29 окт. 2012 г.

Һеҙҙе тәбрик итер көндө тыуҙырҙы был таң, дан һиңә, ер кешеһе, дан, мәңгелек дан!

Ауыл хужалығы тармағының флагманы

Күптән түгел Республика көнө уңайы менән үткәрелгән тантаналы йыйылыштағы сығышында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, агросәнәғәт комплексы тормошондағы хәлдәргә ҡыҫҡаса байҡау яһап, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа Ленин исемендәге хужалыҡты, уның рәйесе Ғ.Б. Сәлимовты башҡаларға өлгө итеп ҡуйғайны.

Алдынғы һауынсы Гөлшат Исмәғилева
Райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған предприятиеның бындай юғары баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел. Хужалыҡ ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция етештереү буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Ҡатмарлы шарттарҙа ла кооператив төп потенциалды тотороҡло һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, коллективтың социаль мәсьәләләрен уңышлы хәл итә, ауылдар инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бындай ҡаҙанышҡа бер хужалыҡтың да өлгәшә алғаны юҡ әле.
Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Ленин исемендәге АХК коллективы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды. Бөтәһе 1650 гектарҙағы иген культураларының 1363 гектарынан ашлыҡ йыйып алынды, ҡалғаны ҡоролоҡҡа дусар булды. Тулайым йыйым 16765 центнер, гектар ҡеүәте 12,2 центнер тәшкил итте. Был – районда иң юғары күрһәткес.
Хужалыҡ ҡеүәтле комбайн һәм техника паркына эйә. Быйыл кооператив йәнә бер “Полесье” мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм “Омичка” сәскесе һатып алды. Быларҙың барыһы ла баҫыу кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығыу мөмкинлеге бирҙе. Урып-йыйыу эштәрендә игенселәр Мостафа Салихов, Закир Балхин, Альберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һәм Рауил Сәғәҙәтов иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ашлыҡ ташыуҙа алдынғы водитель Йәмил Моталлапов һынатманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы, Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар бригадаһы үҙ эштәрен бик яуаплы атҡарып сыҡты. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов, бригадирҙар А.С. Исхаҡов һәм У.М. Гөлбәйетов, профком рәйесе М.Х. Ишкинин үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
А.Шаһморатов, Й.Моталлапов, Р.Сәғәҙәтов һәм З.Балхин

Йылдағыса, ураҡ барышында удар өс көнлөктәр ойошторолдо, унда еңеүселәр аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Комбайнсылар араһында иң юғары һөҙөмтәгә З.Балхин өлгәште – ул 4900 центнер иген һуғып алды.
Малсылыҡ өлкәһен үҫтереүҙә лә хужалыҡҡа тиңләшеүселәр юҡ. Йылдағыса, быйыл да хужалыҡ ҡышҡа ныҡлы аҙыҡ базаһы менән инә – бөтәһе 9100 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 700 тонна һалам, 936 тонна иген фуражы һалынған. Был иһә 1360 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, хужалыҡта мал һанын арттырыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә, тоҡомсолоҡ, зоотехния-селекция эшенә ҙур иғтибар бүленә. Кооперативта малсылыҡ базаларын һәм йәйләүҙәрҙе реконструкциялау даими контролдә тотола. Бына быйыл да хужалыҡ иң беренселәрҙән булып фермаларҙы ҡышҡа хәстәрләне. Һөт етештереү күләме буйынса Ленин исемендәге АХК күптән инде эре хужалыҡтарҙы үтеп китте һәм ошоғаса лидерлыҡты берәүгә лә биргәне юҡ. Әйткәндәй, тулайым һөт етештереү күләме буйынса хужалыҡ быйыл да яҡшы үҫешкә өлгәште. Бында баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев, ферма мөдирҙәре Шамил Үҙәнбаев, Иршат Айытбаев, Фәнис Усмановтарҙың, бөтөн малсылар коллективының хеҙмәте ҙур.
Шуныһы һөйөнөслө, Ленин исемендәге АХК төбәктә тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыуға статус алды. Был тәңгәлдәге эштәр башланды ла инде, ә төп реконструкция киләһе йылда атҡарыласаҡ. Был иһә коллективҡа яңы мөмкинлектәр аса, малсылыҡты яңы кимәлгә күтәрәсәк.
Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 890 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
Дөйөм алғанда, хужалыҡтың бар өлкәләре лә тиерлек рентабелле эшләгән. 9 айҙа тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән бөтәһе 26 млн 680 мең һумлыҡ төшөм алынған, ә саф табыш иһә 1 млн 770 мең һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, эш хаҡы ваҡытында бирелә, төрлө түләүҙәр буйынса бер ниндәй ҙә бурыс юҡ. Был, әлбиттә, бик мөһим фактор. Ғөмүмән, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, производствоны оҫта ойоштороусы Ғ.Б. Сәлимов етәкселегендәге коллектив һөнәри байрамын был юлы ла юғары ҡаҙаныштар, киләсәккә матур уй-хыялдар менән ҡаршылай.

