26 авг. 2012 г.

ПРЕЗИДЕНТ МАРШРУТТАРЫ

     «Баймаҡ – Башҡортостандың терәк төбәге»

     БР Президенты Баймаҡҡа эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды

    
     Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов рәсми эш сәфәре менән Баймаҡ районы һәм ҡалаһында булды. Визиттың маҡсаты – райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан танышыу, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтарының, төҙөлөш комплексының эшмәкәрлеген баһалау, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһыныу, инвестицияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген өйрәнеү.

     Республика Президентының маршруты “Башҡорт деликатестары” Баймаҡ ит комбинатынан башланды. Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм ит комбинаты директоры М.М. Хисмәтуллин оҙатыуында Рөстәм Зәки улы предприятиеның производство участкаларында булды. Атап әйткәндә, ул мал һуйыу, колбаса етештереү цехтарының, термик бүлектең эше менән танышты, әҙер продукция келәтен ҡараны. Башҡортостан етәксеһе комбинаттың производство ҡеүәте, продукция ассортименты, уны һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды, киләсәккә уй-ниәттәре тураһында ла һорашты. “Көн дә 1-1,5 тонна колбаса изделиелары етештерәбеҙ, – тине М.Хисмәтуллин. – Әлегә уның 40 төрөн сығарабыҙ, дөйөм алғанда, 80 төрөн эшләүҙе үҙләштерҙек. Әҙер продукция Баймаҡ, Сибай, Магнитогорск ҡалаларының, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарының сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Тиҙҙән Өфөгә лә һатыуға сығарасаҡбыҙ. Төп маҡсатыбыҙ һәм киләсәккә планыбыҙ – баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй продукция сығарыу, һатыу баҙарын яулау һәм ризыҡтың яңы төрҙәрен етештереү”. Ғөмүмән, республика башлығы предприятиеның эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе.
 
     Артабан Башҡортостан Президенты “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һына юлланды. Рөстәм Зәки улы ҡалабыҙҙың төп сәнәғәт предприятиеһы менән танышыуҙы яңыраҡ сафҡа индерелгән ҡорос ҡойолмалар цехының яңы участкаһынан башланы. Былтыр йәйгеһен яңы цех асыу маҡсатында әҙер продукция келәте реконструкцияланғайны. Быйыл иһә яңы формовкалау ҡорамалдары алынған һәм монтажланған. Әле ҡорамалдар һәм сығарылған тәүге продукция өлгөләре һынау үтә. Р.З. Хәмитов цехтағы электр дуғалы мейестәр эшен ҡараны, производство ҡеүәттәре менән ҡыҙыҡһынды.
 
     Ошо уҡ цех алдында районыбыҙҙа сығарылған һәм эшкәртелгән таштарҙан күргәҙмә ойошторолған ине. Унда ҡуйылған продукция Рөстәм Зәки улында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
     Унан һуң Президент һәм уны оҙатып йөрөүселәр механика һәм ҡойоу цехтарын ҡараны. 
 
     Заводтың генераль директоры Алексей Мурахтин Р. Хәмитовҡа үҙҙәрен борсоған проблемалар, киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һуңғы өс йылда ҡойоу-механика заводы тотороҡло эшләй: производство ҡеүәттәре һиҙелерлек арта, яңы технологиялар индерелә, үҫеш темпы яҡшырғандан-яҡшыра. Әлеге ваҡытта завод тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләһен өсөн өҫтәмә инвестициялар талап ителә. Был тәңгәлдә республика етәкселеге ярҙамы кәрәк. Мәҫәлән, бөгөн илдә киң билдәле булған “Уралвагонзавод” ААЙ-һы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Улар менән тимер юлы өсөн кәрәкле тауар етештереү мөмкинлеге бар.
 
     “Был тәңгәлдә һеҙгә ярҙам итерҙәй мөмкинлектәр бар. Көн талаптарына яуап биргән һәм кәрәкле продукция етештергән ҡеүәтле предприятие артабан да үҫергә тейеш. Инвестициялар йәлеп итеү, заказсылар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙа булышлыҡ итермен”, – тип вәғәҙәләне Рөстәм Зәки улы.
 
     Ҡуянтау ауылында Р.З. Хәмитов тәүҙә “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе коллективы, урындағы халыҡ менән осрашты. Ул кешеләрҙең йәшәйеше, эш хаҡы тураһында белеште. Артабан Рөстәм Зәки улы ауылдағы ике ҡатлы йорттарҙы ҡарап сыҡты. Шуныһы ҡыуаныслы, фатирҙарҙы автономлы йылытыу, һыу үткәреү мәсьәләләре ыңғай хәл ителгән. Президент Рәфҡәт Ишназаров һәм Фәнүр Буранбаев ғаиләләренең нисек йәшәүен ҡарап, танышып сыҡты.
 
     Артабан Президент яңы төҙөлгән Ҡуянтау мәктәбендә булды, объекттың генподрядсыһы – Баймаҡ ПМК-һы төҙөүселәре, мәктәп уҡытыусылары менән аралашты. Шуныһы әһәмиәтле, төҙөүселәр мәктәпте быйыл 10 майҙа ғына төҙөй башлаһа ла, тиҙҙән ул сафҡа инәсәк.
 
     Прораб Р.М. Әхмәтов әйтеүенсә, Ҡуянтау мәктәбе 108 балаға иҫәпләнгән. Ул заманса йыһазландырылған, йылы һыу ҙа үткәрелгән. Хәҙерге ваҡытта ҡаҙанлыҡ та сафҡа индерелгән, бинаның газ менән йылытылыуы ла отошло. Мәктәп директоры А.Ә. Салихов быйыл мәктәпкә уҡырға 122 бала килеүен, шуларҙың 12-һе беренсе класҡа барасағын билдәләп китте.
 
     Президент мәктәптең һәр класын иғтибар менән ҡарап сыҡты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым хеҙмәт дәресе бүлмәләре, инглиз телен өйрәнеү, информатика кабинеттарының заманса йыһазландырылыуы һәр кемде һоҡландырҙы. Бүлмәләр яҡты, матур булыуы менән айырылып тора.
 
     Рөстәм Зәки улы уҡытыусылар һәм төҙөүселәр менән әңгәмә ҡорҙо, уларҙың йәшәйеше тураһында һорашты. Президент ошондай яҡты, матур мәктәп төҙөүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ Ҡуянтау мәктәбендә илебеҙҙең ныҡлы терәге һәм таянысы булған, аҡыллы, көслө рухлы балалар тәрбиәләнеүен, бының өсөн уҡытыусыларға заман бергә атларға кәрәклеген билдәләп үтте.
 
     Президент кортежы артабан Ниғәмәт ауылына юлланды. Белеүебеҙсә, былтыр ауыл мәҙәниәт йорто янып юҡҡа сыҡҡайны. Бер йыл тигәндә бында “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы төҙөүселәре көсө менән яңы мәҙәниәт усағы ҡалҡып сыҡты.
 
     Р.З. Хәмитовты мәҙәниәт йортонда ауылдың “Һаҡмар һандуғастары” фольклор ансамбле ҡаршы алып, юғары ҡунаҡҡа йыр-моң бүләк итте. Республика башлығын тамашасылар залында иһә 1 сентябргә әҙерлек алып барған уҡыусылар ҡаршыланы.
 
     Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан китапханала Р.З. Хәмитов китап уҡырға килгән уҡыусылар менән аралашты, үҙенең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Ошо көндәрҙә бында компьютер урынлаштырыласаҡ, Интернет селтәре һәм телефон бәйләнеше булдырыласаҡ.   
 
     Республика башлығы мәҙәниәт йорто менән танышып сыҡҡас үҙенең ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Элекке мәктәп директоры, хәҙер хаҡлы ялда булған Ф.Мөхәмәтйәнов ауыл халҡы, ветерандар советы исеменән республика етәксеһенә халыҡ мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ауыл халҡы шулай уҡ Ниғәмәткә тәбиғи газ селтәре һуҙыуҙа ярҙам күрһәтеүен дә һораны. “Мин риза, бергә эшләйек”, – тип яуап бирҙе Президент.
 
     БР Президенты Р.З. Хәмитов Баймаҡҡа эш сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалды,  район етәкселегенең төбәкте үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы. «Баймаҡ – Башҡортостандың терәк төбәге һәм уның киләсәге лә яҡты», – тип билдәләне республика башлығы.
 
     А. МӨХӘМӘТШИН, С. КЕЙЕКБИРҘИНА, Г. ИҪӘНГИЛДИНА, Л. ТАКАЕВА.
     ФОТОЛА: Президент Ҡуянтауҙа төҙөүселәр менән аралаша.

Комментариев нет:

Отправить комментарий