8 окт. 2012 г.

Фиҙаҡәр хеҙмәт эйәһе

Тамашасы менән шығырым тулы зал. Күптән осраша алмай йөрөгән, әле һағынышып күрешкән кешеләрҙең йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. “Һауғынаһыңмы? Ни хәлдәрҙә йәшәйһең?” – ошоға оҡшаш һорауҙарҙы әле бер, әле икенселәр бер-береһенә биреп, ҡосаҡлашып ала.
Сәхнәлә уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышевтың фоторәсеме тора. Унан саҡ ҡына аҫтараҡ плакатта М.Фәйзиҙең шиғри юлдары элеп ҡуйылған:

Мин Юлыҡҡа күңелемде  төбәп килдем,
Йәмле тормош, яҡын дуҫтар  эҙләп килдем.
Тәбиғәттең йәмдәргә бай ерҙәренә
Идеалымдың йондоҙҙарын  күҙләп килдем.

Ниндәйҙер моңһоу ҙа, тантаналы ла моңдоң ағылыуы күңелдәрҙе тағы бер ҡат елкендереп ҡуйҙы. Бына-бына, хәҙер генә башлана ул тантаналы минуттар...
Шул саҡ сәхнәгә боронғоса кейенгән бер төркөм малайҙар килеп сыҡты һәм һатыусы булып уйнай башланы. Иҫкереп, туҙып бөткән кәнфит ҡағыҙҙары аҡса ролен үтәй. Ололар йәрминкәгә юлланған саҡта бала-сағаның был яратҡан уйыны була. Бына олаталары йәрминкәнән ейәндәренә китап алып ҡайта. Ә шуҡ малайҙарға шунан да ҙурыраҡ бүләк бармы?!
Юлыҡ урта мәктәбе уҡыусылары күрһәткән был тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Был бәләкәй генә “спектакль” үҙенең 110 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Ә.М. Чанышевтың бала сағынан бер күренеш ине.
...Әҙеһәм Миҙхәт улы Чанышев 1902 йылдың 27 сентябрендә Юлыҡ ауылында донъяға килә. Ике бер туған ағалы-ҡустылы Садыҡ менән Әҙеһәм бик иртә ата-әсәһеҙ тороп ҡала һәм олатаһы тәрбиәһенә күсә. Был ваҡытта Ҡаһарман Ҡотлоғәләм улы Чанышев башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән була. Ул ейәндәренә тейешле белем биреү тураһында хыяллана. Шуға ла ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ике малайҙы ла уҡырға индерә. Әҙеһәм олатаһы юлын дауам итер өсөн 1919 йылда ауылына кире әйләнеп ҡайта.
Тиҙҙән Юлыҡ ауылына драматург Мирхәйҙәр Фәйзи күсеп килә һәм Әҙеһәм Чанышев менән бергә ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Улар, ауыл аҡһаҡалдарының ҡаршы төшөүҙәренә ҡарамаҫтан, драма түңәрәге ойоштора. Баштараҡ ҡатын-ҡыҙ ролен йәшерәк егеттәр башҡарһа, аҙаҡ ҡыҙҙар ҙа йәлеп ителә. Ә 1924 йылда ауылда Ә.М. Чанышев етәкселегендә кооператив та ойошторола.
1926-1928 йылдарҙа Әҙеһәм Миҙхәт улы Баймаҡ ҡалаһындағы башланғыс мәктәптә мөдир булып эшләй. Унан һуң белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөлә уҡып ҡайта. 1930 йыл – районлаштырыу осоро башлана. Шул саҡ Ә.М. Чанышев мәктәптәр буйынса инспектор итеп тәғәйенләнә, һуңынан райондың мәғәриф бүлеге барлыҡҡа килгәс, уның тәүге мөдире була. Ә 1933 йылда Ә.М. Чанышев бер үк ваҡытта урта мәктәп директоры вазифаһын да башҡара.
1942 йылда районға мәғариф министры урынбаҫары килә һәм Әҙеһәм Чанышевты райондың мәғариф бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләй. Тап ошо йылдарҙа етем ҡалған балалар өсөн приют асыла ла инде.
Был вазифала Ә.М. Чанышев 1953 йылға тиклем эшләй. 1958 йылда Сибай ҡалаһына күсеп килә һәм ете йыллыҡ мәктәптең директоры, артабан ҡаланың 7-се мәктәбендә завуч булып эшләй.
Әҙеһәм Миҙхәт улының тырыш хеҙмәте Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе ордендары һәм миҙалдар, “Мәғариф отличнигы” билдәһе менән баһалана...
Кисәлә шулай уҡ мәғариф ветеранының балалары һәм ейәнсәре ҡатнашты. Әҙеһәм Миҙхәт улының ейәнсәре Л.Шитикова ҙур тулҡынланыу менән: “Мин ҡартатайым менән ғорурланам. Уның тураһында ябай ғына, тулыһынса үҙ эшенә бирелеп эшләне, тип кенә әйтеү мөмкин түгел. Ул мәғрифәтселек эше менән янып йәшәне”, – тине.
Бик күп китаптар авторы А.Тажетдинов “Юлыҡ ауылында Чанышев фамилияһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?” – тигән һорауға яуап бирергә тырышты.
Кешене эше биҙәй, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Хәтер кисәһенә йыйылғандар бының асыҡ дәлиле. Кисәнең артабанғы өлөшө сәхнәлә түгел, ә тамашасылар залында дауам итте. Интервью формаһында ҡоролған был бүлектә ҡасандыр Ә.М. Чанышев менән бергә, йәиһә уның етәкселегендә эшләгән аҡһаҡалдар һәм уларҙың уҡыусылары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә Юлыҡ мәктәбендә 40 йыл уҡытыусы булып эшләгән Ф.Х. Әбүбәкиров менән әле Сибай ҡалаһында “Йәнгүҙәй” халыҡ йырҙары ансамбле солисы Ф.И. Ғөбәйҙуллина йәш саҡта яратып башҡарған “Ғәлиәбаныу” йырын башҡарҙы. Кисәне Рауил Харрасов башҡарған моңло йыр тамамланы.

Эльмира Кейекҡужина.
Фотола: Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары тамаша күрһәтә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий