Мәүлит байрамы үткәрелде
“Халыҡтың
дини белемен арттырырға кәрәк!” – район
имамдары ошо фекерҙә
Ошо көндәрҙә
бар донъя мөьмин мосолмандары Мөхәммәт
пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөн – Мәүлит
байрамын үткәрҙе. Был күркәм тантана
айҡанлы дүшәмбелә райондың имам-хатиптары
Беренсе Этҡол ауылы мәсетенә йыйылды.
Көндөң һыуыҡ
булыуына ҡарамаҫтан, алыҫ тарафтарҙан
килеп еткән ҡунаҡтар алдында башта
райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла
хажи Буранбаев сығыш яһаны. Ул был
байрамды донъя мосолмандарының айырыуса
яратыуын әйтеп үтте.
– Мәүлит ул
тыуыу тигәнде аңлата, Мөхәммәт
пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө, – тине
хажи. – Хәҙерге быуын, йәштәр уны белмәй,
мәғәнәһен аңламай. Шуға күрә беҙҙең
бында йыйылыуыбыҙҙың да төп сәбәбе ошо.
Артабан һүҙҙе
муниципаль район хакимиәте башлығының
социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса
урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин алып, дин
әһелдәренең йыйылышып ошондай матур
сара ойоштороуына район хакимиәте
исеменән рәхмәт белдерҙе.







