11 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


     Реконструкция көтөлә

     Ленин исемендәге АХК “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыу статусы алды. Сметаға ярашлы “Форсаж” ЯСЙ-һы тарафынан ферманы модернизациялау, ҡоролмалар ҡуйыу 15 миллион һумға баҫасаҡ. Шулай уҡ программала “Рассвет” АХК-һының ҡатнашыуы ла ҡарала. Ике хужалыҡта ла Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тарафынан технологик аудит үткәрелде. Махсус район комиссияһы төҙөлөп, уның тарафынан малсылыҡ базаларында реконструкция һәм капиталь ремонт үткәреүгә яраҡлыҡ тикшерелгән.

     Надежда – икенсе!

     Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Варна ҡасабаһында үткән ат спорты ярыштарында “Баймаҡ” ҒПБ-һы һәм Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы арғымаҡтары район һәм Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаны, ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. “Шөгөров” хужалығының Надежда ҡушаматлы сабыш аты (һыбайлыһы Марат Баязитов) 4000 метр дистанцияла икенсе урын яуланы.    

     Шишмә тәртипкә килтерелде

     Сибай ҡалаһында эшләп килгән “Урал аръяғы” хәйриә фонды үҙенең эшмәкәрлеген февраль айынан алып бара. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауырыу балаларға ярҙам итеү, “Мир” кинотеатрын ремонтлау һымаҡ ҙур эштәр башҡарылған. Август айы башында фонд тарафынан Моҡас ауылы янындағы шишмә тирәһен тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү үткәрелде.

     Йәштәр ауылға ҡайта

     Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл хужалығына эшкә ҡайтыусы йәштәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Быға, әлбиттә, яңы эш башлаусы йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҙә ҙур роль уйнай. 2009-2011 йылдарҙа юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған 16 йәш кеше ошондай ярҙам алған. Әйткәндәй, быйыл 5 белгес райондың ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтты. Улар “Байҡара”, “Йылайыр” хужалыҡтарында, Баймаҡ тоҡомсолоҡ предприятиеһы, “Урал аръяғы” МТС-ында хеҙмәт юлын башланы.  
     Айбулат ИШНАЗАРОВ.

ИРТӘГӘ – БАШҠОРТОСТАН УМАРТАСЫЛАРЫ КӨНӨ


     Ҡортсолоҡ үҫеш ала

     
     Һәр йыл август айының икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостан умартасылары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Республика бренды булып танылған башҡорт балының даны элек-электән бөтөн донъяға билдәле. Ысынлап та, башҡорт ҡортсолоғо тәрән тарихи тамырҙарға, бай тәжрибәгә һәм күп быуатлыҡ традицияларға эйә. Тап шуныһы менән ул уникаль.

БОРСОУЛЫ ХӘЛ


     УТ БЕР НӘМӘНЕ ЛӘ АЯМАЙ


     Ике тәүлектән ашыу Семеновск янында Ирәндек битләүендә янғын ҡотора. Ут бер нәмәне лә аямай, үҙ юлындағы бар йәшеллекте ҡырып алға ынтыла. 

12 АВГУСТ - ТӨҘӨҮСЕЛӘР КӨНӨ


     ТӨҘӨЛӨШ БАР ЕРҘӘ – ТОРМОШ БАР

     
     Төҙөүсе ул – беҙҙең илдә элек-электән киң таралған һәм хөрмәтле һөнәр кешеһе. Уның хеҙмәте халыҡтың матди һәм мәҙәни тормош кимәлен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙ булған мәлдәрендә лә төҙөлөш индустрияһын күтәреү, яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар, күперҙәр, торлаҡ йорттар төҙөү дауам итә.
 

Ҡыҫҡаса


     Балаларға ярҙам итегеҙ!

     Билдәле булыуынса, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге йәшәү кимәле түбән булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итеү өсөн мәрхәмәтлелек акцияһын иғлан иткәйне. Үкенескә, әлегә был шәфҡәтлелек сараһы иғтибарһыҙ ҡалып килә. Изге Рамаҙан айында мәктәпкә йыйынған балаларға сифатлы кейем-һалым, мәктәп кәрәк-яраҡтары һ.б. бүләк итеүселәр табылыр, тип ышанабыҙ. Әйберҙәрҙе Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37-се йорт адресына тапшырырға.
     

