11 авг. 2012 г.

ИРТӘГӘ – БАШҠОРТОСТАН УМАРТАСЫЛАРЫ КӨНӨ


     Ҡортсолоҡ үҫеш ала

     
     Һәр йыл август айының икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Республика бренды булып танылған башҡорт балының даны элек-электән бөтөн донъяға билдәле. Ысынлап та, башҡорт ҡортсолоғо тәрән тарихи тамырҙарға, бай тәжрибәгә һәм күп быуатлыҡ традицияларға эйә. Тап шуныһы менән ул уникаль.


     Беҙҙең райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, шәхси предприятиеларҙа, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа бөтәһе 2348  баш умарта күсе иҫәпләнә. Теркәлгән 7 ШП һәм 32 КФХ   умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ике ауыл хужалығы предприятиеһы – Ленин исемендәге АХК (32 күс тоталар) һәм “Байҡара” агрофирмаһы (7 күс) ошо йүнәлештә маҡсатлы эшләй. Һуңғы йылдарҙа ҡортсолоҡ тармағына иғтибар ҡырҡа артты, был кәсеп халыҡ араһында киң танылыу алды. Әгәр ҙә бынан өс-дүрт йыл элек районда 800 баш самаһы күс һаналһа, һуңғы осорҙа улар һаны байтаҡҡа күбәйҙе. 

     Умартасылыҡ тармағы үҫешенә “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу” республика маҡсатлы программаһы ла тос өлөш индерә. Тап ошо программа сиктәрендә умартасыларға республика бюджетынан субсидия бирелә. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙең райондан 20-нән ашыу ауыл хужалығы тауары етештереүсеһе дәүләт ярҙамы алды, 1 умарта күсенә ставка 695 һум тәшкил итте. 

     Әйтергә кәрәк, Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге йыл да төбәк умартасыларына башҡорт тоҡомло бал ҡорто һатыуҙы ойоштора. Былтыр улар тарафынан ҡортсоларға 100 бал ҡорто пакеты һатылһа, быйыл иһә Икенсе Этҡол ауылынан  Азат Ниәтшин (һүрәттә) 100 күс алды.

     Районыбыҙ үҙенең танылған умартасылары менән элек-электән дан тота. Икенсе Этҡолдан Азат Сәйет улын бөгөн районда танылған умартасы булараҡ яҡшы беләләр. Ул был кәсепте уңышлы үҫтереп кенә ҡалмай, улы Ғәзиз менән йыл да умартасыларҙың республика конкурсында район намыҫын яҡлап сығыш яһай һәм еңеп ҡайта. Әле ул үҙ умарталығында 150 баш күс тота, унан яҡшы табыш ала. Әйткәндәй, 25 августа Ниәтшиндар Өфөлә уҙасаҡ умартасыларҙың республика ярышында йәнә үҙ көстәрен һынаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ һәм барлыҡ умартасыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

     А. СӘЙФУЛЛИНА,
     “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең әйҙәүсе зоотехник

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.