5 авг. 2012 г.

СОЦИАЛЬ МӘСЬӘЛӘ

    Игеҙәктәргә пособие

     Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 25 июлендә донъя күргән 254-се ҡарарына ярашлы, бер үк ваҡытта ике йәки унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә, уларға өс йәш тулғанға ҡәҙәр, айлыҡ пособие түләү тәртибе раҫланды. Ләкин ул республикала бер кешегә ҡарата билдәләнгән икеләтә йәшәү минимумынан артмаған осраҡта бирелә. Бөгөн пособие күләме 10970 һум тәшкил итә.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 23 декабрендә донъя күргән “Бер ваҡытта ике йәки унан да күберәк бала тыуған ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү тураһында”ғы Указына ярашлы башҡарылған сара.
 
    Был төр пособиены юллар өсөн йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бер балаға айына 500 һум күләмендә пособие ҡаралған. Ул бары тик 2012 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына ике йәки унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә түләнә. Йыл аҙағына тиклем был пособиены яҡынса 900 кешенең алыуы ихтимал, республика бюджетынан был маҡсатта 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
 
    Үрҙә әйтеп кителгән Указға ярашлы, тағы ла бер социаль ярҙам күрһәтеләсәк: 2012 йылдың 1 ғинуарынан һуң бер үк ваҡытта өс йәки унан күберәк бала тыуһа һәм әгәр ҙә ғаилә республиканың урындағы үҙидара органдарында торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торһа, уларға торлаҡ сертификаты тапшырыла. Әлеге ваҡытта әйтеп үтелгән социаль ярҙам сараларын күрһәтеү тәртибе Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан ҡарала.
 
    Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.