5 авг. 2012 г.

КҮҢЕЛ ТҮРЕНӘН

     ИЗГЕ ЙӨРӘКЛЕ ДЕПУТАТҠА РӘХМӘТ

    
     Баймаҡ районынан Гөлдәр Ишморатова 15 йәшлек улын дауалауҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға рәхмәтен белдерә.
    
     5 йәшлек Данир ҡаты ауырый, врачтар уға апластик анемия тигән диагноз ҡуйған. Был ҡан яһалышы системаһы ауырыуы – електәге күҙәнәктәрҙең үҫеше ҡапыл тотҡарланыуы йәки үҫеүҙән туҡтауы. Апластик анемияны дауалау үтә лә ауыр. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлы: тура килгән донорҙан елек майын күсереп ултыртыу. Данирҙы һәм уның потенциаль донорҙары – бер туғандарын тикшергәндән һуң, уларҙың донор була алмауы асыҡланған.

     Улдарын ҡотҡарыу өсөн, ата менән әсә, бәлки, уның күҙәнәктәре тап килер, тигән өмөт менән, тағы ла бер бала табырға ҡарар итә. Олон күҙәнәктәре өсөн кендек ҡанын йыйыу бала тыуғас та, кендек ҡырҡылған ваҡытта башҡарыла. Ләкин был бик ҡыйбатлы процедура. Шул сәбәпле, Ишморатовтар ғаиләһе Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса Комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт итә, һәм депутат ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға.
 
     Депутат “Гемабанк” олон күҙәнәктәре йыйыу банкыһы етәксеһе менән бәйләнешкә инеп, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының бала табыу йортонда Данирҙың яңы тыуған ҡарындашының кендек ҡанын һәм олон күҙәнәге бүлендеген йыйыуҙы ойоштора. Ошо көндәрҙә биологик материал Мәскәү ҡалаһына транспортировкаланды. Бәләкәй Гөлдәриә үҙенең донъяға килеүе менән ағаһының ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр, тип өмөтләнәбеҙ.
 
     Сәлиә Мырҙабаеваның фекеренсә, бер ниндәй ҙә ойошма әхлаҡи идеалдар булған изгелек, именлек, социаль һәм гражданлыҡ бурысһыҙ үҫешә алмай.
 
     – “Гемабанк” олон күҙәнәктәре йыйыу банкыһында фекерҙәштәр таптыҡ, улар беҙҙең шәфҡәтлелек ярҙамы һорап үтенгән мөрәжәғәтебеҙҙе шунда уҡ ҡабул итте. Социаль йүнәлештәге инициативаларҙы һәм проекттарға булышлыҡ итеү уларҙың алға китешенә һәм үҫешенә ҙур йоғонто яһай, – тине депутат.
 
     Ишморатовтар ғаиләһе депутатҡа йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен белдереп, рәхмәт әйтә. “Беҙҙең ғаиләгә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Сәлиә Мырҙабаеваға һәм “Гемабанк” директоры Александр Приходькоға оло рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең төрлө инстанцияларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп , бер ниндәй яуап ала алмай, нимә эшләргә белмәй юғалып ҡалған саҡтарыбыҙ күп булды. Врач-депутатыбыҙҙың ярҙам итеренә өмөтөбөҙ аҡланды. Кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булғаны һәм изге йөрәге өсөн рәхмәт”, – тине Гөлдәр Ишморатова.
 
     Л. РАЗГИЛЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.