8 окт. 2012 г.

«01» иҫкәртә

Үлем осраҡтары ла бар...


21 сентябрҙә 01 сәғәт 40 минутта Түбә ауылындағы янғын тураһында телефондан хәбәр алынды. Фажиғә урынына Түбәлә урынлашҡан пост хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелде. Өй эстән бикле булып сыға. Янғын һүндереүселәр ишекте емереп инеп, утты һүндерә башлай. Янғынды туҡтатҡас, йорт хужаһы һәм хужабикәһенең кәүҙәләре табыла. Фажиғәнең сәбәбе –тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу.
Йыл башынан ошо көнгә тиклем район-ҡалала 54 янғын (уҙған йыл ошо арауыҡ ваҡытта – 48) һәм 43 (35) ут сығыу теркәлгән. Ут 4 321 000 һумлыҡ зыян килтергән. Янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән (былтыр – 3 кеше). 6 кеше, шул иҫәптән бер бала, төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.

Янғындарҙың сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, тәмәке төпсөгөн һүндермәү, төҙөк булмаған электр приборҙарын ҡулланыу, балаларҙың ут менән шаярыуы. Район халҡына мөрәжәғәт итеп, бәлә-ҡазаларға юл ҡуймау өсөн янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү мөһим икәнлеген иҫкәртәбеҙ.
И. ХӘМИТОВ,
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге дознавателе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий