“2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер
хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында
ҡатнашырға теләүселәрҙе туплау дауам итә.
Программа крәҫтиән-фермер
хужалыҡтарына тәғәйенләнгән. Унда 25-тән 200-гә тиклем баш һарыҡ,
50-нән 100 башҡаса кәзә малы ингән ғаилә малсылыҡ фермаларын булдырыу
проекттарына ярҙам итеү ҡаралған. Программала ҡатнашыу хоҡуғын алыусы
КФХ-ларға субсидия бирелә.
Ҡатнашыусыларға түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
Ҡатнашыусыларға түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
- һөтсөлөк фермаһын төҙөү һәм комплектлауҙы үҙ иҫәбенә йәки кредитҡа башҡарыу (20 процентынан да кәм түгел);
- бизнес-план булыуы;
- бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарҙа ваҡыты үткән йөкләмәләрҙең булмауы;
- кредит ойошмаларында бурыс юҡлығы.
Субсидия тоҡом тәкәләрен, тоҡомло (тауарлы) инә һарыҡтар, йөн ҡырҡыу
агрегаттары, бер биҙрәле мобиль һөт һауыу аппараттары, һөт үткәргес,
һыуытҡыс танк һатып алыуға тәғәйенләнә.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙе һайлап алыу БР Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы тарафынан башҡарыла. Бар һорауҙар менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Телефоны: 2-17-15.

А. СӘЙФУЛЛИНА, әйҙәүсе зоотехник.
Комментариев нет:
Отправить комментарий
Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.