Яңы хужалыҡтың эше лә ырамлы

М. Мырҙабулатов
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе – Баймаҡ тәжрибә хужалығы базаһында ойошторолған яңы предприятие. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре М.Б. Салихов етәкләгән был коллектив ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, элекке данлыҡлы хужалыҡтың төп потенциалын һаҡлап ҡала алды.
Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, хужалыҡ 1141 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 670 тонна ашлыҡ йыйып алды, уңыш 5,9 центнер тәшкил итте. Етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 240 гектарҙа ужым арышы сәселгән. 150 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 140 гектарҙа эшкәртелгән.
Баҫыу эштәрендә механизаторҙар Геннадий Яковлев, Мозафар Маликов, Рәфис Ғайсин, Әхтәм Вахитов, Марсель Баймөхәмәтов, Әсхәт һәм Әхмәт Буранбаевтар, Илфат Ғәйнетдинов һәм Алексей Данилов, Харис Күлибаев, Марат Мырҙабулатов, алдынғы водитель Альберт Һатыбалов һ.б. һынатманы.
Хужалыҡтың баш агрономы В.И. Шәмсетдинов әйтеүенсә, хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Бөтәһе 600 тонна бесән, 450 тонна һалам, 1800 тонна сенаж, 220 тонна фураж тупланған.
Билдәле булыуынса, предприятие ҡеүәтле малсылыҡ комплексына эйә. Бөгөн хужалыҡта 598 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 339 баш һауын һыйыры аҫрала. Йылҡысылыҡ тармағын 243 йылҡы тәшкил итә, шуларҙың 79-ы – һауын бейәләр, ҡалғаны – эш, спорт аттары һәм айғырҙар.
Баш зоотехник Б.М. Ғәббәсов фекеренсә, һауынсылар Вазифа Ғәлиева, Мәфрүзә Күлибаева, Гөлсәсәк Маликова, Миңзифа Яҡупова, моторист Фәрит Ҡырғыҙбаев, быҙау ҡараусылар Шәфҡәт Үҙәнбаев һәм Венера Мостафина, техник-осеменатор һәм һауын гурты бригадиры Ғәфүр Кәримов, малсылар Виктор Линкин, Павел Борисов һәм Рәфит Әхмәтовтар һөнәренең алдынғылары булып танылған. Баш ветврач А.М. Мусин да үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.
“Баймаҡ” ҒПБ-һын бөгөн төбәктә генә түгел, республикала ла йылҡысылыҡ спорты киң үҫешкән предприятие булараҡ яҡшы беләләр. Бында ат спорты мастерҙары Снежана менән Рәмзил Таймасовтар, Мәхейән Сәйетов, Илназ Алтыншин һәм малсы Рафаэль Сафиндарҙың да хеҙмәте ҙур. Ә башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеүгә һәм тәрбиәләүгә аталы-уллы Искәндәр һәм Илсур Сыңғыҙовтар күп көс һала. Ҡымыҙ етештереүҙә Алһыу Моратова һәм Гөлсәсәк Сәғәҙиеваларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ

Йыл да ҡабатлана килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ райондың ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Байҡара” агрофирмаһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Ошо арҡала хужалыҡтың сәселгән 1406 гектарҙағы иген культураларының 80 процент самаһы һәләк булған. Был, әлбиттә, хужалыҡ иҡтисадына ҙур зыян килтерҙе.

