Үткән аҙнала
“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу
комплексы үҙенә бокс яратыусыларҙы
йыйҙы. Бында 1998-1999, 2000 йылғы үҫмерҙәр
араһында бокс буйынса Башҡортостан
Республикаһы мәғариф министрлығының
асыҡ, шәхси-командалы беренселеге
уҙғарылды. Ул шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар,
яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу
көнөнә һәм “Көнсығыш” зонаһы уҡыусыларының
III спартакиадаһы иҫәбенә арналған ине.
Ярыш өс көн
дауам итте. Баймаҡ, Сибай, Учалы, Белорет,
Нефтекама ҡалаларынан, Әбйәлил, Хәйбулла
райондарынан килгән спортсылар 30-38,5,
40-48, 50-59, 62-68, 72, 76 һәм 76 кг-дан ашыу ауырлыҡ
категорияларында көс һынашты.
Һөҙөмтәлә
командалар араһында беренсе урынға –
Әбйәлил, икенсегә – Учалы, өсөнсөгә иһә
белореттар лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси
беренселектә еңеү яулаған, үҙ ауырлыҡ
категорияларында чемпион булған беҙҙең
боксерҙарҙы – Данил Солтанов, Ринат
Ғарипов, Фидан Уразаев, Валера Жданов,
Наил Теләүҡабуловты, 2-се урын алған
Дмитрий Шеварановты билдәләп үтергә
кәрәк. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
А. Ишназаров.
Автор фотоһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.