20 янв. 2012 г.

Көнүҙәк мәсьәлә

Ҡышын да һыу баҫа...
Элек ҡалабыҙҙың иң матур урамдарының береһе булған Коммунистик урамын быйыл һыу баҫып аптырата. Бынан бер нисә йыл элек тә был урамда шәре сығып, урыны-урыны менән бәләкәй катоктар барлыҡҡа килтерһә, быйыл иһә урамдың яртыһын һыу баҫты, кешеләрҙең өйҙәренән алып юлға тиклем ҡалын боҙ менән япты. Ҡыш көнөндә һыу кисеп йөрөргә теләмәгән автомобиль хужалары был урам юлын әллә нимәгә әйләндерҙе. Шул тирәләге йорт хужалары иһә баҙҙарына һыу төшмәһен өсөн төрлөсә – ҡарҙан, ҡом-таштан һ.б. “баррикадалар” ҡорҙо. Ләкин улар ғына һыуға ҡаршылыҡ түгел шул... 

Был проблеманы ҡала хакимиәте яҡшы белә. Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин әйтеүенсә,  мәсьәлә өйрәнелә һәм тейешле саралар күрелә. Яңы йылға тиклем үк яуаплы коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тарафынан ҡалынайып киткән боҙ йырылған һәм урамдағы юл аша торба һалынып, һыу ағымына йүнәлеш бирелгән. Ләкин  ошо көндәрҙә Коммунистик урамында ҡабаттан шәре сығып, юлды баҫа башланы. “Ер аҫты һыуҙарын “йүгәнләүе” ауыр. Ошондай уҡ хәлдәр Ключевая, Асылов, К.Маркс кеүек урамдарҙа ла күҙәтелә. Һыу баҫыуҙың сәбәптәре аныҡлана. Күп кенә кескәй инештәрҙе кешеләр үҙҙәренең ихтыяждары өсөн быуа, һыу юлдарын ҡаплап ҡый түгә. Йылға ағышының быуылыуы, элекке һыу трассалары, һыуҙың күплеге һ.б. ҡышын шәре сығыуға сәбәпсе булырға мөмкин. Көндәр йылынғансы халыҡтың йорт-ҡураларына, баҙына һыу инмәһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Йәйгеһен иһә был мәсьәләне хәл итергә уйлайбыҙ”, – тине Исмәғил Әхмәт улы.

Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.
Тынғы белмәҫ ветеран
Билал ауыл Советының ветерандар советы рәйесе М.М. Айытбаевты районда тынғыһыҙ ветеран, билдәле йәмәғәтсе, халыҡ мәнфәғәтен әүҙем яҡлаусы депутат булараҡ яҡшы беләләр. Морат Мортаҙа улын йыш ҡына район хакимиәтендә, республиканың төрлө ведомстволары етәкселәренең граждандарҙы ҡабул итеү мәлдәрендә, хатта Президент Хакимиәтендә күрергә мөмкин – ул һәр саҡ ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн килә. Һәм, әйтергә кәрәк, күп мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.

Морат Мортаҙа улы ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан һәм бар ғүмерен туған хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған кеше. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Билалда 7 класты тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Урал” колхозында башлай. Был хужалыҡ 1957 йылда совхозға үҙгәртеп ҡоролғас, балта оҫталары бригадаһы етәксеһе булып китә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан егетте “Һәүәнәк” совхозы етәкселеге артабан урман ҡырҡыу һәм файҙаланыу буйынса өлкән мастер итеп үрләтә. М.Айытбаев был яуаплы вазифаны 1995 йылға ҡәҙәр уңышлы тарта. Ошо йылдарҙа ул профком ағзаһы итеп һайлана, “Һәүәнәк” һәм “Күгиҙел” совхоздарының цех комитеты рәйесе була.

Хәтирәләр

Йәшлегемә ҡайтыр инем...
Фотоальбомды ҡулыма алһам, ғүмер китабымды тотҡандай, һәр ваҡыт йылы хәтирәләргә биреләм. Бына 1981 йылда төшкән фото. Бында беҙ – 12 ҡыҙ – Таулыҡай ауылы фермаһынан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй һәм Күсәбә йылғаларының ҡушылған ерендә урынлашҡан йәйләүгә күсенгән йәштәр. Ағастар араһында йәшенеп кенә ултырған будкалар беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Бында урынлашып йәшәй башланыҡ. Аллаға шөкөр, ауыр һүҙ, бер-береңде рәнйетеү беҙҙең өсөн ят ине.
Бер-береңде хөрмәтләп йәшәү – үҙе оло бәхет булған икән. Сәй эскән саҡта көлөшкән тауыштар әллә ҡайҙа яңғырап торор ине. Һөт ташыған машинабыҙҙың шоферы Салауат ағай Мөхәмәтшинға тынғылыҡ булманы инде ул. Уның тауышын да ишетмәй торғайныҡ.
“Ауылға концерт килә”, – тиһәләр, һауымды тиҙ генә тамамлап, ауылға саба инек. Үҙебеҙ ҙә ураҡ ваҡытында игенселәр алдында концерт менән сығыш яһарға өлгөрә инек.
Тик ике ҡыҙыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ инде – йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын. Ҡалған ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, матур итеп донъя көтә. Хәмер менән мауығыу тигән нәмә уларға хас түгел.
Үткәндәрҙе,
        матур үткәндәрҙе
Уйҙар менән генә айҡайым...

Тәрбиә

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек
Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Хәтер

Яҡшы һүҙ, изге эш – мәңгелек
18 ғинуарҙа ”Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союздары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине...

Оҙон ғүмер эсендә йөрәкте тетрәтер ваҡиғаларға, күңелде арбар  кешеләргә байтаҡ тап киленгәндер. Эш ваҡиғаларҙың эре һәм шаулы, кешеләрҙең атаҡлы һәм дәрәжәле булыуында түгел. Хикмәт шунда: улар хәтергә һеңеп ҡалалар ҙа, бар өмөтөңдө юйып, хәсрәткә батҡаныңда, йәки бар донъяңды онотоп, тантана иткәнеңдә ҡалҡып сығалар. Сығалар ҙа асылыңды  барлайҙар. Харап булдым, тип артыҡ өҙгөләнмәйһеңме, мәртәбәгә мендем, тип артыҡ  маһаймайһыңмы – шуны иҫкәртәләр.

Иғтибар!

Техникум уҡыусылары, тауыш бирегеҙ!
Баймаҡ тау-металлургия техникумы музейы асыласаҡ
2012 йылдың майында Баймаҡ тау-металлургия техникумына 80 йыл тула. Был белем усағы 35 йыл эсендә (1932 – 1967 йылдар) илебеҙҙең тау-мәғдән сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләне. Техникум көньяҡ-көнсығыш райондарының тәүге урта-һөнәри уҡыу йорто булды һәм оҙаҡ йылдар престижлы белем усағы булып һаналды. Уның сығарылыш уҡыусылары араһында производство етәкселәре, ғалимдар, йәмәғәт һәм ижад эшмәкәрҙәре, үҙ эшенең оҫталары аҙ түгел.
Баймаҡ тау-металлургия техникумы Урал аръяғы райондарының үҫеше өсөн тос өлөш индерҙе: уның Сибайҙа, Учалыла, Орскиҙа филиалдары асылды. Ҡала һәм районыбыҙ халҡы был уҡыу йортоноң ҡасандыр беҙҙә булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Баймаҡ тау-металлургия техникумы базаһында эшләүсе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы ул саҡта һалынған нигеҙ, йолаларҙы киләсәккә еткереүҙе үҙ бурысы тип һанай.
Баймаҡ тау-металлургия техникумының музейын ойошторорға йыйынабыҙ. Шуға күрә уның элекке сығарылыштарының, хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлектәр, фотоһүрәттәр, уҡыу йорто, СССР-ҙың төрлө предприятиеларында практика үтеү, эшләү менән бәйле документтар һ.б. килтереүҙәрен һорайбыҙ. Шулай уҡ музейға килтерелгән әйберҙәр, эш ҡоралдары, макеттар, әсбаптар һ.б. өсөн дә бик рәхмәтле булыр инек.
Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Р.Ниғмәти урамы, 1.
Т.Сәйғәфәрова,
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының
Баймаҡ филиалы директоры.

18 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Семинар-кәңәшмә уҙасаҡ
Иртәгә Ленин исемендәге АХК базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәреләсәк. Улар мал ҡышлатыу барышы менән танышасаҡ, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм башҡа тармаҡтарҙағы хәлдәрҙе өйрәнәсәк.
 
Башлыҡтар – уҡыуҙа
Кисә “Талҡаҫ” шифаханаһында райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарының уҡыуҙары башланды. Бер аҙна дауамында улар төрлө мәсьәләләр буйынса лекциялар тыңлаясаҡ, кәңәшмәләрҙә ҡатнашасаҡ. Унда шулай уҡ район хакимиәте етәкселеге, башлыҡ урынбаҫарҙары һәм бүлек мөдирҙәре сығыш яһаясаҡ.
 
Төҙөлөш мартта тамамланасаҡ
Билдәле булыуынса, Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың төп подрядсыһы –  “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы – әле бинаның ҡыйығын ябыу менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр йылытыу системаһын ҡороу менән шөғөлләнә. Объектты март айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
 
Шахмат яңылыҡтары
Үткән шәмбелә ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса  район беренселеге уҙғарылды. Тәүге урындарҙы Зөһрә Баййегетова (Таулыҡай), Нина Семенова һәм Зилә Вилданова (Баймаҡ) яуланы. Ә ир-егеттәр араһында турнир ял көндәрендә дауам итәсәк.  
 
Буласаҡ бейеүселәр өсөн
Балалар ижады үҙәгенең яңы ойошторолған “Юниор” спорт бал бейеүҙәре коллективы үҙенә 7-17 йәштәрҙәге балаларҙы йыя. Программала Латин Америкаһы һәм Европа ижады өлгөләрен өйрәтеү ҡаралған. 
 
Спартакиада көндәлеге
Был йомала Граф күле буйында ҙур сара үткәреү ҡаралған – унда көньяҡ-көнсығыш төбәк зонаһының почта хеҙмәткәрҙәре спартакиадаға йыйыласаҡ. Улар ҡышҡы спорт төрҙәренә ингән саңғы ярышында, эстафетала, шулай уҡ армспортта, арҡан тартышыуҙа көс һынашасаҡ.

Айбулат Ишназаров. 

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһаланды
Ленин исемендәге АХК үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Кооперативтың алдынғы механизаторы Наил Солтанов хужалыҡта ғына түгел,  район кимәлендә лә танылыу яулаған хеҙмәтсәндәрҙең береһе.

Наил Рәшит улы хеҙмәт юлын бынан теүәл ике тиҫтә йыл элек туған хужалығында механизатор булып башлай. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәнә яратҡан эшенә тотона – тракторға ултыра. Бына шул ваҡыттан алып ул һөнәренә тоғро булып ҡала. Н.Солтанов һәр ауыл хужалығы кампанияһында әүҙем ҡатнаша, уны ойошҡанлы атҡарып сығыуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Яҙ – ер эшкәртә, иген сәсә, йәй – мал аҙығы әҙерләй, көҙ ер һөрә, һалам ташый. Ҡышҡы осорҙа иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Ғөмүмән, алдынғы механизаторҙың тракторы йыл әйләнәһенә туҡтамай.

Йылды барлап

Полиция эшенә йомғаҡ яһалды
Районыбыҙҙы енәйәтселектән ҡурсыу, граждандарҙың тыныс тормошон тәьмин итеү өсөн йыл һайын Баймаҡ эске эштәр бүлеге үҙенең эшмәкәрлегенә анализ үткәреп, йомғаҡ яһай. 13 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, район суды рәйесе Ғ.Р. Ҡотлобаева, прокурор вазифаһын башҡарыусы Ф.М. Йәрмөхәмәтов, эске эштәр бүлегенең ветерандар советы рәйесе Р.И. Асҡаров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә полиция хеҙмәткәрҙәренең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы йүнәлтелгән профилактик саралар район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып барыла. Бигерәк тә терроризм, экстремизм, наркомания кеүек заман афәттәре менән көрәшкә ҙур иғтибар бирелә.
Былтыр районыбыҙҙа 1133 енәйәт теркәлгән.  925 енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән, 269-ы төрлө сәбәптәр менән туҡтатылған. Енәйәттәрҙе асыу кимәле үткән йылға ҡарағанда 2,1 процентҡа артҡан.
Ауыр һәм үтә ауыр 149 енәйәт теркәлгән (уҙған йылға ҡарағанда 78 осраҡҡа кәмерәк). Шулай уҡ үлтереү һәм үлтерергә маташыу (42,9%-ҡа аҙыраҡ), яуыз ниәт менән һаулыҡҡа зыян килтереү (60%), көсләү һәм көсләргә маташыу (91,3%), үлтереү менән янау   (25,6%), мутлыҡ (55,8%), талау (66,7%), ҡурҡытып алыу (28,6%) кеүек енәйәттәр аҙайған. Шулай уҡ йәмәғәт урындарында ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа кәмегән. Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирға баҫып инеп талау йәки ҡорал ҡулланып енәйәт ҡылыуҙарға юл ҡуймаған.
2011 йылда 347 иҡтисади енәйәт теркәлгән. Алдап аҡса алыу кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар асылған. Шулай уҡ кеҫә ҡараҡтары, фатирҙан, баҡса йорттарынан, магазин, складтарҙан урлашҡан кешеләр тотолған. Шуныһы әһәмиәтле: үлтереү, үлтерергә маташыу, көсләү, талау, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше кеүек ауыр енәйәттәр тулыһынса асылған.
Әлбиттә, борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Ул балиғ булмағандар тарафынан енәйәт ҡылыуҙарҙың йышайыуы. Шулай уҡ сит ил граждандарының хоҡуҡ боҙоуҙары, машинаны ҡыуып алып китеү  күбәйгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһе – йәмәғәт урындарында, урамдарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген яҡлау. Кәңәшмәлә был йәһәттән хоҡуҡ һаҡсыларының яҡшы эшләүе билдәләп үтелде.
Район буйынса иң күп енәйәт ҡылыу Баймаҡ ҡалаһында теркәлгән. Шулай уҡ Йылайыр, Түбә, Иҫке Сибай, Күсей, Татлыбай, Аҡморон, Ярат, Таулыҡай ауыл биләмәләрендә лә хоҡуҡ боҙоуҙар йышайған.
Былтыр районда 36 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла 15 кеше һәләк булған, 39-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. 4 юл фажиғәһендә 5 бала йәрәхәтләнгән. Юлдың насар булыуы сәбәпле – 7, йәйәүлеләр ғәйебе менән 9 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Төрлө ойошма-предприятие етәкселәренә урам-юлдарҙы тейешле кимәлдә тотмағаны өсөн 197 иҫкәрмә эшләнгән, 53 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
2012 йылда 2652 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Улар араһында ата-әсәләрҙең балаһын ҡарамауы, врач рөхсәтенән тыш наркотик тәьҫирле дарыуҙар ҡулланыу, көмөшкә менән кәсеп итеү һ.б. бар. Улар өсөн 300700 һум күләмендәге штраф һалынған.

Һайлау – 2012

Президентлыҡҡа дәғүәселәр кем?
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президентын һайлау Федерация Советы ҡарарына ярашлы ағымдағы йылдың 4 мартында уҙасаҡ. Беренсе тапҡыр Рәсәй Президенты 6 йылға һайланасаҡ.
“Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы федераль Законға ярашлы, Президент посына 35 йәштән үткән һәм ил биләмәһендә 10 йылдан оҙағыраҡ йәшәгән һәр граждан дәғүә итә ала. Ил башлығы вазифаһына һайланыуға кәртәләр ҙә юҡ түгел (мәҫәлән, иректе сикләү урындарында булыу, сит ил гражданлығы алыу һ.б.). Һайлауҙарҙа ике ысул менән: үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм теркәлгән сәйәси партиянан кандидат булараҡ ҡатнашырға була.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Президент вазифаһына 10 кеше дәғүә итә: ЛДПР рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский (партия тарафынан күрһәтелгән),  КПРФ-тың Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Геннадий Зюганов (партия тарафынан күрһәтелгән), Иркутск өлкәһе губернаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Дмитрий Мезенцев (үҙ-үҙен күрһәткән), “Ғәҙел Рәсәй” партияһының депутаттар палатаһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Миронов (партия тарафынан күрһәтелгән), рәсми теркәлмәгән “Воля” партияһы лидеры Светлана Пеунова (үҙ-үҙен күрһәткән),  “ОНЭКСИМ төркөмө” ЯСЙ-һы президенты Михаил Прохоров (үҙ-үҙен күрһәткән), РФ Хөкүмәте рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Владимир Путин (партия тарафынан күрһәтелгән), Ырымбур халыҡ-патриотик союз рәйесе, “Зорро” ЯСЙ-һының генераль директоры Ринат Хамиев (үҙ-үҙен күрһәткән), “Яблоко” партияһының сәйәси комитет ағзаһы, Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Григорий Явлинский (партия тарафынан күрһәтелгән), рәсми теркәлмәгән “Свобода и народовластие” партияһы лидеры Виктор Черепков (үҙ-үҙен күрһәткән). Партиялар тарафынан күрһәтелгән кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһында күптән теркәлгән дә инде. Ә үҙ-үҙен күрһәтеүселәр һайлаусыларҙан 2 миллион ҡултамға йыйып тапшырырға тейеш. Әйткәндәй, ҡултамғаларҙың 18 ғинуарға тиклем тапшырылыуы мотлаҡ.
Шулай итеп, Рәсәйҙә Президент һайлауын уҙғарыуға әҙерлек әүҙемләшә бара. Хәҙерҙән үк кандидаттар һайлаусыларҙың тауыштары өсөн көрәш башланы. Оҙаҡламай бар урындарҙа ла һайлауҙар, кандидаттар тураһында плакаттар эленәсәк.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы
материалдарына нигеҙләнеп,
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

«01» хәбәр итә

Һаҡһыҙлыҡтың һөҙөмтәһе насар
Үткән йылдың 31 декабрендә, Яңы йыл ҡаршыларға ни бары 2 сәғәт кенә ҡалғас, Темәс ауылындағы бер йортта янғын сыҡты. Эскән килеш һаҡһыҙ тәмәке тартыу арҡаһында ирле-ҡатынлы өй хужалары был яҡты донъя менән хушлашты. Ниндәй фажиғә! Улар өсөн башҡаса Яңы йыл, бүтән байрамдар булмаясаҡ... Үҙҙәренең һаҡһыҙлығы үҙҙәрен ер йөҙөнән юйҙы.
8 ғинуарҙа киске 11-ҙә ҡаланың Пролетар урамы, 4 адресы буйынса, мейесте ҡыҙыу яғыу сәбәпле, ут сыҡты.
14 ғинуарҙа Урғаҙа ауылындағы бер йортҡа «ҡыҙыл әтәс» ҡунған, ә кисә таңғы 5-тә тағы ла Темәс ауылының “Өсөнсө ферма” биҫтәһендәге бер йортта янғындан ҙур ғына зыян күргәндәр. Шөкөр, был юлы ҡорбандар юҡ. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе асыҡлана.
Халыҡты янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Электр йылытҡыстарын, янып ятҡан мейесте, балаларҙың үҙҙәрен генә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, шырпыны алыҫ тотоғоҙ, һарай-кәртә тирәләрен һәр ваҡыт тикшереп тороғоҙ.
30 декабрҙән алып 20 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы айырым режим бара. Муниципаль район хакимиәтенең ҡарары буйынса был осорҙа штрафтар ҡиммәтләнә.
Иршат Әбүбәкиров,
Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы.

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкалары булдырыу тураһында

2002 йылдың 12 июнендәге «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында»ғы 67-се Федераль закондың 19-сы статьяһы, 2003 йылдың 10 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы 19-сы Федераль закондың 15-се статьяһына нигеҙләнеп һәм Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы менән килешеү нигеҙендә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итте