Р. Горшенин

Проблемаларға ҡарамаҫтан, агрофирма коллективы, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡа булған тиклем мал аҙығы әҙерләне, фураж һалды, жом һатып алды. Барлыҡ резервтарҙы эшкә егеп, малды имен ҡыш сығарыу – байҡараларҙың яңы миҙгелгә маҡсаты бына шундай.
“Байҡара” агрофирмаһы районда ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле. Бөгөн хужалыҡта 662 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 309 һауын һыйыр аҫрала, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Предприятиела тоҡомсолоҡ эшенә, зоотехния-селекция йүнәлешенә иғтибар көслө. “Байҡара” тулайым һәм көндәлек уртаса һөт етештереү буйынса районда иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән коллективтарҙың береһе.
Агрофирма башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып та танылды. Әле бында 200 башҡа яҡын йылҡы, шул иҫәптән 69 баш тоҡомло бейә аҫрала. Маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә быйыл тоҡомло йылҡы һатыуҙан 1 млн 150 мең һумлыҡ табыш алынған. Киләһе йылда бейәләр һанын 75-кә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Әйткәндәй, ҡымыҙсылыҡ та хужалыҡҡа яҡшы табыш та, дан да килтерә. Һуңғы йылдарҙа байҡаралар республика кимәлендә үткән ҡымыҙ буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашып, иң юғары баһаға лайыҡ булып ҡайтты. Малсылыҡ – табыш алыуҙың төп сығанағы. Һөт етештереүҙән хужалыҡ көн дә 28-30 мең һум килем алып тора. Малсылыҡ базалары ла ҡышҡа яҡшы әҙерләнгән.
Хужалыҡ Риза Горшенин, Йомабай Шәйәхмәтов, Айрат Тотманов, Самат Йәнбәков, Миңниса Шәйәхмәтова, Нәзирә Кейекҡужина, Сөнғәт Йәнбәков кеүек уңған хеҙмәтсәндәре менән билдәле. Бөгөн дә улар хеҙмәт фронтында тырышып эшләй.

