14 нояб. 2012 г.

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр конференцияһы үтте



Конференцияның эшендә партияның урындағы 74 беренсел ойошмаһынан 83 делегат, шулай уҡ урындағы политсовет, мандат, контроль-ревизия комиссиялары ағзалары ҡатнашты. Әйткәндәй, әлеге көндә беҙҙең районда 1018 кеше “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып иҫәпләнә. 

Полиция капитаны – Салауат Йәнбирҙин



Полиция көнөндә йәмәғәт тәртибен һаҡлаған, йыш ҡына төндәре йоҡоһоҙ үткән, оператив эшләгән хоҡуҡ һаҡсылары тәбрикләнә. Был йәһәттән беҙҙең Баймаҡ эске эштәр бүлегенең республика кимәлендә танылыу алып, яҡшы эшләүе ҡыуандыра.  

Салауат Лоҡман улы Йәнбирҙин был яуаплы хеҙмәткә 2003 йылда килә. Тырыш, кешелекле һәм кеселекле Салауат Лоҡман улы балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, участка уполномоченныйы булып эшләй. 

Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәте юғары баһаланды




Республиканың агросәнәғәт комплексы тормошонда мөһим урын биләгән Баймаҡ районы аграрийҙарының хеҙмәте был юлы ла лайыҡлы баһаланды. Райондың ауыл хужалығы тармағы флагманы – Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК ауыл хужалығы производствоһында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн БР Хөкүмәтенең Дипломына һәм 100 мең һум аҡсалата премияһына эйә булды. Район-ҡала ветстанцияһы (етәксеһе Н.Р. Ғәлимйәнов) “Иң яҡшы ветеринар учреждение” тип табылды һәм 25 мең һум премия менән бүләкләнде.

“Һаҡмар”ҙы – электрон почта аша!




Яңы ысулдың өҫтөнлөктәре бар – почта сығымдары булмағанға күрә электрон гәзиткә ярты йылға яҙылыуҙың хаҡы 126 һум тәшкил итәсәк. Был иһә ҡағыҙ версияға ҡарағанда ике тапҡырға осһоҙ тигәнде аңлата. Шулай уҡ “Һаҡмар”ҙың һандары интернет аша ваҡытында электрон почта йәшнигегеҙгә килеп ятасаҡ. 


Әйткәндәй, гәзиттең сайты булһа ла, унда бар мәғлүмәт, ҡотлауҙар, иғландар, телевидение программаһы бирелмәй. Ә электрон форматта быларҙың барыһы ла буласаҡ. Өҫтәүенә, фотоһүрәттәр PDF-гәзиттә төҫлө биреләсәк.

Яңыса яҙылырға теләүселәр өсөн киләһе һандарҙа махсус квитанция өлгөһө күрһәтеләсәк. Йәшәгән урынығыҙ уның өҫкө өлөшөнә яҙылһа, аҫҡы өлөшөнә иһә гәзит ебәреләсәк электрон почта адресы күрһәтелергә тейеш. Квитанцияны тултырғас, уны редакцияға ебәрергә кәрәк. Һорауҙарығыҙ булһа, 2-14-99 телефонына шылтыратырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт “Һаҡмар”ҙың сайтында – http://www.hakmar.ru/. 

Электрон гәзитте компьютерҙа PDF-файлдарҙы асҡан программа аша уҡырға мөмкин буласаҡ.



Киләһе йылдан “Һаҡмар”ҙың электрон версияһына яҙылырға мөмкин буласаҡ. Был иһә заманға ярашлы итеп эшләнә. Республиканың күп гәзит-журналдары был алымды күптән уңышлы ҡуллана. 

Ауыр һәм кәрәкле хеҙмәт


 

Кешелек тормошонда граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларҙы яман уйлы енәйәтселәрҙән һаҡлау элек-электән мөһим роль уйнай. Йәмәғәт тәртибен тейешле кимәлдә тотоу уның үҫеш кимәлен билдәләгән. Шуға күрә һәр заман кешеләренең үҙ хөкөмө, хоҡуҡ һаҡсылары булған.  

Атайыбыҙға рәхмәт



Темәс ауылында йәшәгән атайыбыҙ Ғәйнуллин Әнүәр Зәки улы 1947 йылдың 11 ноябрендә Баймаҡ районының Ҡыпсаҡ ауылында ҙур ғаиләлә донъяға килгән. Биш ҡыҙ һәм ике малай бер-береһенә терәк һәм таяныс булып үҫә. Билал урта мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, фермала малсы булып эшләй башлай һәм шул уҡ йылда Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, водитель һәм механизатор һөнәрен алып сыға. Әрме йылдарында ла водитель-механик булараҡ хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас та Темәс автогаражында водитель булып эшләй. 1971 йылда “Һәүәнәк” совхозының йүнәлтмәһе буйынса Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында белемен камиллаштыра һәм совхоздың Өмөтбай бүлексәһендә инженер-механик вазифаһын биләй. Бер үк ваҡытта урындағы комсомол ойошмаһы секретары булып та эшләй. Оҫта ойоштороусы, халыҡ менән аралаша белеүе, тырыш булғаны өсөн дә уны ауыл халҡы хөрмәт итә, ихтирам менән ҡарай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн атайыбыҙҙы 1983 йылда совхоздың иң ҙур Үҙәк бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләйҙәр. Бүлексә совхоз һәм район кимәлендә ойошторолған баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ буйынса ярыштарҙа гел алдынғылар рәтендә була. Ул етәкселек иткән 20 йыл эсендә ферма тулыһынса автоматлаштырыла. Унда ашхана, ял итеү бүлмәләре, сауна эшләй. Бүлексәнең үҫемлекселек тармағы ла һынатмай.
Ауылдың социаль торошон яҡшыртыуҙа ла атайымдың өлөшө ҙур. Юғары эш һөҙөмтәһе халыҡтың йәшәйешен яҡшырта. Ауылда береһенән-береһе матур өйҙәр ҡалҡып сыға. Районда беренселәрҙән булып Темәстә һыу, газ селтәре төҙөлә. Балалар баҡсаһы асыла, мәҙәниәт йорто төҙөлә. 
Атайым Буранбай ауылы ҡыҙы Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтереп үҙаллы тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙ, ҡаты ауырыуҙан һуң, беҙҙе бик иртә ташлап китте. Шулай ҙа атайыбыҙ тормош ауырлыҡтарына бирешмәне. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтә. Ҡура тулы мал, баҡсаһында ла еләк-емеш ишелеп уңа. Бөгөн ул беҙҙең өсөн хәстәрлекле атай, терәк һәм таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай.
Ошо көндәрҙә атайыбыҙ үҙенең матур юбилейын билдәләй. Күркәм байрамы уңайынан уға сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған ғүмер юлы, именлек теләйбеҙ.

Бөтә балалары исеменән – Резеда Ғәйнуллина.
Темәс ауылы.

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап


Клиенттар залында
Сибай ҡалаһындағы Һаҡлыҡ банкыһының Баймаҡтағы 7760-025-се өҫтәмә офисы ошо статус аҫтында өс йыл эшләй. Бөгөн унда юридик һәм физик берәмектәргә кредит биреү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү, касса операциялары секторҙары бар.

Йәш шашкасы чемпиондар




2005 йылғы һәм бәләкәйерәк балалар араһында Бөрйәнйылға башланғыс мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары Наҙгөл һәм Айбулат Үлйәбаевтар еңеп сыҡты. Икенсе урынды Баймаҡтың 4-се лицейы уҡыусылары Искәндәр Шәйәхмәтов менән Зөбәржәт Мәхмүтова алды, ә өсөнсөлә – Ғәҙелбай ауылынан Инйәр Йортбәков менән Беренсе Этҡолдан Гөлдәр Тләүбирҙина. 
2003-2004 йылғы малайҙар араһында беренсе урынды Динис Йортбәков (Ғәҙелбай) яуланы, икенселә – Вилдан Әхмәтйәнов (Ғүмәр ауылы), өсөнсөлә – Арыҫлан Хәсәнов (Баймаҡтың 3-сө мәктәбе). Был төркөмдәге ҡыҙҙар араһында район чемпионы исеменә Элина Үтәева (ҡаланың 2-се мәктәбе) лайыҡ булды. Артабанғы призлы урындарҙа – ошо уҡ мәктәптән Элиза Ярбулова һәм Баймаҡтың 4-се лицейынан Әлиә Әхмәтҡужина.
Өсөнсө төркөмдә (2000-2002 йылғылар) малайҙар араһында еңеүсе булдылар: Илсур Бикенеев (4-се лицей), Роман Ибраһимов (Баймаҡтың 2-се мәктәбе), Данил Әмиров (Ҡуянтау), ә ҡыҙҙар араһында: Наилә Аткина (4-се лицей), Эльмира Мурзина (Ғәҙелбай ауылы) һәм Миңлегөл Йәнбәкова (4-се лицей). 
Ноябрь башында йәш чемпиондар Ишембай ҡалаһында үткәрелгән республика ярышына барып ҡайтты. Беҙҙә балалар шашкаһы тейешле үҫеш алмаған әле, шуға тәүге һөҙөмтәләр маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа Үлйәбаевтарҙың (4-се һәм 6-сы урын), Н.Аткинаның (11-се урын) уйындарын уңышлы тип әйтергә була. 

Р. Үтәев.


Октябрь аҙағында Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең шахмат клубында уҡыусы шашкасыларҙың ярышы үткәрелеп, район чемпиондары билдәләнде. 

Уйын дауам итә йәки “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!




Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙгә күптәр: “Һаҡмар”ға хәҙер яҙылһаҡ һуң түгелме? Беҙ квитанцияларҙы уйнатыуҙа ҡатнаша алабыҙмы?”– тигән һорауҙар бирә. Шуға күрә уйындың декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәге тураһында хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Редакцияға килгән квитанциялар, ҡасан алып килеүгә һәм ебәреүгә ҡарамаҫтан, барыһы ла бүләк отоуҙа ҡатнаша. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙең елле приздарыбыҙға лайыҡ булыу бәхете лә арта. “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” сараһында редакция хеҙмәткәрҙәре генә түгел, бағыусыларыбыҙ ҙа ҡатнаша. Бәхетле бүләк отоусының квитанцияһын лототрондан бағыусыбыҙ йәки ситтән йәлеп ителгән кешеләр тартып сығара. Һәр уйындың протоколы алып барыла. Шуға күрә уйыныбыҙҙың бар яҡтан ғәҙел булыуы аңлашылалыр тип уйлайбыҙ.
Бүләктәрҙең көндән-көн өҫтәлеүен иҫәпкә алғанда, һеҙҙең гәзитле лә, призлы ла булыу мөмкинлегегеҙ күпкә арта бит. Шуға күрә, ашығығыҙ! “Һаҡмар”ға яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе уйын 16 ноябрҙә үтәсәк. Унда 5 тонна ҡырсынташ, 5 центнер һоло, сәй сервизы, электр ит үткәргесе, бассейнға бушлай абонемент, “Һаҡмар” гәзитенә бушлай ҡотлау уйнатыла. 

9 нояб. 2012 г.

Яңылыҡтар

Грипҡа ҡаршы

Район-ҡалала грипҡа ҡаршы вакцинациялау тамамланыу өҫтөндә. Тәү сиратта прививка балаларға эшләнде. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн 5600 доза вакцина алынған. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡала студенттарын вакцинациялау өсөн файҙаланыласаҡ. Был профилактик сара бушлай үткәрелә. 
 

Президент Гранты – темәстәргә! 

 “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге “Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү” йүнәлеше буйынса Башҡортостан Республикаһы Президентының 100 мең һумлыҡ Грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, селтәр, ҡашмау әҙерләү, быйма баҫыу буйынса эште йәнләндерәсәк. Шулай уҡ улар 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған төрлө кисәләрҙе әүҙем үткәрә. Ошо көндәрҙә буласаҡ һалдаттарҙы мәсеткә йыйып, уларға вәғәз уҡыу, ололарҙың фатихаһын биреү кеүек изге эште лә ойошторғандар.
 

Эстафета – Сәйғәфәрҙә

 Ошо көндәрҙә күсейҙәр “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын Сәйғәфәр ауылына тапшырған. Ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Г. Азаматова етәкселегендәге делегация юғары кимәлдә ҡаршы алған. Сарала мәктәп, дин әһелдәре, ауыл йәмәғәтселеге, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнашҡан. Күсейҙәр 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының шәжәрәһен төҙөгән. Сарала сәйәси золом ҡорбандары хәтергә алынған. 
Башҡорт телендә уҡыйыҡ!
 
Райондың аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубы рәйестәре йыйылыш үткәргән. Унда йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, ғаиләләрҙе заман афәттәренән һаҡлап ҡалыу кеүек мәсьәләләр күтәрелгән. Шулай уҡ аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр клубтары араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына иң күп яҙылыусыларға конкурс иғлан ителгән. Районыбыҙҙың оло быуын вәкилдәре башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы күпләп алдырыу һәм таратыу яғында.  
 
Г. Иҫәнгилдина.
 

Профком рәйестәре иғтибарына!

2013 йылда балаларҙы йәйге лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ял иттереү өсөн ойошма, учреждение, шәхси эшҡыуарҙарҙан заявкалар ҡабул итеү башланды. Уны 20 ноябргә тиклем мәғариф бүлегенә тапшырырға кәрәк. Заявкала план буйынса һаулығын нығытасаҡ һәм ял итәсәк балаларҙың һаны күрһәтелергә тейеш. 
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Баймаҡ ҡалаһы, Горький урамы, 26, 106-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-11-71.
Мәғариф бүлеге.   
 

Хроника

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы начальнигы итеп, ошоға тиклем БР Федераль ҡаҙналығының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлеге етәксеһе булып эшләгән Салихов Илгиз Мөрит улы тәғәйенләнде.

* * *
Баймаҡ муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Ирмәкова Жанна Зөбәйер ҡыҙы тәғәйенләнде.
Ошоға тиклем район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы булып эшләгән Ишембәтов Ришат Вәкил улы биргән ғаризаһына ярашлы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан  бушатылды.  

Ауыл хеҙмәтсәне тәбрикләнәсәк


Бөгөн Өфөлә ҙур ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш була. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл хеҙмәтсәненә хөрмәт күрһәтеләсәк, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә тос өлөш индергән аграрийҙар бүләкләнәсәк. 

Делегация Өфөгә юлланыр алдынан

Яңы китаптар тәҡдим итәбеҙ


1812 йылда Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығы сиктәрендә З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһының күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора.

Йорттар ремонтлана


Баймаҡ ҡалаһындағы бер нисә күп ҡатлы йорттоң ҡыйыҡтары яңыртылыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғандыр, моғайын. Улар капиталь ремонт яһау адреслы республика программаһына ингән. Йорттарҙа барған төҙөлөш эштәре менән беҙ ҙә таныштыҡ.
 

Юл ҡағиҙәләрен боҙһаң...


Һуңғы осор илдә, шул иҫәптән республикала ла, иҫерек килеш юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыу йыш теркәлә. Шуға күрә водителдәрҙе хәмер йоғонтоһонда авария ҡылған һәм кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы хөкөмгә тарттырыласағы тураһында иҫкәртәбеҙ. Әгәр фажиғәнең сәбәпсеһе машинала йөрөргә өйрәнеп йөрөүсе булһа, уның өсөн инструктор яуаплылыҡ тота.

Йәйәүлеләргә һөжүм башланды


Ҡыш яҡынлашҡан һайын көндәр ҡыҫҡара бара. Сәғәттең ҡышҡы ваҡытҡа күсеүенә лә өмөт һүнде. Иртәнсәк күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы. Ҡойонан ҡасып оло юлдың ситенән йүгерә-атлай мәктәпкә, эшкә ашыҡҡандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф артты. Юл уртаһына ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе машина менән төкөп китмәҫ өсөн бик һаҡ йөрөргә тура килә. Ә инде юғары тиҙлек яратыусылар, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тоймай елеүен генә белә. Мәктәптәрҙә дәресте һуңыраҡ башлау ҙа проблеманы хәл итмәйәсәк. Сәғәт 8-ҙән эшләгән ата-әсә балаһын мәктәпкә иртәрәк оҙата.
 

«Баймаҡ чупакабраһы»

Районда билдәһеҙ йән эйәһе
тураһында имеш-мимештәр таралды

Һуңғы осорҙа Интернет селтәре “чупакабра” тигән бығаса билдәле булмаған йән эйәһенең ҡыҙырыуы, малға, атап әйткәндә, ваҡ малға һөжүм итеүе тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. Ярай, Интернетта ҡайһы бер осраҡтарҙа әҙәм ышанмаҫлыҡ юҡ-бар яҙыуҙарына беҙ күнегеп тә бөтөп барабыҙ инде. Ә бына  киң мәғлүмәт сараларының да был теманы күтәреүе нисектер уйға һала, борсолдора. Хәйер, хәҙер Рәсәйҙең күп кенә матбуғат саралары ла, сенсация артынан ҡыуып, шундай шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар баҫырға әҙер генә тора.
 

Мал аҫраусылар иғтибарына!


Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринар станцияһы белдереүенсә, урындарҙа кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм айырыуса хәүефле ауырыуҙарға (бруцеллез, туберкулез, бешмә (ящур), ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, себер язваһы, ҡотороҡ, лептоспироз) ветеринар-профилактика сараларынан тыш, ветеринария врачтарының хеҙмәте, “Түләүле ветеринария хеҙмәттәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 1998 йылдың 6 авгусында ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 898-се бойороғона ярашлы, түләүле. Был шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының 2009 йылдағы бойороғона ла тап килә. Киләһе йылдан бындай төр хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүе көтөлә.

“Ғәйепһеҙгә ыҙа сиктек...”


Сәйәси золом ҡорбандары... Ғәйепһеҙгә ыҙа сиккән, ниндәйҙер ошаҡсыға ярай алмаған кешеләр... Уларҙың кемеһелер заманына күрә етеш йәшәй, ә бәғзеһе бигерәк тура һүҙле була. Колхоз-совхоз активистары ла был исемлекте тулыландыра, “планды” тултырырға ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә район китапханаһында район хакимиәте менән берлектә “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” исемле золом ҡорбандары балалары – Ғәлиә Әминева, Гөлсирә Абдуллина, Менәүрә Сәйфуллина, Хәйерниса Нурмөхәмәтова, Раҡия Кәримова, Әхәт Мостафин, Фазулла Сарин, Әхиәр Исхаҡов һәм Хәлфетдин Ишморатов менән осрашыу кисәһе үтте. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, ҡаланың 105-се профессиональ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Зәлиә Солтанова һәм уның студенттары ҡатнашты.

8 нояб. 2012 г.

Партияның тоғро һалдаты


Мәғариф ветераны Т.А. Арыҫланғәлин тормош юлын сағыу ҙа, мәртәбәле лә үткән арҙаҡлы ир уҙамандарының береһе. Райондың ул саҡтағы мәғариф системаһындағы уңыштары, һис шикһеҙ, тап уның исеме менән бәйләнгән.

...1958 йылда яңы ғына Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған ике йәш белгес – Минира һәм Тимерғәле Арыҫланғәлиндар Түбә ҡасабаһындағы 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбенә уҡытырға киләләр. Тимерғәле Абдрахман улы – физиканан, Минира Ғәләүетдин ҡыҙы математиканан белем бирҙеләр. Мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов йәш белгестәрҙе ихлас ҡаршы алып, һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышты.