5 нояб. 2012 г.

Ҡыуаныстарға сорналып

Бәхетле Әфләтуновтар ғаиләһе

1 ноябрь районыбыҙ тарихында иҫтәлекле, ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе булып оҙаҡ һаҡланасаҡ. Айырыуса ошо көндө торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға сертификат алған 21 ғаилә өсөн был иң бәхетле мәл булып ҡаласаҡ.

Йәш ата-әсәләрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай cекретариаты етәксеһе З.И Еникеев тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм сертификат тапшырҙы. Хатта кескәй балалар ҙа был мәлдең оло шатлығын аңлап, Зөфәр Ирғәле улына рәхмәт әйтте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов: “Ғаиләгеҙ өсөн иң ҡыуаныслы ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп көткәнһегеҙҙер. Илдә, республикала халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән Программалар уңышлы эшләй. Һеҙҙең яңы йорттарығыҙҙа балаларҙың шат тауышы тынмауын, ырыҫлы, матур ғүмер итеүегеҙҙе теләйем”, – тине.
Йәш ғаиләләр үҙ сиратында район һәм республика етәкселегенә оло рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың кемеһелер Баймаҡта, икенселәре Сибай ҡалаһында фатир һатып алыу тураһында уйлай икән. Ә бына Дания Дамир ҡыҙы менән Рәмил Рәсүл улы Әфләтуновтар йорттарын төҙөп бөтөргә хыяллана. Йәш ғаиләлә Айзилә һәм Азалия исемле матур, зирәк ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Ата-әсә улар өсөн бар шарттар тыуҙырыу өсөн “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтендә тырышып эшләй.
Быйыл йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән Федераль программа буйынса 86 кеше сертификат алған. Район хакимиәтенең йәштәр бүлеге белдереүенсә, киләһе йыл бәхетле ғаиләләрҙең һаны тағы ла артасаҡ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.