Үҙәккә ихтыяж ҙур

“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге 2009 йылдан эшләп килә. Унда Салауат Рафаэль улы Байрамғолов етәкселегендә 8 белгес киң йүнәлештәге һорауҙарға: бар милекселектәге ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә яҙғы баҫыу эштәренән көҙгө ураҡҡа тиклем үҫемлекселек тармағы, малсылыҡ, бухгалтер иҫәбен алыу һәм һалымдар йыйыу буйынса консультация хеҙмәте күрһәтә. Шулай уҡ юридик һорауҙар буйынса, үҙ эшен яңы асыусыларға бизнес-план төҙөүҙә, банк кредиты алыуҙа, механизация һорауҙарында, лизингҡа йәки кредитҡа техника алыуҙа, уны марка һәм заводтар буйынса һайлауҙа ла ярҙам була.
Үҙәк ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә бар йүнәлештәрҙәге (үҫемлекселек, малсылыҡ һ.б.) киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидиялар алыуға документтар әҙерләүҙе лә башҡара, бының турала һәр береһенә шәхси белдереү яһай.
Әлеге көнгә мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан 4290 консультация хеҙмәте башҡарылған. Уларҙың 1239-ы үҫемлекселеккә, 937-һе малсылыҡ тармағы буйынса, 462 – механизацияға, 686-һы иҡтисад һорауҙарына һәм бухгалтер иҫәбен алыуға, 804-е юридик өлкәгә ҡағылышлы булған.
2012 йылда “Баймаҡ” МКҮ-һе муниципаль район сиктәрендә бизнестың тәүбашлап барлыҡҡа килеү стадияһындағы бәләкәй формалы эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам программаһында ҡатнашты һәм 10 кешенең документтары әҙерләнде. Бынан тыш “Эш башлаусы фермер” республика конкурсында ҡатнашырға теләгән 8 кешенең документтарын әҙерләүҙә һәм тапшырыуҙа ярҙам ителде. Уларҙың алтауһы конкурстың бар этаптарын үтеүгә өлгәште. 1 крәҫтиән-фермер хужалығына “2012-2014 йылға КФХ базаларында ғаилә һөт фермаларын үҫтереү” программаһы сиктәрендә консультация ярҙамы күрһәтелде. Ул да шулай уҡ конкурстың бар этаптарын уңышлы үтә алды.
Үткән осорҙа 3 КФХ “Ғаилә һөт малсылыҡ фермалары” республика программаһында ҡатнашыусы статусын алды, “Маяҡ” һәм “Буранбай” ауыл хужалығы етештереүсе кооперативтары төҙөлдө.


Яңы алымдарға таянып

“Рассвет” АХК-һы райондың ауыл хужалығы производствоһында лайыҡлы урынды биләй. А.Б. Шәрипов етәкләгән коллектив төп тармаҡтарҙы үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу өлкәһендә күптәргә үрнәк булып тора. Бының нигеҙендә хужалыҡтың йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Алдынғы механизатор Әғзәм Әбилев һәм водитель Михаил Рассадников
Ҡасандыр иҡтисады артҡа тәгәрәгән предприятие һуңғы йылдарҙа тотороҡло эшләүселәр рәтенә баҫты, яңы алымдарҙы ҡулланыуға йөҙ борҙо. Бөгөн бында иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар (мәҫәлән, майлы етен) сәсеү, малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бар һәм ул хужалыҡтың яҡты киләсәгенә өмөт уята. Һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ, ауыл хужалығындағы башҡа проблемаларға ҡарамаҫтан, кооператив үҫемлекселектән яҡшы уңыш алыуға ирешә, малсылыҡта ла етди аҙымдар яһай.
Быйыл хужалыҡ 2120 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 10717 центнер тулайым ашлыҡ йыйып алды, гектар ҡеүәте уртаса 5,4 центнер тәшкил итте. Быйылғы шарттарҙа был насар күрһәткес түгел. Был күләм киләһе сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ һалыу, фураж әҙерләү һәм хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә иген таратыу мөмкинлеге биргән.
Хужалыҡта иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар сәсеүгә курс алынған. Мәҫәлән, быйыл 93 гектарҙа майлы етен сәселгән, унан яҡшы уңыш үҫтереп алынған. Киләһе йылда уның майҙаны тағы ла артасаҡ. Әйткәндәй, был культураға һорау бик ҙур һәм уға хаҡ та юғары. Бер үк ваҡытта күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу, страховка культураһы – ужым арышы сәсеүгә лә иғтибар ҙур. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, 420 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
“Рассвет” АХК-һы ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле, ул хужалыҡ иҡтисадында ҙур роль уйнай. Быйыл да мал ҡышлатыу миҙгеленә коллектив яҡшы әҙерләнде. Иң тәүге сиратта ныҡлы мал аҙығы базаһы тупланды – 235 тонна бесән, 2177 тонна сенаж, 320 тонна силос, 330 тонна һалам, 207 тонна иген фуражы һалынды. Фураждағы шартлы һәр баш малға ҡарата 14,1 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған, был – районда иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
Бөгөн кооперативта 620 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 275 башын һауын көтөүе тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле, мал һаны йылдан-йыл арта бара. Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барып, быйылдан рассветтар һыйырҙарҙы көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыуға күскән. Был алымдың малсылыҡ тармағы өсөн табышлы һәм отошло булыуы һәр кемгә мәғлүм. Сентябрь айынан уҡ һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған һәм бөгөнгә бөтәһе 90 баш самаһы үрсем алынған да инде. Ғөмүмән, быйылғы осорҙа хужалыҡта 230 баш быҙау алыу күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, һыйырҙар тулыһынса яһалма ҡасырыла, был тәңгәлдә ҡара-сыбар һәм симменталь тоҡомло үгеҙҙәрҙең орлоғо файҙаланыла. Был яуаплы эш Вәкил Юнысбаевҡа ышанып тапшырылған.
Малсылыҡ базаларын реконструкциялау һәм ремонтлауға йыл да ҙур иғтибар бүленә. Зәбир Ғибатов бригадаһы егеттәре быйыл да ҙур күләмдәге эштәрҙе атҡарып сыҡҡан. Атап әйткәндә, 350 метр оҙонлоғонда ҡойма яңыртылған, бер һыйыр аҙбары реконструкцияланған, тиреҫ сығарыу транспортерҙары алмаштырылған, башҡа эштәр башҡарылған.
Предприятиела үгеҙ һимертеү майҙансығы булдырыу буйынса эш башланған. Киләһе йылда кәмендә 70-80 баш малды һимертеү һәм иткә оҙатыу планлаштырыла.
Кооператив техник потенциалды яңыртыуға йылдың-йылы ҙур иғтибар бүлә. Быйыл, мәҫәлән, хужалыҡ ике берәмек өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы һатып алды.
Күреүебеҙсә, “Рассвет” АХК-һы коллективы заман менән бергә атларға, тармаҡтарҙы перспектив йүнәлештә үҫтерергә тырыша. Был уларҙың көндәлек эштәрендә сағылыш таба.


Кеше һөнәре менән матур

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы бына нисә йылдар буйы үҙе әҙерләп сығарған кадрҙар менән дан тота. Илдең һәм республиканың агросәнәғәт комплексын сифатлы белгестәр менән тәьмин итеүҙәге уңыштар, әлбиттә, педагогик коллективтың оло хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
И. Исхаҡов

Әйтергә кәрәк, студенттар бында бай матди-техник база нигеҙендә белем ала. Уҡыу кабинеттары яҡшы йыһазландырылған, техника паркы ла бай.
Тейешле белем шарттарын булдырыуға ҙур көс һалған производство белеме биреү мастеры Ишморат Фәтих улы Исхаҡовты билдәләп үтергә кәрәк. Кабинет мөдире вазифаһын үтәп, ул биҙәлеш һәм йыһазландырыуға күп иғтибар бүлә: плакаттар, макеттар, схемалар әҙерләй, үҙенә беркетелгән техниканы яҡшы торошта тота. Шуға күрә лә Ишморат Фәтих улының дәрестәрендә студенттар алдынғы эш алымдарын, заманса техника һәм производство техникаһын тулы кимәлдә өйрәнә. Һөҙөмтәлә, улар квалификациялы эштәрҙе үтәүҙә һәм имтихандарҙы тапшырыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Производство белеме биреү мастеры үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә төп ҡағиҙә итеп дөйөм белем биреү, һөнәри, мәҙәни үҫтереүҙе, техник ижад итеүгә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быларҙың барыһы ла белем алыусылар араһында әхлаҡи тәрбиәгә, йәмғиәткә, ғаиләгә кәрәкле ысын кеше булып үҫешергә булышлыҡ итә.
Ишморат Фәтих улы Исхаҡовтың техникумдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын, художестволы үҙешмәкәрлектә уңышлы сығыш яһауын Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Үҙ эшен яҡшы белгән, уға тоғро ҡалған эшһөйәр уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Махсус сығарылышты Азамат Мөхәмәтшин, Айбулат Ишназаров әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий