Матур ҡатын-ҡыҙ – донъя биҙәге
Мерәҫ ауылы – районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе. Уның халҡы ла хеҙмәт һөйөүсән, матур күңелле. Рәзинә Муллахмәтова ла шундайҙарҙан. Ул – Сибай ҡыҙы. Сибай таусылар техникумын тамамлағандан һуң, районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Ишейҙә пионервожатый булып эш башлай. Эшлекле, һылыу ҡыҙға оҫта гармунсы Йәмил исемле егеттең күҙе төшә һәм улар өйләнешә. 1990 йылда татыу ғаилә “Йылайыр” совхозына күсә, унан Йәмилдең тыуған ауылы – Мерәҫкә килеп төпләнә. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Фәтих, Фәрис, Фәнзил тыуа. Барыһын да һоҡландырып, матур итеп йәшәп ятҡанда ғаилә башлығы Йәмил был яҡты донъя менән хушлаша. Рәзинә Фәрғәт ҡыҙы өсөн күк йөҙө емерелеп төшкәндәй була. Шулай ҙа балаларҙы кеше итергә кәрәк. Бөтә тормош ауырлыҡтарын, донъя мәшәҡәттәрен йөкмәп, ул яҙмыш үренә күтәрелә, йөрәге һыҙлауын балаларына һөйөүе менән баҫырға тырыша. Донъяһын шундай матур итеп көтә: урамы тулы шау сәскә, өйө тулы гөл – барып инһәң, әкиәт донъяһына юлыҡҡандай, күҙҙәр ҡамашып, хайран булып тораһың.
Рәзинә ауылдағы бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе ағзаһы. Районда үткәрелгән төрлө кисәләр, бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай, призлы урындар яулап тора. Ауыл Советы депутаты булғанда ла Рәзинә Фәрғәт ҡыҙы был эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы.
Эш – эш менән, әммә уның бөтә шатлығы, өмөтө – балалары. Өлкән улы Фәтих БДПУ-ның өсөнсө курсын тамамланы. Фәтих мәктәптә уҡыған сағынан алып шиғырҙар, йырҙар яҙа. “Егет һүҙе бер була” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Кескәйҙән сәнғәткә ғашиҡ егет Өфөнөң иң яҡшы ди-джейы, башҡортса дискотекалар үткәрә.
Икенсе улы Фәрис Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый, бик егәрле егет. Ә Фәнзил Сибай гимназия-интернатының 9-сы класына бара. Уның турала “универсаль малай” тип әйтергә була. Сөнки ул боксер ҙа, бейеүсе лә, төрлө олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Рәзинәнең балалары – уның бөтә ғорурлығы. Улар өсөн ҡыуанып көн итә. Үҙе лә тынғыһыҙ ханым әлеге ваҡытта “Талҡаҫ” шифаханаһында хужалыҡ буйынса эштәр алып бара. Каникул ваҡытында балалары ла янында эшләп, уны ҡыуандырып тора. Әлбиттә, Рәзинәнең туғандары, ҡәйнәһе Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы ла ныҡлы терәк. Рәзинә үҙе лә, ҡәйнәһенә оҡшап, аш-һыу оҫтаһы. Егәрле ханым үҙ өҫтөнә бик ҙур яуаплылыҡ алды – һеңлеһе Зәлиәгә опекун булды. Әлеге ваҡытта Зәлиә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән ике бала үҫтерә.
Мерәҫ ауылы шундай матур, эшлекле, кешелекле ҡатын-ҡыҙҙары менән ғорурлана.
Дилбәр ЯХИНА.
Мерәҫ ауылы.
Берәү генә бит ул донъяла...
Байыш ауылында тыуып үҫеп, Манһырға килен булып төшкән әсәйем Мәреүәр Тәңребирҙе ҡыҙы Баймөхәмәтова Мөжәүер хәҙрәт олатайҙың янында аш-һыу әҙерләп, фатихаһын алып, бәләкәй генә бер йортта атайым Таһир Теүәлбай улы менән ғүмер юлын башлап ебәрә. Бер нисә йылдан Байыш ауылына күсеп килеп, яңы йорт һалып инәләр. Улар ун балаға ғүмер бүләк итәләр. Атайым хәҙер ысын донъялыҡта инде.
Бала саҡта: “Әллә әсәйҙәр йоҡламаймы икән?” – тип уйлай торғайным. Мәктәпкә уянғанда ла әсәйем бәйләм тотоп ултыра торғайны. Өй йылы, плита өҫтөндә сәйнүк борҡолдап ҡайнай.
Хөкүмәт эшенә лә әрһеҙ булды. Ниндәй генә эш булһа ла “юҡ” тимәне. Быҙауын да, һарыҡ-бәрәсен дә ҡараны, иген таҙартырға ла йөрөнө, һарайҙарҙы һылау-аҡлау, сөгөлдөр үҫтереп тәрбиәләү. Миндек ҡырҡып бәйләү эштәренә лә өлгөрә ине. Емеш-еләк, бирсәткә бәйләп һатып та аҡса эшләне. Кешегә күрһәткән изгелектәре бик күп әсәйемдең. Быуындары сыҡһа уны урынына ултыртыу, йәш балаларҙы имләү, тел-теш ҡырҡыу, ҡот ҡойоу, өшкөрөү һ.б. Бәлки, Мөжәүер хәҙрәт эргәһендә бер аҙ им-томдарын да өйрәнеп ҡалғандыр. Өҫтәлдән йылы икмәк, ризыҡ өҙөлмәне, самауыры ҡайнап ултырыр ине.
Ауырыйым тип зарланманы, бәлки, беҙ балалыҡ менән күрмәгәнбеҙҙер. Хәҙер әсәйем яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм. Бала сағында ҡаты ауырып, бер күҙ менән генә ҡала. Ғүмер буйы инвалидлыҡ юлламай, тик хаҡлы ялға сығып, 70 йәше тулып килгәндә генә I төркөм инвалидлыҡ алды.
Әлеге ваҡытта ул ҡыҙҙарында йәшәй. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, балалары, туғандары гел әсәйем янында. Хәлен белешеп, кәңәш-ярҙам һорап, бергә ғүмер итәбеҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙгә 80 йәш тулды. 7 балаһы, 33 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре булған әсәйебеҙгә ауырымай, бала ҡайғыларын күрмәй, бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә яҙһын.
“Һуҡыр кешене етәкләп алып йөрөһәң, бер аҙымы – мең сауап булыр”, – тиелә хәҙистә. Эй, кешеләр! Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, уларҙы ихтирам итәйек. Әсәй берәү генә була бит ул донъяла!
Асия ҮЛЙӘБАЕВА.
Ишмөхәмәт ауылы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.