     Сәскә байрамы

     23 августа ҡаланың үҙәк  майҙанында Сәскә байрамы ойоштороласаҡ. Йыл да үткәрелгән был сара быйыл Имен бала саҡ һәм Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына бағышланасаҡ. Күргәҙмәләге эштәр өс номинация буйынса ҡараласаҡ. Ул—йәшелсә, емеш-еләк һ.б. ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, йыл тематикаһына арналған 1 сәскә композицияһы һәм һатыуға сығарылған йәшелсә, емеш-еләктең төрлөлөгө. Конкурста район-ҡаланың бар ойошмалары ҡатнаша ала. Белешмәләр өсөн телефон – 3-15-78. 
     

     Шашкасылар ҙа ярышасаҡ

     11 августа Талҡаҫ күле буйында Физкультурниктар көнөнә арналған төрлө спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Бында шашкасылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. 
     Г. ИҪӘНГИЛДИНА.
     

     Күсәбә һылыуҙары

     Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары йәйге ялды файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрә. Ошо көндәрҙә ауылдаштарыбыҙға “Күсәбә һылыуҙары” исемле йөкмәткеле концерт күрһәттек. Ауыл халҡы концертты яратып, йылы ҡабул итте. Концертты әҙерләп сәхнәгә сығарыуға ярҙам күрһәткәне өсөн клуб мөдире Айбулат ағай Хәлиловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
     Айгизә ХАНАФИНА. 
     
     * * *
     10 августа сәғәт 3-тә Баймаҡ эске эштәр бүлеге бинаһында (Юбилей урамы, 13) Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Шәрәфетдинов Руслан Михайлович эске эштәр органдарының хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге  һорауҙары буйынса халыҡты ҡабул итә. 
     Баймаҡ эске эштәр бүлеге штабында 315-се бүлмәлә алдан яҙылырға, т. 2-21-23, 8 917 407 88 80.

ҠЫШҠА ӘҘЕРҺЕҢМЕ?


     Йорттар ремонтланасаҡ

    Ошо көндәрҙә күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең йыйылышы үтте. Унда торлаҡ фондына капиталь ремонт яһау мәсьәләһе ҡаралды. Йыйылышта Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров, “УК ЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Р.Р. Байбулатов һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

УРАҠ-2012


     Йәштәр игенсе һөнәрен үҙләштерә

     105-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары ураҡта ҡатнаша


     Урал аръяғы төбәгенең агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек лицейында бөгөн ҡыҙыу мәл. Биналарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү, киләһе уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү менән бер рәттән, бында малсылыҡ тармағы өсөн аҙыҡ хәстәрләү, үҫтерелгән уңышты йыйып алыу менән мәшғүлдәр.

АКЦИЯ


     “ХЕҘМӘТ ИТЕҮ” фондынан – бүләк


     Баймаҡ районында “Хеҙмәт итеү” мәрхәмәтлелек фонды эшләүе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай булмай ни, бөгөнгө заманда бушлай, изге йөрәктән ярҙам итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит. Акцияның маҡсаты менән танышыу ниәтендә фондтың етәксеһе Валерий Олегович Вощинин менән әңгәмәләштек һәм уларҙың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

10 авг. 2012 г.

ҺОРАУ – ЯУАП


     Мираҫҡа машина ҡалһа

          Миңә мираҫҡа автомобиль ҡалдырҙылар. Әммә уның хужаһы вафат булды, ә мираҫты алыу ваҡыты етмәгән. Минең бөгөндән автомобилдә йөрөргә хоҡуғым бармы? Әгәр бар икән, быны нисек эшләргә?
   
     Ғ.С. Ярбулов, “Консультант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, юрист:
     «Ундай хоҡуғығыҙ юҡ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙҙеке булмаған автомобилгә идара иткән саҡта, рәсми раҫланған ышаныс ҡағыҙы булырға тейеш. Тик Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 118-се статьяһына ярашлы, транспорт хужаһы вафат булыу менән ул ғәмәлдән сыға. Ә мираҫты алыу өсөн алты ай ваҡыт билдәләнгән. Ошо ваҡыт эсендә мираҫҡа дәғүә итеүсе нотариусҡа ғариза бирә ала. Тик алты ай үткәс кенә нотариус мираҫты алыу хоҡуғы тураһында танытма тапшыра. Шул танытма менән транспортҡа хоҡуҡты үҙегеҙҙең исемгә рәсмиләштерә алаһығыҙ”.

ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ


     Урманды яндырған өсөн – ШТРАФ

          Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән һәм үтәмәгән өсөн ғәйепле кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу ҡарала.
   
     Административ яуаплылыҡ – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн: усаҡ яҡҡан осраҡта, үләнгә ут төрткәндә, янған шырпы, тәмәке, уның көлөн ташлағанда:

  • физик берәмектәр өсөн – 1,5 – 2,5 мең һум (янғын хәүефһеҙлеге режимы ваҡытында 3-4 мең һум);
  • вазифалы кешеләргә – 5 – 10 мең һум (10 – 20 мең һум);
  • юридик берәмектәргә – 30 – 100 мең һум (100 – 200 мең һум) штраф ҡаралған.

     Енәйәти яуаплылыҡ – ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә урман үҫентеләренә зыян килтергән осраҡта:

  • 100 – 200 мең һум штраф (урманға ҙур зыян килтергән осраҡта хөкөм ителеүсенең эш хаҡы күләмендә йәки 2 (2,5 йыл) йылға ҡарата башҡа төр килеменән штраф һалына);
  • 180 – 240 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп ителә;
  • 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителә;
  • зыян ҙур күләмдә булған осраҡта 3 (4) йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.

     Ут төртөү юлы менән урман үҫентеләрен юҡҡа сығарған йәки зыян килтергән осраҡта:

  • 8 (10) йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеп, 10 мең һумдан 100 мең һум йәки хөкөм ителеүсенең эш хаҡы күләмендә йәки 1 айҙан 1 йылға тиклем алған килеменән штраф һалына;
  • 250 – 400 мең һум йәки хөкөм ителеүсенең 1 йылдан 2 йылға тиклемге (ҙур зыян килгән осраҡта 2-3 йыллыҡ) эш хаҡы күләмендә штраф һалына.

Йылы һүҙ – йән аҙығы



     Матур ҡатын-ҡыҙ – донъя биҙәге

     Мерәҫ ауылы – районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе. Уның халҡы ла хеҙмәт һөйөүсән, матур күңелле. Рәзинә Муллахмәтова ла шундайҙарҙан. Ул – Сибай ҡыҙы. Сибай таусылар техникумын тамамлағандан һуң, районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Ишейҙә пионервожатый булып эш башлай. Эшлекле, һылыу ҡыҙға оҫта гармунсы Йәмил исемле егеттең күҙе төшә һәм улар өйләнешә. 1990 йылда татыу ғаилә “Йылайыр” совхозына күсә, унан Йәмилдең тыуған ауылы – Мерәҫкә килеп төпләнә. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Фәтих, Фәрис, Фәнзил тыуа. Барыһын да һоҡландырып, матур итеп йәшәп ятҡанда ғаилә башлығы Йәмил был яҡты донъя менән хушлаша. Рәзинә Фәрғәт ҡыҙы өсөн күк йөҙө емерелеп төшкәндәй була. Шулай ҙа балаларҙы кеше итергә кәрәк. Бөтә тормош ауырлыҡтарын, донъя мәшәҡәттәрен йөкмәп, ул яҙмыш үренә күтәрелә, йөрәге һыҙлауын балаларына һөйөүе менән баҫырға тырыша. Донъяһын шундай матур итеп көтә: урамы тулы шау сәскә, өйө тулы гөл – барып инһәң, әкиәт донъяһына юлыҡҡандай, күҙҙәр ҡамашып, хайран булып тораһың. 

СИТ ТАРАФТАРҘА


“Киләсәктә тәржемәсе
 булырға теләйем!” – ти Гүзәлиә Йомағужина

   
     Гүзәлиә – Ғүмәр ауылы ҡыҙы. Әлфирә һәм Мәүлитдин Йомағужиндар ғаиләһендә дүрт баланың иң өлкәне. Башланғыс белемде Ғүмәрҙә алғас, артабан Баймаҡ лицей-интернатында белем ала. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында – филология факультетының инглиз теле һәм әҙәбиәте бүлегендә 4-се курста белем ала. Ул ярты йыл Германияла стажировка үтеп ҡайтты. Әңгәмәбеҙ шул хаҡта.