8 окт. 2012 г.

Халыҡ именлеге – беренсе сиратта


2012 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 80 йыл тула. Шул айҡанлы Рәсәйҙә генә түгел, районда ла ҙур саралар уҙа. Был тәңгәлдә Баймаҡта ниндәй эштәр алып барыла? Баймаҡ районы һәм ҡалаһындағы 114-се янғын һүндереү часы начальнигы Р.Й. Аҡбулатов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
 
– Рәмил Йәҙгәр улы, Рәсәйҙә Граждандар оборонаһы айлығы ҡасан һәм ниндәй маҡсатта уҙғарыла башлаған?
– Граждандар оборонаһы термины Беренсе донъя һуғышында Германияның хәрби-һауа көстәре тарафынан бомбаға тотолоп, күп кешеләрен юғалтҡан һәм емереклектәргә дусар булған Великобританияла барлыҡҡа килгән. Һуғыштан һуң күп илдәрҙә халыҡты авиация һөжүменән, химик ҡоралдарҙан һаҡлау саралары күрелә башлай. Ҡаршы яҡтың иң төпкөл ауылына ла осоп барып етеүгә һәм граждандарҙың объекттарын бомбаға тотоуға һәләтле хәрби авиацияның барлыҡҡа килеүе, уның киҫкен үҫеш алыуы халыҡ именлегенә хәүеф менән янай. Һөҙөмтәлә, 1932 йылдың 4 октябрендә СССР-ҙың Халыҡ комиссариаты Советы һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы тураһындағы ҡарар ҡабул итә һәм урындарҙа һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһын ойоштора.
 
– Граждандар оборонаһы бөгөн ниндәй принциптарҙан сығып эш итә?  
– 80 йыллыҡ тарихы булған Граждандар оборонаһының төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм ҡаласаҡ: кеше именлеген һаҡлау. Граждандар оборонаһы бурыстарының эффектлы үтәлеше өсөн Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла идара итеү үҙәктәре барлыҡҡа килгән. Муниципаль округтарҙа ла берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ойошторолған. Беҙҙә ул 114-се янғын һүндереү часында урынлашҡан. Тәүлек әйләнәһенә стихиялы ҡазаларҙы, катастрофаларҙы, аварияларҙы бөтөрөү һәм граждандар оборонаһы бурыстарын үтәү бурыстары йөкмәтелгән. Граждандар оборонаһы, идара итеү системаһы эффектлы үҫеш ала.
 
– Янғын һүндереү часы тәүлек әйләнәһенә кеше именлеге һағына баҫҡан. Һеҙҙең хеҙмәт граждандар оборонаһы буйынса ла даими саралар күрә...
– Килеп тыуған бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, уны булдырмау күпкә әһәмиәтлерәк. Ҡалала һәм ауылдарҙа граждандарҙы төрлө хәүеф-хәтәрҙән яҡлау буйынса саралар даими үтеп килһә лә, район масштабында иғлан ителгән айлыҡ йыл да ойошторола. Халыҡ төрлө сетерекле хәлдәрҙә ҡаушап ҡалмай, унан дөрөҫ сығыу юлдарын таба, үҙ-үҙен яҡлай белһен өсөн күнекмәләр, уҡыуҙар ойошторола. Яҙлы-көҙлө торлаҡ йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерәбеҙ. Мәғариф, социаль объекттарҙың да торошо күҙәтеү аҫтына алына. Ә инде айлыҡ барышында, планға ярашлы, мәктәптәрҙә һәм предприятиеларҙа күнекмәләр уҙғарабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, Ҡуянтауҙа, Баймаҡ лицей-интернатында үтте. Бөрө ҡалаһында уҙған янғын һүндереүселәрҙең чемпионатында ла Баймаҡ командаһы айырым һынауҙар буйынса яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Сибай ҡалаһындағы “Баштрансгаз” ААЙ-һында, урындағы янғын һүндереүселәр менән берлектә, күнекмә үткәрҙек.
Профилактика саралары бөтә уҡыу йорттарында ла алып барыла. Йәмғиәт нигеҙҙәрен өйрәнеү уҡытыусылары ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Урында балалар менән ныҡлы күнекмәләр алып барыла. Был тәңгәлдә 105-се һөнәрселек лицейы уҡытыусыһы Р.Ғ. Исҡужинды әйтеп китергә мөмкин.
Бынан тыш, ҡала һәм районда үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһы эшләй. Сигнал тауышын ишетеү менән бөтә халыҡ телевизор йәки радионы тоҡандырып, унда тапшырылған ашығыс белдереүҙе тыңларға бурыслы. Кешенең ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта, әйтелгән тәҡдимдәрҙе һәм күрһәтмәләрҙе һәр кем мотлаҡ үтәргә тейеш. Ҡалала 5 сирена һәм 5 тауыш көсәйткес бар.  
 
– Ни өсөн бөгөн күнекмәләр үткәреүгә айырым иғтибар бирелә?
– Тәбиғи һәм техноген характерҙағы хәл-ваҡиға килеп тыуа ҡалһа, авария-ҡотҡарыу сараларын дөрөҫ үтәй белеү ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Беренсе медицина ярҙамын күрһәтә белеү ҙә мотлаҡ. Янғын сыға ҡалһа, янғын һүндереүселәр килгәнсә уны үҙаллы һүндереү сараларын күрергә кәрәк. Белеүебеҙсә, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юлыҡҡан кеше төрлө кисерештәргә еңел бирелә. Экстремаль ситуацияларға юлыҡҡанда күбеһе, алдан психологик әҙерлек үтмәгәнлектән, үлемгә дусар була. Уларҙы солғап алған ҡурҡыу тойғоһо тағы ла ҙурыраҡ бәләгә этәрә. Анализ күрһәтеүенсә, 50-70 процент халыҡ килеп тыуған хәлдән сығыу юлын аңлап эш итерлек хәлдә булмай. Бары тик төрлө хәл-ваҡиғаларға әҙер булған кеше генә юғалып ҡалмай, һәр нәмәне уйлап эш итә. Бөгөн кеше үҙен, яҡындарын һәр нәмәнән дә яҡларға һәм ҡурсаларға әҙер булырға тейеш. Шуның өсөн дә профилактик сараларҙы тейешле кимәлдә уҙғарыуға өҫтөнлөк бирелә.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий