29 окт. 2012 г.

ПРОБЛЕМА КҮТӘРӘБЕҘ

Ҡала йөҙө вокзалдан башлана

Тимер юл, автобус вокзалы булһынмы – ул һәр кемде ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Унан аша кемдәр генә килмәй ҙә, кемдәр китмәй. Бик күптәрҙең яҙмышлы осрашыуҙары, үкенесле айырылышыуҙары ошо урын менән бәйләнгән. 
Хәҙер республикабыҙҙың ҡайһы ғына ҡалаһына йәки район үҙәгенә барма заманса төҙөлгән вокзалдар ҡаршы ала. Мин ҡырға китмәйенсә үҙебеҙҙең ҡала вокзалы тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.

Һүҙ юҡ, һуңғы йылдарҙа был бина күҙгә күренеп үҙгәрҙе: тирә-яғы ярайһы уҡ тәртипкә килтерелде, асфальт түшәлде. Эске яҡтан да, тыштан да юлсылар өсөн күп йәһәттән уңайлыҡтар тыуҙырылды, тамаҡ ялғап алыу өсөн кескәй генә кафе ла, киоскылар ҙа асылды, эс яҡтан бәҙрәф тә булдырылды. Шулай уҡ һәр йүнәлешкә сыҡҡан автобус өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тауыш көсәйткес аша белдереүҙәр һәр кемдең күңелендә ыңғай тәьҫорат ҡалдыра. Ләкин вокзалдағы ыңғай күренештәр менән бер рәттән, юлсыларҙың күңелен ҡырған етешһеҙлектәр ҙә бар.
Күптән түгел ауыр сумаҙандар күтәргән ике ханым автобус баҫҡысына көс-хәл менән күтәрелә башлағайны, йәш кенә билет тикшереүсе уларға: “Йәһәт ҡуҙғалығыҙ, күрмәйһегеҙме ни башҡаларҙың инеп барғанын”, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ярай әле, минең янда буш урын бар ине, ханымдар шунда килеп ултырҙы. Икеһе лә Орск ҡалаһынан, ял итергә «Талҡаҫ» шифаханаһына китеп баралар икән.
– Бөгөн Сибай ҡалаһында булғайныҡ, унда нисектер бындағыға ҡарағанда контролерҙар яғымлы ла, итәғәтле лә күренде. Хатта беҙгә хәйерле юл теләп ҡалдылар, – тип фекерҙәрен белдерҙе юлдаштарым.
Уларҙың һүҙенә мин бер нисек тә яуап ҡайтара алманым. Минең күңелемде уңайһыҙланыу, ғәрләнеү тойғолары биләп алды. Вокзалдағы контролерҙарҙың (әлбиттә, барыһы ла тип әйтеп булмай) тупаҫлығын, вайымһыҙ булыуын был ике ханым ғына түгел, бик күп юлсылар һәм, шул иҫәптән, мин дә татып ҡарағаным булды.
Вокзалдың эсендә һәм тышында кассалар бар. Ләкин ҡайһы бер осраҡта эстәге икәүһенең берәүһе генә эшләй, шуға күрә лә бында оҙон сират барлыҡҡа килә, пассажирҙар менән кассир араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Етмәһә, билеттарҙа урындар күрһәтелмәй, шунлыҡтан автобусҡа ултырыу өсөн этеш-төртөш барлыҡҡа килә.
Вокзалда полиция пункты бар. Тик ул исем өсөн генә тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Тәртип һаҡсылары бында бик һирәк күренә, хатта улар юҡ тиһәң дә була. Шуға күрә лә вокзалдың кескәй генә кафеһында һыра йәки үҙҙәре менән араҡы алып килеп эсеп, иҫереп ғауға ҡуптарып ултырыусыларҙы ла йыш күрергә була.
Вокзалдағы тауыш көсәйткесте күптән көйләргә ваҡыт. Иғландар ҡайһы саҡ яңғырап тора, ҡайһы саҡта бөтөнләй ишетелмәй. Башҡортса-урыҫса белдереүҙәрҙә өҙөклөктәр күп.
Бинаға инеү юлдары тәртипкә килтерелһә лә, барыһы ла ал да гөл түгел әле. Ҡала яғынан йәйәүләп килгән пассажирҙар ғәҙәттә 105-се һөнәрселек лицейы яғынан тура һуҡмаҡты үҙ итә. Әлеге лә баяғы улар таулы, соҡорло бысраҡ юлдан үтеп, күп михнәттәргә тарый. Был урынды тәртипкә килтереү тураһында бынан тиҫтә йылдар элек матбуғатта мәҡәләләр ҙә донъя күргәйне. Ләкин ошоға тиклем хәл һаман да үҙгәрешһеҙ ҡалыуын дауам итә.
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡтың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә: соҡор-саҡырлы юлдарға асфальт түшәлә, заманса төҙөлгән өйҙәр барлыҡҡа килә.
Алдағы йылда ҡаланың юбилейы билдәләнеүен иҫәпкә алғанда, үрҙә атап кителгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшһәк, республикала күптән үк билдәлелек яулаған районыбыҙ һәм ҡалабыҙ тағы ла күркәмләнер ине.

М. ХӘБИРОВ, хеҙмәт ветераны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий