1 нояб. 2012 г.

“Туған теленән оялған балалар үҫтереүҙән тыйылайыҡ...”


Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте. Унда район-ҡала советы депутаттары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, предприятие-ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, дин әһелдәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ сараға Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының бүлек мөдире, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Г.Г. Янбаеваның да килеүе, был ултырыштың мөһимлеген билдәләне.

Ҡорға йыйылыусыларҙың төп маҡсаттарының береһе – мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыу ине. Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы мәғариф системаһындағы закондарҙы ҡарай, уларға үҙгәрештәр индерә. Баймаҡтар был мөһим, сәйәси ваҡиғаға үҙ өлөшөн индереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Сөнки һуңғы арала мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға иғтибар бирелмәй башланы, күп әсә теле уҡытыусылары эшенән ҡыҫҡартылыу сәбәпле, үҙенә яңы хеҙмәт урыны эҙләргә мәжбүр. Ҡоролтайҙа ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында фәһемле һәм киҫкен сығыштар яңғыраны.
 
Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Р.Ф. Иҫәнбаев: “Республика үҙаллылыҡ яулағандан һуң, Башҡортостан күп үҙгәрештәр кисерҙе. Башҡорт телендә гәзит-журналдар донъя күрә башланы, туған телебеҙ хаҡлы рәүештә дәүләт статусын яуланы. Шуға ҡарамаҫтан, күп башҡорт зыялыларының, профессорҙарҙың үҙ телендә сығыш яһамауы, хатта бөтөнләй белмәүе телебеҙҙе кәмһетә тип иҫәпләйем. Әлбиттә, тәрбиә ғаиләлә башлана. Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, элек-электән башҡорт ғаиләһендә һәр кемдең үҙ урыны булған, халҡыбыҙҙың йыр-бейеүен, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелгән, телебеҙгә, милләтебеҙгә хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләнгән. Беҙҙең район-ҡалала йәш ғаиләләр өсөн күп эш башҡарыла. Улар торлаҡ төҙөгәндә, сабыйҙары донъяға килгәндә һ.б. төрлө субсидиялар ала. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа өйләнмәгән, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең булыуы борсоуға һала. Йәштәрҙең Интернет донъяһында гиҙеп, китап уҡымауы, әхлаҡи тәрбиә алыу урынына, сит ил йоғонтоһона бирелеүе хафалы. Был мәсьәләләрҙең барыһын да тик үҙебеҙ хәл итә алабыҙ” – тип һөйләне.  
 
Өмөтбай мәктәбе директоры И.Ә. Зәйнуллин: “Хәҙер мәктәптәрҙә “иң мөһиме – берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү” тип, ошо һынауҙарға ингән фәндәргә иғтибарҙы арттыралар. Эйе, имтихандарҙы тапшырырға кәрәк, тик ни өсөн барыһы ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре иҫәбенә эшләнергә тейеш? Шулай уҡ күп мәктәп етәкселәренең мәғариф системаһына яңы стандарт индерелеүенә һылтанып, тик рус телендә уҡытылған программаларҙы һайлауы аңлашылмай. Башҡорттарҙың төбәге булып һаналған Баймаҡ районында балаларҙың үҙ телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Үҙ телен белмәгән, үҙ милләтенән оялған балалар тәрбиәләгән мәктәптең эшен ниндәй һүҙҙәр менән баһалап була?” – тигән һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде.  
 
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Р.Х. Йәнсурин: “Өҫтән килгән бар закондарҙы беҙ сәпәкәйләп ҡаршы алып ултырырға тейеш түгелбеҙҙер, моғайын. Үҙ фекеребеҙҙе ҡурҡмай әйтергә, килешмәүебеҙҙе лә белдерергә кәрәк. Башҡорт телен башҡорт ерендә уҡытыу буйынса бер ниндәй проблема булырға тейеш түгел! Беҙ РФ Конституцияһы буйынса үҙ телебеҙҙә уҡырға, һөйләшергә, аралашырға хаҡлыбыҙ”, – тигән һүҙҙәре ҡорға йыйылыусыларҙы уйға һалды.
Шулай уҡ И.М. Латыпова, Ғ.Р. Кейекбирҙина, Ғ.Х. Ғарифуллина, Р.С. Хәсәнов һ.б. фекерҙәре тос яңғыраны. Район советы секретары Р.З. Ишбулатов район-ҡалала тел, динде үҫтереү, уға иғтибар булдырыу өсөн күп эш башҡарылыуын, шул уҡ ваҡытта асыласаҡ мәҙрәсәгә – шәкерттәр йыйыу, балаларҙы юғары рухлы итеп тәрбиәләү мөһимлеген дә билдәләп үтте.
 
Г.Г. Янбаева: “Беҙ нимә сыҡһа ла – баймаҡтарҙан сыға, тип юҡҡа әйтмәйбеҙ. Баймаҡ районында иң боронғо башҡорттар ғына түгел, ә иң боронғо халыҡ йәшәгәне иҫбатланды. Шуға күрә Башҡортостан янында ниндәй генә ханлыҡтар, илдәр булып юҡҡа сыҡһа ла, башҡорттар әле лә йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы халҡыбыҙ өсөн мөһим проблемаларҙы ҡарай, уны хәл итеү юлдарын эҙләй һәм таба. Мәҫәлән, беҙҙең Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары РФ законына ярашлы, үҙ эш урынын һаҡлап ҡала алды. Был йәһәттән һеҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә борсоулы шылтыратыуҙар булманы бит. Законды белеп эш итергә кәрәк. Ҡоролтайҙың һәр ауылда аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр һәм йәштәр советынан торған таяуҙары, терәк-таянысы булырға тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы, һеҙҙең районығыҙҙа был ойошмалар күптән һәм әүҙем эшләп килә. Өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, беҙҙең халҡыбыҙ барлыҡҡа килгәндән алып төрлө ауырлыҡтарға дусар була, әммә беҙ һәр саҡ еңеүсе булып сығабыҙ”, – тине.
 
Ултырыштың иң тантаналы минуттары ул – Баймаҡ ҡоролтайы рәйесе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровҡа БР Ҡоролтайының миҙалын тапшырыу булғандыр. Артабан урындарҙағы ҡоролтай ойошмаһында әүҙем эшләгән райондаштарыбыҙ Почет грамоталары менән бүләкләнде. Шулай уҡ был мөһим сараның резолюцияһы ҡабул ителде һәм Ҡоролтай башҡарма комитетының яңы составы раҫланды.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.
Ҡоролтай «Урал» йырынан башланды

Комментариев нет:

Отправить комментарий