26 авг. 2012 г.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ЯҢЫЛЫҠ

     “Республика, район етәкселегенә рәхмәт!”

     Торлаҡ сертификаты алыусыларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

    
     Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарҙың тол ҡатындарына һәм Чернобыль атом фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға торлаҡ  шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар биреү тантанаһы ойошторолдо. Ул көндө ветерандар: Мерәҫтән – Мәүлиха Хәсәнова, Ишмырҙанан – Сәлиха Маликова һәм Баймаҡтан Мәрхәбә Алсынбаева, чернобылселәр: Темәстән – Зөфәр Ғимранов һәм Хәсәндән Рәхмәтулла Мөхәмәтовтар сертификат эйәһе булды.


     – Быға тиклем беҙҙең райондан 69 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына һәм 351 тол ҡалған ҡатынға ошондай документтар тапшырылһа, бөгөн килеп тағы ла 3 инәйгә шундай бәхет йылмайҙы, – тип билдәләне сертификаттар тапшырыу тантанаһында район башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы И.М. Йәндәүләтов. – Лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән өсөн һеҙгә рәхмәт әйтеп, яңы, матур, йылы йорттарҙа бәхетле ҡартлыҡ кисерегеҙ, тип теләге килә.
 
     Ошондай уҡ изге теләктәрҙе Чернобыль атом фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға ла еткерге килә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған 6 ”Чернобылсе”нең икәүһе бөгөн ҡулына күптән көткән документты алды.
     Ветерандарҙы артабан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының бүлек начальнигы Т.В. Денисова, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов тәбрикләне.
 
     – Беҙҙең турала ошондай хәстәрлек күргәндәре өсөн республика һәм район етәкселегенә ҙур рәхмәт! Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, донъябыҙ аяҙ торһон! – тинеләр сертификат эйәләре.
 
     А. МӨХӘМӘТШИН.
     З.ҒӘҘЕЛШИНА фотоһында: сертификат эйәләре М.Алсынбаева, М.Хәсәнова, Р.Мөхәмәтов, З.Ғимранов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий