡындырма!” – тигән. Фәрүәз Әхмәҙи улы мине Силәбе өлкәһенә механикка уҡырға барырға димләне, тик мин риза булманым. Бер көн заправкала ултырһам, заправщица: “Һине Ғәйнуллин көтә!” – ти. Барҙым. Ул: “Һине гараждың мөдире итеп ҡуям, ҡабул итеп ал!” – ти. Мин ҡаршы төшкәйнем, ул: “Улай булғас, эштән китеү тураһында ғариза яҙ!” – ти. Минең тамаҡҡа төйөр тығылды. “Нисә йылдар эшләп нүжәли мине ҡыуаһығыҙ?” – тинем дә, риза булдым. 13 йыл гараж мөдире вазифаһын тартырға тура килде. Аҙаҡ янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Рудникта эшләү стажым ғына 49 йыл, – тип тамамланы ул хеҙмәте тураһында.
     49 йыл... Үҙе бер ғүмер...
     Шәһит олатай 1952 йылда өйләнә. Бибисара Хәбибрахман ҡыҙы Хәсәнова менән улар Семеновск аръяғындағы ярҙамсы хужалыҡта сәсеү ваҡытында таныша. “Бибисара үгеҙ етәкләй, ә мин һабан тотам. Ялан аяҡбыҙ, ашарға юҡ. Төшкө аш мәлендә генә йәшелсә ашаталар. Шулай итеп Бибисара менән эш араһында танышып, бер-беребеҙҙе оҡшатып өйләнештек. Бер малай, өс ҡыҙ үҫтерҙек. 56 йыл татыу йәшәнек, үлгәненә быйыл 5 йыл тулды”. Быларҙы һөйләгәндә олатай йәшереп кенә күҙ төптәрен һөртөп алды.
     Әлеге ваҡытта олатай 9 ейән-ейәнсәрен, 4 бүлә-бүләсәрен яратып, көңгөр-ҡаңғыр итеп донъя көтә. Быйыл ул үҙенең 82 йәшен билдәләйәсәк.
     Ингәндә таяҡҡа таянып ултырған олатайыбыҙ, һөйләшә торғас, таяғын ҡайҙа ҡуйғанын да онотоп, “Үтте лә китте йәшлегем” йырын һуҙып ебәрҙе. Йыр тыңлай-тыңлай миҙалдарына күҙ йүгертәм. Һуғыш һәм тыл ветераны Шәһит Йәноҙаҡов Бөйөк Еңеүҙең 50, 60, 65 йыллығына, һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. 1966 йылда металлургтар көнөнә ҡарата һүрәте Почет таҡтаһына беркетелгән, әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бар икән. Шул саҡ күҙемә ҡорал өсөн рөхсәт ҡағыҙы салынды.
     – Шәһит олатай, һеҙҙең ҡоралығыҙ ҙа булдымы? – тигән һорауыма олатай:
     – Журналист халҡынан бер серҙе лә йәшереп булмай, әллә нисек итеп һөйләтә алаһығыҙ бит! – тип көлөп ебәрҙе. – Алтын ташығанда дружинник булдым. ТТ-16 пистолеты йөрөттөм. Күлйортау шахтаһында атырға өйрәндек.
     1972 йылда ул Баймаҡтың Крәҫтиәндәр урамына күсеп сыҡҡан. “Бында һаҙлыҡ ине бит. Резинка итек, ҡулға штакетник тотоп саҡ-саҡ йөрөй торғайныҡ. Урамға трактор менән тигеҙләтеп юл һалдырттым, ДСУ-3 начальнигы Константин Селезнев менән һөйләшеп асфальт түшәттерҙем. Юғиһә, һа-а-ай, был урамдан үтерлек тә түгел ине бит!” – тип хәтерләй ул.
     Олатайыбыҙ 15 йылдан ашыу үҙәк район китапханаһы янында эшләп килгән “Атайсал” тип янған йөрәктәр” клубының әүҙем ағзаһы булған икән. Шунда йырға маһирлығы ныҡлап асылған да инде.
     Шулай итеп олатай менән илай-илай ауыр үткәндәрҙе иҫләнек, йырлай-йырлай матур хәтирәләрҙе байҡаныҡ. Аҙаҡҡа табан олатайыбыҙ фекерҙәрен хатта шиғыр юлдарына ла һалып ҡуйҙы:
     Ғүмер буйы алтын йыуҙыҡ,
     Ә алтын ҡайҙа китә?
     Миңә бармаҡ янанылар:
     “Быны һөйләргә иртә!”
     Сталин тора. Парад килә.
     Мотаев ҡулын болғай.
     Самый алтындың хужаһы
     Шул булған икән, малай...
     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.