29 окт. 2012 г.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Был донъяла тик ныҡыш хеҙмәт кенә кешегә бәхет килтерә. Ғүмер буйы тир түгеп, тырышып эшләгән кеше генә ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ.
Ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла абруй ҡаҙанған уҡытыусы, мәғариф ветераны, үҙ ғүмеренең 40 йылын йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған Сабирйән Әмирйән улы Янбаев ошо көндәрҙә 80 йәшен тултырҙы.

Ҡартатайым 1932 йылда Йомаш ауылы эргәһендәге Әптекәй ауылында донъяға килә. Уның ғаиләһе 1939 йылда Аҡморон ауылына күсә һәм ошо ауылда тәүге тапҡыр мәктәпкә бара. Ә 1947 йылда Комсомол ауылына күсеп киләләр һәм күрше ауылда урынлашҡан Йомаш мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Мәктәпте 1951 йылда тамамлап, ҡартатайым Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә.

1955 йылда ҡулына диплом алып, Баймаҡ районы Йолалы мәктәбенә эшкә ебәрелә. Бер аҙ эшләп алғандан һуң, Сабирйән Әмирйән улы Йомаш мәктәбенә эшкә ҡайта. Рәсем һәм хеҙмәт дәрестәренән белем бирә ул.
Сабирйән Әмирйән улының тырыш хеҙмәте 1983 йылда “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы”, 1986 йылда “СССР-ҙың мәғариф отличнигы” исемдәре менән баһалана.

Минең ҡартатайым шулай уҡ профсоюз ағзаһы, Йомаш ауыл советы депутаты булып та хеҙмәт итә, төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ул һис тә буш ултырырға яратмай: мандолина, скрипкала өҙҙөрөп уйнай, шиғыр яҙа. Шулай уҡ умарта ла тота.

Әле Сабирйән Янбаев тормош юлдашы Миңлебикә Шәрифулла ҡыҙы менән Йомаш ауылында үҙҙәренең биш балаһына һәм беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә өлгө булып, матур ғүмер итәләр. Ҡартәсәйем Миңлебикә ҡул эштәренә, аш-һыуға әүәҫ булһа, ҡартатайым Сабирйән – балта оҫтаһы. Уларҙың йортонда “Өлгөлө йорт” тигән билдә тора!

Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисергән был һоҡланғыс парға киләсәктә бәрәкәтле тормош, ныҡлы һаулыҡ һәм тағы ла ошолай беҙгә үрнәк булып йәшәүҙәрен теләйем.

Гөлназ Янбаева,
Йомаш мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.