8 нояб. 2012 г.

Партияның тоғро һалдаты


Мәғариф ветераны Т.А. Арыҫланғәлин тормош юлын сағыу ҙа, мәртәбәле лә үткән арҙаҡлы ир уҙамандарының береһе. Райондың ул саҡтағы мәғариф системаһындағы уңыштары, һис шикһеҙ, тап уның исеме менән бәйләнгән.

...1958 йылда яңы ғына Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес – Минира һәм Тимерғәле Арыҫланғәлиндар Түбә ҡасабаһындағы 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбенә уҡытырға киләләр. Тимерғәле Абдрахман улы – физиканан, Минира Ғәләүетдин ҡыҙы математиканан белем бирҙеләр. Мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов йәш белгестәрҙе ихлас ҡаршы алып, һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышты.

Бер нисә йылдан дәрт-дарманы ташып торған Тимерғәле Арыҫланғәлинды мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп үрләтәләр, ә 1966 йылда уға директор вазифаһын ышанып тапшыралар. Берҙәм, татыу коллективта ун өс йыл эшләү дәүерендә Тимерғәле Абдрахман улы остазы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың данлы традицияһын дауам итеп, Түбә урта мәктәбенең абруйын һаҡлау һәм күтәреү өсөн бар көсөн һала. Мәктәп өлгәш һәм тәртип буйынса район мәктәптәре араһында алдынғылыҡты бирмәй. Яңы уҡыу йылына әҙерләнеү буйынса ла мәктәп күп тапҡырҙар КПСС район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағын яулай. Тап ошо йылдарҙа Т.Арыҫланғәлин Коммунистар партияһы сафына инә. 
 
Мәктәптә дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөгән саҡта, көтмәгәндә уны КПСС район комитетына саҡырып алалар һәм район мәғариф бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был системала байтаҡ тәжрибә туплаған етәксе тәү көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотона, кадрҙар үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Район мәктәптәре эшмәкәрлеген йәнләндереү маҡсатында инспекторҙар төркөмө булдырыла. Уның вәкилдәре белем усаҡтары эше менән яҡындан таныша, педагогик ярҙам ойоштора. Һөҙөмтәлә, райондың мәғариф өлкәһе күҙгә күренеп алға китә. Шул уҡ ваҡытта районда медицина кадрҙарына үтә ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, сығарылыш уҡыусылары араһынан 10-15 егет һәм ҡыҙҙы махсус йүнәлтмә менән медицина институтына уҡыуға ебәреүҙе ойоштора. Был ысул үҙен аҡлай, ваҡыт үтеү менән район дауаханаһы медицина белгестәре менән тулылана башлай. Район мәғариф бүлеге бар күрһәткестәр буйынса ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә һәм БАССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була.
 
Район мәғариф бүлеген һигеҙ йыл буйы етәкләгәндән һуң, Тимерғәле Абдрахман улын Баймаҡ мәктәп-интернатына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан ул хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡаланың 3-сө урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡара.
 
Мәғариф системаһында утыҙ дүрт йыл дауамында хеҙмәт итеү һәр кемдең хәленән килмәй, етмәһә, етәксе вазифаларҙа. “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, БАССР Мәғариф министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булған, Башҡортостан уҡытыусыларының 5-се съезына делегат итеп һайланған ир уҙаманы, партия һалдаты Тимерғәле Абдрахман улы Арыҫланғәлин ошо көндәрҙә үҙенең КПСС ағзаһы булып тороуының 50 йыллыҡ юбилейын ғорурлыҡ тойғоһо менән билдәләй. Ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул! КПСС тарҡалғас, күптәр, “һарыҡ тиреһе ябынған бүре” һымаҡ, партия билетын ташланы, икенсе фирҡәләргә күсте. Әммә намыҫына хыянат итмәне Тимерғәле уҙаман, ысын ир арыҫланы булып ҡалды. КПР-ҙа оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “КПР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” ордены, “И.В. Сталиндың тыуыуына 130 йыл”, “В.И. Лениндың тыуыуына 140 йыл” юбилей миҙалдары тапшырылды.

Тимерғәле Абдрахман улына ныҡлы сәләмәтлек, һөйөклө тормош юлдашы Минира Ғәләүетдин ҡыҙы менән оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләп ҡалам.
Салауат Мөхәмәтшин, уҡыусыһы, хеҙмәт ветераны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий