26 авг. 2012 г.

КӘҢӘШМӘЛӘР

     Балалар белемле лә, рухлы ла булһын

     Быйыл уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе мәғариф өлкәһен модернизациялау, ошо яңылыҡҡа бәйле үҙгәрештәр, йәш быуынды дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләү кеүек мөһим мәсьәләләргә арналды.

     Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтте. Шул уҡ ваҡытта Илшат Хәмит улы быйылғы берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләренә борсолоуын белдерҙе һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Балаларҙың районыбыҙҙың Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, тылда еңеү яулаусыларҙың, хатта милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың да кем булыуын белмәүе хафаға һала. Әгәр йәш быуын тыуған яғының тарихын, шәхестәрен белмәй үҫә икән, был бит беҙҙең хис-тойғоһоҙ роботтарҙы тәрбиәләүебеҙҙе аңлата”, – тине ул. Шулай уҡ И.Х. Ситдыҡов оптимизация мәсьәләһе бик етди ҡаралыуын, мәктәптәрҙе япмауға бар иғтибар йүнәлтелеүен дә билдәләп китте.
 
     БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе А.В. Буранғолова балаларҙың мәктәптә уҡығанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын билдәләргә кәрәклеген аңлатты. “Йыш ҡына юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр хеҙмәт баҙарында үҙ урынын таба алмай. Шуға күрә йәштәргә һөнәр һайлағанда ярҙам итергә кәрәк. Шулай уҡ балаларҙы тәмәке тартыу, наркомания, эскелек кеүек заман афәтенән һаҡлау ҙа мөһим. Бының өсөн уларҙы спортҡа ылыҡтырырға кәрәк. Был йәһәттән бассейндар, спорт комплекстары төҙөп, һау-сәләмәт тормошто пропагандалаған “Берҙәм Рәсәй” партияһына рәхмәтлебеҙ”, – тине.
 
     Психология фәндәре кандидаты Э.Н. Әбүталипова ла кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уларҙың ил киләсәген тәрбиәләүен билдәләп үтте.
 
     Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов мәктәп, балалар баҡсаларының 1 сентябргә әҙерлеге, үткәрелгән һәм хәҙерге ваҡытта эшләнгән ремонт эштәре менән таныштырып үтте. Ринат Фазылйән улы класта бер-ике бала булған мәктәптәрҙә төрлө йәштәге уҡыусыларҙан кластар төҙөү проблемаһына ла туҡталды.
 
     Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яңы стандарт буйынса уҡытыу, методик алымдар, тәрбиә биреү тураһында фекер алышты. Таулыҡай мәктәбенең директор урынбаҫары Г.И. Әхмәтшина, 4-се мәктәп директоры Б.М. Сәғитов, Күсей ауыл биләмәһе башлығы С.Р Йыһаншина, лицей-интернаттың уҡытыусыһы С.З. Ишҡыуатов, Иҫке Сибайҙан Г.В. Ғәбитова һ.б. бик фәһемле сығыш яһаны.
 
   Хеҙмәт өлгөһө булған уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе бүләкләү кәңәшмәнең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Шулай уҡ “Йыл мәктәбе – 2012” – 4-се, Аҡморон, Буранбай, Йомаш мәктәптәре, “Йыл балалар баҡсаһы – 2012” ярышында ҡаланың “Күбәләк”, “Гөрләүек” баҡсалары, “Ләйсән” (Әхмәр ауылы) еңеүсе тип иғлан ителеп, дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Икенсе-өсөнсө урын алыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Шулай уҡ яңы уҡыу йылына әҙерлек, спорт, хәрби-патриотик белем биреү буйынса алдынғылар ҙа бүләкләнде.
 
     Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уңыштар теләп, кәңәшмәлә ҡабул иткән мөһим ҡарарҙарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.