20 янв. 2012 г.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Төҙөкләндереү эштәре әүҙемләшә
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур көс һала. Урамдарҙы яҡтыртыу, ҡарҙан таҙартыу, ҡоймаларҙы яңыртыу... Һанап кителгәндәр тынғыһыҙ коллективҡа йөкмәтелгән бихисап эштәрҙең бер нисәүһе генә.
Баймаҡта ойошторолған урам комитеттары рәйестәре менән берлектә эшләү үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.  Улар менән булған осрашыуҙа күтәрелгән бөтә һорауҙар, үтенестәр, ялыуҙар буйынса етди саралар күрелә. Ошо йәһәттән Салауат Юлаев проспектында, Йәштәр, Ҡарлы, Әлибаев, Рәсәй, Сөләймәнов урамдарында тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтыртыу өсөн бағаналарға лампалар ҡуйылды. Киләһе айҙарҙа көс Кәкрауыл биҫтәһенә, шулай уҡ ҡаланың көньяҡ-көнсығыш микрорайондарына йүнәлтеләсәк, бында ла урамдарҙы тулыһынса яҡтыртыу планлаштырыла.

Берәҙәк эттәр – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Бөгөн улар халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай. Ошо көндәрҙә эттәрҙе “йоҡлатыу”ға тәғәйенләнгән махсус ике ҡорал һатып алынған. Был уларҙан ҡотолорға ярҙам итер, моғайын.
Ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу – ҡышҡы миҙгелдә идаралыҡтың көндәлек эше. Был тәңгәлдә етди саралар күрелә. Күптән түгел алынған ике берәмек техниканың көсө тулыһынса файҙаланыла. Ошо көндәрҙә Көньяҡ микрорайонының Бөрйән урамында автобус туҡталышы павильоны урынлаштырыласаҡ. Көндәр йылыныу менән мосолман зыяратының ҡоймалары ла тулыһынса яңыртыласаҡ.
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы артындағы Таналыҡ боҙонда балалар өсөн төҙөлгән һырғалаҡты күптәр яратып өлгөрҙө. Ул март баштарына тиклем эшләйәсәк. Ләкин кемгәлер был матурлыҡ һәм уңайлыҡ оҡшамай, буғай: прокат пунктын емереп асып, ун пар коньки, тюбингтарҙы урлағандар! Был эш буйынса әле эҙләү-тикшереү бара. Тап ошондай ҡырағайҙарса мөнәсәбәт ҡалабыҙҙың үҫешенә ҙур аяҡ сала ла инде. 
Идаралыҡтың ҡаланы төҙөкләндереү буйынса пландары ярайһы ҙур ғына. Улар тормошҡа ашҡан осраҡта халыҡҡа бихисап өҫтәмә эш урындары буласаҡ. БРСУ директоры И.И. Ғәтиәтов уларҙы әлегә сер итеп ҡалдырыуҙы һораны.
Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығының әлегәсә ныҡлы ғына биләгән бинаһы юҡ. Шул йәһәттән бөгөн улар элекке Түбә руднигы идаралығының базаһын ремонтлай башлаған. Ә әлегә Инфар Ильяс улы бөтә булған һорауҙар, тәҡдимдәр, ялыуҙар менән 2-14-44 телефондары аша мөрәжәғәт итеүҙәрен һораны.
Л. Разгилева.
Автор фотоһы.

Хоҡуҡ һаҡлау

Килешеүҙе үтәмәгән өсөн
Баймаҡ прокуратураһы ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 9-сы йортта йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “УКЖФБ” ЯСЙ-һының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ закондарын күҙәтеү-күҙәтмәүен тикшерҙе.
Тикшереү барышында йәмғиәттең был күп фатирлы йортто тейешле кимәлдә тотоу, ваҡытында ремонт үткәреү буйынса граждандар менән килешеү төҙөгәне асыҡланды. 2011 йылдың апрелендә йортта һыу торбаларын ремонтлау эше үткәрелгән. Әммә “УКЖФБ” ЯСЙ-һы төҙөкләндереү эштәренән һуң йортто, подъезды тейешле кимәлдә тәртипкә килтермәгән. Мәҫәлән, 1-се подъездағы иҙән таҡталары нығытылмаған, ә был кешеләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Стеналарҙың ҡубып, емерелеп төшөүе лә ойошманың килешеүҙе күҙәтмәүен дәлилләне.

Эшҡыуарҙар иғтибарына

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән граждандар контролдә тотоусы органдар тарафынан 2012 йылда үҙҙәренең ҡасан тикшереләсәген белә ала. Бының өсөн республика прокуратураһының сайтына инергә кәрәк. Унда быйыл ниндәй орган һәм ҡасан һеҙҙе тикшерәсәге тураһында яҙылған.
“Дәүләт һәм муниципаль органдарҙың тикшереүе барышында юридик һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау” федераль Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы йыл һайын тикшереүҙәр планы төҙөй. Бындай махсус план ҡабул итеү эшҡыуарҙарҙы нигеҙһеҙ һәм законһыҙ тикшереүҙәрҙән яҡлай.
Республика прокуратураһының сайты http://bashprok.ru/. “2012 йылда эшҡыуарҙарҙы тикшереү планы” өлөшөн ҡарағыҙ.
Шулай уҡ һеҙ бар ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙар менән Баймаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.  
И. РӘХМӘТУЛЛИН,
район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Финанс ярҙам

Һыу ҙа, газ да, ут та булды
Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылы йылдан-йыл яңырыу кисерә. Бөгөн бында 1 мең хужалыҡта 3600 кеше йәшәй. Тарихи урындары, арҙаҡлы шәхестәре менән дә танылыу яулаған төбәк ул.
Туғыҙ ауылды берләштергән Темәс ауыл биләмәһендә башҡарыласаҡ бөтә саралар ҙа Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына индерелгән. Республика бюджетынан бүленгән махсус аҡса ярҙамында ауылдарға “зәңгәр яғыулыҡ”, электр энергияһы, һыу селтәре төҙөлә.
Темәс ауылының леспромхоз биҫтәһендә 12 километр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылған. Әлеге ваҡытта урамдарҙа һәм өйҙәрҙә монтажлау эштәре дауам итә. Был уңайлыҡты һәр кем тулы күләмдә файҙаланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Хоҙайбирҙин, Йәштәр, С.Юлаев, Н.Вәлиева, Совет, З.Вәлиди, Аҡмулла урамдарында һыу селтәре яңыртылған. Ғөмүмән, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы ауылда элек-электән ҡала килде. 1969 йылдарҙа һалынған селтәрҙәр күптән инде туҙған, иҫкергән. Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Г.Н. Тайсина белдереүенсә, ауыл буйынса һуҙылған 12 километрға яҡын селтәрҙең ҡалған өлөшөн быйыл яңыртыу күҙаллана.

Көнүҙәк мәсьәлә

Ҡышын да һыу баҫа...
Элек ҡалабыҙҙың иң матур урамдарының береһе булған Коммунистик урамын быйыл һыу баҫып аптырата. Бынан бер нисә йыл элек тә был урамда шәре сығып, урыны-урыны менән бәләкәй катоктар барлыҡҡа килтерһә, быйыл иһә урамдың яртыһын һыу баҫты, кешеләрҙең өйҙәренән алып юлға тиклем ҡалын боҙ менән япты. Ҡыш көнөндә һыу кисеп йөрөргә теләмәгән автомобиль хужалары был урам юлын әллә нимәгә әйләндерҙе. Шул тирәләге йорт хужалары иһә баҙҙарына һыу төшмәһен өсөн төрлөсә – ҡарҙан, ҡом-таштан һ.б. “баррикадалар” ҡорҙо. Ләкин улар ғына һыуға ҡаршылыҡ түгел шул... 

Был проблеманы ҡала хакимиәте яҡшы белә. Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин әйтеүенсә,  мәсьәлә өйрәнелә һәм тейешле саралар күрелә. Яңы йылға тиклем үк яуаплы коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тарафынан ҡалынайып киткән боҙ йырылған һәм урамдағы юл аша торба һалынып, һыу ағымына йүнәлеш бирелгән. Ләкин  ошо көндәрҙә Коммунистик урамында ҡабаттан шәре сығып, юлды баҫа башланы. “Ер аҫты һыуҙарын “йүгәнләүе” ауыр. Ошондай уҡ хәлдәр Ключевая, Асылов, К.Маркс кеүек урамдарҙа ла күҙәтелә. Һыу баҫыуҙың сәбәптәре аныҡлана. Күп кенә кескәй инештәрҙе кешеләр үҙҙәренең ихтыяждары өсөн быуа, һыу юлдарын ҡаплап ҡый түгә. Йылға ағышының быуылыуы, элекке һыу трассалары, һыуҙың күплеге һ.б. ҡышын шәре сығыуға сәбәпсе булырға мөмкин. Көндәр йылынғансы халыҡтың йорт-ҡураларына, баҙына һыу инмәһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Йәйгеһен иһә был мәсьәләне хәл итергә уйлайбыҙ”, – тине Исмәғил Әхмәт улы.

Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.
Тынғы белмәҫ ветеран
Билал ауыл Советының ветерандар советы рәйесе М.М. Айытбаевты районда тынғыһыҙ ветеран, билдәле йәмәғәтсе, халыҡ мәнфәғәтен әүҙем яҡлаусы депутат булараҡ яҡшы беләләр. Морат Мортаҙа улын йыш ҡына район хакимиәтендә, республиканың төрлө ведомстволары етәкселәренең граждандарҙы ҡабул итеү мәлдәрендә, хатта Президент Хакимиәтендә күрергә мөмкин – ул һәр саҡ ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн килә. Һәм, әйтергә кәрәк, күп мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.

Морат Мортаҙа улы ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан һәм бар ғүмерен туған хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған кеше. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Билалда 7 класты тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Урал” колхозында башлай. Был хужалыҡ 1957 йылда совхозға үҙгәртеп ҡоролғас, балта оҫталары бригадаһы етәксеһе булып китә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан егетте “Һәүәнәк” совхозы етәкселеге артабан урман ҡырҡыу һәм файҙаланыу буйынса өлкән мастер итеп үрләтә. М.Айытбаев был яуаплы вазифаны 1995 йылға ҡәҙәр уңышлы тарта. Ошо йылдарҙа ул профком ағзаһы итеп һайлана, “Һәүәнәк” һәм “Күгиҙел” совхоздарының цех комитеты рәйесе була.

Хәтирәләр

Йәшлегемә ҡайтыр инем...
Фотоальбомды ҡулыма алһам, ғүмер китабымды тотҡандай, һәр ваҡыт йылы хәтирәләргә биреләм. Бына 1981 йылда төшкән фото. Бында беҙ – 12 ҡыҙ – Таулыҡай ауылы фермаһынан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй һәм Күсәбә йылғаларының ҡушылған ерендә урынлашҡан йәйләүгә күсенгән йәштәр. Ағастар араһында йәшенеп кенә ултырған будкалар беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Бында урынлашып йәшәй башланыҡ. Аллаға шөкөр, ауыр һүҙ, бер-береңде рәнйетеү беҙҙең өсөн ят ине.
Бер-береңде хөрмәтләп йәшәү – үҙе оло бәхет булған икән. Сәй эскән саҡта көлөшкән тауыштар әллә ҡайҙа яңғырап торор ине. Һөт ташыған машинабыҙҙың шоферы Салауат ағай Мөхәмәтшинға тынғылыҡ булманы инде ул. Уның тауышын да ишетмәй торғайныҡ.
“Ауылға концерт килә”, – тиһәләр, һауымды тиҙ генә тамамлап, ауылға саба инек. Үҙебеҙ ҙә ураҡ ваҡытында игенселәр алдында концерт менән сығыш яһарға өлгөрә инек.
Тик ике ҡыҙыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ инде – йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын. Ҡалған ҡыҙҙар, Аллаға шөкөр, матур итеп донъя көтә. Хәмер менән мауығыу тигән нәмә уларға хас түгел.
Үткәндәрҙе,
        матур үткәндәрҙе
Уйҙар менән генә айҡайым...

Тәрбиә

Балаларҙы милли рухта үҫтерәйек
Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Хәтер

Яҡшы һүҙ, изге эш – мәңгелек
18 ғинуарҙа ”Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союздары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине...

Оҙон ғүмер эсендә йөрәкте тетрәтер ваҡиғаларға, күңелде арбар  кешеләргә байтаҡ тап киленгәндер. Эш ваҡиғаларҙың эре һәм шаулы, кешеләрҙең атаҡлы һәм дәрәжәле булыуында түгел. Хикмәт шунда: улар хәтергә һеңеп ҡалалар ҙа, бар өмөтөңдө юйып, хәсрәткә батҡаныңда, йәки бар донъяңды онотоп, тантана иткәнеңдә ҡалҡып сығалар. Сығалар ҙа асылыңды  барлайҙар. Харап булдым, тип артыҡ өҙгөләнмәйһеңме, мәртәбәгә мендем, тип артыҡ  маһаймайһыңмы – шуны иҫкәртәләр.

Иғтибар!

Техникум уҡыусылары, тауыш бирегеҙ!
Баймаҡ тау-металлургия техникумы музейы асыласаҡ
2012 йылдың майында Баймаҡ тау-металлургия техникумына 80 йыл тула. Был белем усағы 35 йыл эсендә (1932 – 1967 йылдар) илебеҙҙең тау-мәғдән сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләне. Техникум көньяҡ-көнсығыш райондарының тәүге урта-һөнәри уҡыу йорто булды һәм оҙаҡ йылдар престижлы белем усағы булып һаналды. Уның сығарылыш уҡыусылары араһында производство етәкселәре, ғалимдар, йәмәғәт һәм ижад эшмәкәрҙәре, үҙ эшенең оҫталары аҙ түгел.
Баймаҡ тау-металлургия техникумы Урал аръяғы райондарының үҫеше өсөн тос өлөш индерҙе: уның Сибайҙа, Учалыла, Орскиҙа филиалдары асылды. Ҡала һәм районыбыҙ халҡы был уҡыу йортоноң ҡасандыр беҙҙә булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Баймаҡ тау-металлургия техникумы базаһында эшләүсе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы ул саҡта һалынған нигеҙ, йолаларҙы киләсәккә еткереүҙе үҙ бурысы тип һанай.
Баймаҡ тау-металлургия техникумының музейын ойошторорға йыйынабыҙ. Шуға күрә уның элекке сығарылыштарының, хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлектәр, фотоһүрәттәр, уҡыу йорто, СССР-ҙың төрлө предприятиеларында практика үтеү, эшләү менән бәйле документтар һ.б. килтереүҙәрен һорайбыҙ. Шулай уҡ музейға килтерелгән әйберҙәр, эш ҡоралдары, макеттар, әсбаптар һ.б. өсөн дә бик рәхмәтле булыр инек.
Беҙҙең адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Р.Ниғмәти урамы, 1.
Т.Сәйғәфәрова,
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының
Баймаҡ филиалы директоры.

18 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Семинар-кәңәшмә уҙасаҡ
Иртәгә Ленин исемендәге АХК базаһында райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәреләсәк. Улар мал ҡышлатыу барышы менән танышасаҡ, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм башҡа тармаҡтарҙағы хәлдәрҙе өйрәнәсәк.
 
Башлыҡтар – уҡыуҙа
Кисә “Талҡаҫ” шифаханаһында райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарының уҡыуҙары башланды. Бер аҙна дауамында улар төрлө мәсьәләләр буйынса лекциялар тыңлаясаҡ, кәңәшмәләрҙә ҡатнашасаҡ. Унда шулай уҡ район хакимиәте етәкселеге, башлыҡ урынбаҫарҙары һәм бүлек мөдирҙәре сығыш яһаясаҡ.
 
Төҙөлөш мартта тамамланасаҡ
Билдәле булыуынса, Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың төп подрядсыһы –  “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы – әле бинаның ҡыйығын ябыу менән мәшғүл. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр йылытыу системаһын ҡороу менән шөғөлләнә. Объектты март айында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
 
Шахмат яңылыҡтары
Үткән шәмбелә ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса  район беренселеге уҙғарылды. Тәүге урындарҙы Зөһрә Баййегетова (Таулыҡай), Нина Семенова һәм Зилә Вилданова (Баймаҡ) яуланы. Ә ир-егеттәр араһында турнир ял көндәрендә дауам итәсәк.  
 
Буласаҡ бейеүселәр өсөн
Балалар ижады үҙәгенең яңы ойошторолған “Юниор” спорт бал бейеүҙәре коллективы үҙенә 7-17 йәштәрҙәге балаларҙы йыя. Программала Латин Америкаһы һәм Европа ижады өлгөләрен өйрәтеү ҡаралған. 
 
Спартакиада көндәлеге
Был йомала Граф күле буйында ҙур сара үткәреү ҡаралған – унда көньяҡ-көнсығыш төбәк зонаһының почта хеҙмәткәрҙәре спартакиадаға йыйыласаҡ. Улар ҡышҡы спорт төрҙәренә ингән саңғы ярышында, эстафетала, шулай уҡ армспортта, арҡан тартышыуҙа көс һынашасаҡ.

Айбулат Ишназаров. 

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһаланды
Ленин исемендәге АХК үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Кооперативтың алдынғы механизаторы Наил Солтанов хужалыҡта ғына түгел,  район кимәлендә лә танылыу яулаған хеҙмәтсәндәрҙең береһе.

Наил Рәшит улы хеҙмәт юлын бынан теүәл ике тиҫтә йыл элек туған хужалығында механизатор булып башлай. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәнә яратҡан эшенә тотона – тракторға ултыра. Бына шул ваҡыттан алып ул һөнәренә тоғро булып ҡала. Н.Солтанов һәр ауыл хужалығы кампанияһында әүҙем ҡатнаша, уны ойошҡанлы атҡарып сығыуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Яҙ – ер эшкәртә, иген сәсә, йәй – мал аҙығы әҙерләй, көҙ ер һөрә, һалам ташый. Ҡышҡы осорҙа иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Ғөмүмән, алдынғы механизаторҙың тракторы йыл әйләнәһенә туҡтамай.