31 окт. 2012 г.

Республика Хөкүмәте аппаратында – яңы состав


 


Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында башҡарма власть органдарын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары эшмәкәрлеге менән дә етәкселек итә.

Указға ярашлы, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары итеп Рәүеф Ноғоманов тәғәйенләнде. Ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Төҙөлөш һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты, Торлаҡ инспекцияһы эшмәкәрлеген контролдә тотасаҡ. Ауыл хужалығы, экология һәм урман хужалығы буйынса Премьер-министр урынбаҫары вазифаһы Эрнст Исаевҡа йөкмәтелде. Лилиә Ғүмәрова – социаль блок, Дмитрий Шаронов – сәнәғәт һәм инновация өлкәһе, Евгений Маврин – иҡтисадты үҫтереү, Марат Мәһәҙиев йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса тармаҡтарҙы етәкләйәсәк. Премьер-министр урынбаҫарҙары: Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм вице-премьер Салауат Сәғитов үҙ вазифаларында ҡалды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий