8 окт. 2012 г.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған


28 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Р.Б. Нәбиуллин беҙҙең районда эш сәфәре менән булды.
Ул муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында райондың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, урындағы “Урман сәнәғәтселәре берлеге” эшҡыуарҙары һ.б. ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, хәҙерге көндә беҙҙең районда ағас эше менән шөғөлләнеүсе 41 шәхси эшҡыуар бер ойошмаға берләшеп эшләй. Берлеккә тигеҙ өлөш индергән эшҡыуарҙарҙың төп маҡсаты — ҙур эш күләме алып, заманса технологияларға нигеҙләнеп, сифатлы һәм һорау менән файҙаланған пиломатериалдар етештереү, уны отошло шарттарҙа һатыу, шуның менән район бюджетына тос өлөш индереү, урындағы халыҡ өсөн эш урындары булдырыу. Әле ойоштороу эштәре тамамланған, артабанғы эшмәкәрлекте билдәләүсе махсус проекттар әҙерләнгән. Районда ағас материалдары етештереү буйынса завод асыу, производствоны яйға һалыу мөмкинлеге бар. Әле был тәңгәлдә инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Рәжәп Байғондо улы әйтеүенсә, эшҡыуарҙар пиломатериалдар етештереүҙән тыш, урманды кире тергеҙеү менән дә шөғөлләнергә тейеш. Бында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк.  Шулай уҡ ҡалдыҡһыҙ производство булдырыу мөмкинлектәре лә бар. Әйткәндәй, әлеге мәлдә республикала ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы асыу буйынса ойоштороу эштәре алып барыла. Тимәк, ҡеүәтле заводты ағас ҡалдыҡтары менән тәьмин итеүҙә беҙҙең урман сәнәғәтселәре лә ҡатнаша ала. «Һеҙ ошо ерҙең хужалары. Дәүләт тарафынан ошо тармаҡты үҫтереүгә иғтибар ҙур. Иң мөһиме, эшләгеҙ, ә ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер», — тине Р.Нәбиуллин.
Аҙаҡтан министр эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов райондағы хәлдәр, урман хужалығы өлкәһендәге мәсьәләләр һ.б. тураһында һөйләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.