5 авг. 2012 г.

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

    Тоғро дуҫ

     Иртәгә Ғәзизәнең тыуған көнө. Әхирәттәре, атаһы менән әсәһе нимә бүләк итер икән? Ап-аҡ бөҙрә йөнлө көсөк алһалар ине... Ҡыҙ хыялға сумып йоҡлап китте. Иртәнсәк тороу менән, ғәҙәтенсә, яҫтыҡ аҫтын ҡараны. Унда “Һигеҙ йәшең менән!” тигән ҡотлау открыткаһы менән “Гулливер мажаралары” китабы ята ине. Әсәһе һалғандыр инде, уның фантастика яратҡанын белә шул. Ҡыҙыҡай урынын йыйҙы, сәсен үреп, биҙәкле матур күлдәген кейҙе. Күп тә үтмәй ҡыңғырау тауышы ишетелде. Ишектә Сәлимә, Мәликә, Нәфисә күренде. Ҡулдарында – сәскә, “Синдбад мажаралары” китабы, ҡурсаҡ, йомшаҡ юлбарыҫ уйынсығы. Әсәһе бешергән тәмле бәлеш менән һыйланғас, ҡыҙҙар майҙансыҡҡа сығып уйнаны. Көн бик күңелле үтте.
 
    Кискә атаһы эштән ҡайтты.
    – Ҡыҙым, тыуған көнөң менән! – тип Ғәзизәгә таҫтамал ябылған кәрзин һондо. Ҡыҙыҡай таҫтамалды асҡайны, унда күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡара төҫтәге көсөк ултыра! “Их, ниндәй матур! Тик ниңә генә аҡ түгел икән?” – тип уйланы Ғәзизә. Ҡашҡар Ғәзизәгә лә, өйгә лә тиҙ өйрәнде.
 
    Бына ике йыл да үтеп китте. Ғәзизәнең 10 йәше тулды. Ҡашҡар ҡара йөндәре йылҡылдап торған эткә әүерелде. Ә Ғәзизә, ниңәлер, һаман да аҡ көсөк тураһында хыялланды. Йәйге каникул еткәс, ауылға – өләсәләренә барырға йыйындылар. Ҡашҡарҙы ла үҙҙәре менән алдылар.
 
    ...Көн эҫе. Ғәзизә Ҡашҡарҙы эйәртеп һыу инергә китте. Ҡыҙыҡай хәҙер арыу ғына йөҙә, шуға йылғаның уртаһына табан эте менән ярыша-ярыша йөҙҙөләр. Тәүҙә ҡыҙыҡ ине, әммә йылғаның уртаһына етәрәк ҡапыл ғына хәле бөттө лә ҡуйҙы. Ғәзизә боролоп кире йөҙөргә маташты, тик хәле етмәй, ҡысҡырыр ине, яҡын-тирәлә бер әҙәм күренмәй. Бар хәленсә ынтылһа ла, сәсәй башланы. Һыу төпкә һөйрәгән кеүек. Ҡыҙ тамам хәлһеҙләнде. Шул саҡ Ғәзизәнең арҡаһына йөнтәҫ кенә бер нәмә ҡағылғандай тойолдо. Ҡашҡар икән дә баһа! Хужаһына ҡурҡыныс янағанын һиҙеп, кейеменән эләктереп алған да ярға һөйрәй.
 
    Һай урынға еткәс, ҡыҙыҡай имгәкләп тигәндәй шыуышып ҡомға ауҙы. Оҙаҡ ятты. “Әгәр Ҡашҡар булмаһа, ни эшләр инем? Күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс!” Ғәзизә этен ҡосаҡлап үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе. Хәҙер уға бер ниндәй ҙә аҡ көсөк кәрәкмәй ине...
 
    Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА,
    1-се мәктәп уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.