1 нояб. 2012 г.

Ҡалабыҙ матур булһын!


БРСУ эшселәре ҡала урамын таҙарта

Бөгөн ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылауға тулы әҙерлек бара. Байрамға әҙерлек сиктәрендә Баймаҡта ҙур эштәр көтөлә. Беҙ, баймаҡтар, уға ниндәй өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ?
 

Һуңғы йылдарҙа ҡалала һәм районда төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, байтаҡ эштәр бойомға ашырыла. Әммә аҙаҡҡы осорҙа “Таҙа кесаҙна”лар онотолоп бара. Учреждение, ойошма, предприятие биләмәләрен япраҡтан таҙартыу, төҙөкләндереү саралары ни сәбәптәндер быйыл һүлпәнерәк бара. Яҙғыһын умырзаялар урынына буш шешәләр, ҡағыҙҙар, сүп-сарҙың “сәскә атыуын” теләмәйбеҙҙер бит?
 
Ғәҙәттә, мәғариф учреждениелары, үҙәк ҡала дауаханаһы, “Техник-инвентаризация бюроһы” ДУП-ының Баймаҡ район-ара филиалы, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы, “Россельхозбанк” ААЙ-һы, Пенсия фонды, Баймаҡ почтамты, район элемтә үҙәге, Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ ойошмаһы хеҙмәт коллективтары үҙ биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ләкин бындай сараларҙан “Магнит” селтәре магазиндарының, Ленин урамындағы һәм башҡа сауҙа нөктәләренең ситтә ҡалыуы аңлашылмай.
 
Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын билдәләгәндә үҙ биләмәбеҙҙе ниндәй итеп күрергә теләр инек? Баҡсаларға ағастар ултыртыу, сәскәләр өсөн клумбалар эшләү, биналарҙы төҙөкләндереү сараларын быйыл уҡ хәл итеп, планлаштырып ҡуйыу яҙыҡ булмаҫ ине. Оло юбилейға бөгөндән әҙерлек алып бармаһаҡ, иртәгә һуң булмаҫмы?

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.