Районда ураҡ эштәре аҙағына яҡынлаша. Кисәге көнгә бөтәһе 43587
гектарҙа иген культуралары урып-һуғылған, 28377 тонна ашлыҡ йыйып
алынған, гектар ҡеүәте 6,5 центнер. “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат
исемендәге, “Рассвет”, “Таналыҡ”, “Богачевка”, “Баймаҡ-Новатор”
хужалыҡтарынан тыш, башҡалар урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Атап үтелгән
хужалыҡтарға тиҙ арала ураҡҡа нөктә ҡуйыу мотлаҡ.
Ергә хужаларса
ҡараш, уны эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү – уңыштың нигеҙе. Район
етәкселеге тап ошо мәсьәләне айырым контролгә алды һәм һәр хужалыҡта
кәмендә 40 процент ер эшкәртеү бурысы ҡуйылды. Ленин исемендәге,
“Рассвет” АХК-ларында, “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында, “Күлтабан” МУП-ы,
“Толпар” ЯСЙ-һында был агротехник алымға етди иғтибар бүләләр. Башҡалар
ҙа улар өлгөһөнә эйәрергә бурыслы.
Страховка культураһы – ужым
арышы сәсеү Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Күлтабан”
МУП-ында яҡшы ойошторолған.
Бер үк ваҡытта орлоҡ һалыу, уны таҙартыу һәм тикшереүгә күрһәтеү тураһында ла оноторға ярамай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.