13 сент. 2012 г.

«СӘЛӘМ, СТУДЕНТ!» фестивале Баймаҡта

    
     Башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары булған йәш йырсылар иртәгә беҙҙе тағы ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле концерт менән ҡыуандырырға уйлай. Ошо хаҡта белеү өсөн билдәле йырсы Илгиз Абдрахмановҡа мөрәжәғәт иттек.    

Алтын ҡуллы кеше ине


     Кеше ғүмере бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы, йондоҙ атылып ҡунған ғына ара, тиҙәр. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын һәр кем үҙенсә үтә, йәшәй...    
     Һәр ауылдың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары бар. Мерәҫ ауылында үҙенән һуң йылы хәтирәләр ҡалдырған, эш тип янған ир уҙаманы Зәкир Вәлиулла улы Рәхмәтуллин тураһында булыр һүҙем.
 

АЯУҺЫҘ ЙЫЛДАР ЙӨРӘКТЕ ӨТӘ...

    Билдәле булыуынса, колхоздар 1932-1933 йылдарҙа ойошторола. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, уларҙың күбеһен совхозға әйләндерәләр.

БОРОДИНО ҺУҒЫШЫ. 200 ЙЫЛДАН ҺУҢ...

 
    1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышы тарих биттәрендә айырым урын алып тора. Мәскәү йылғаһы буйында барған был һуғышта Рәсәй ҙә, Франция ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ләкин Бородино һуғышы – Наполеондың һүҙҙәре менән әйткәндә, «француздар был һуғышты еңеп сығыу, ә рустар еңелеү белмәҫ армия булараҡ дан ҡаҙаныу хоҡуғына эйә булған алыш».
  1-2 сентябрҙә Бородино яланында 200 йыл элек булған ҡанлы алышты сәхнәләштергән тамаша үтте. Хәбәр итеүебеҙсә, унда Башҡортостандан да делегация ҡатнашты. Улар араһында Баймаҡтан ике вәкил: Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Рамаҙан улы Мәжитов һәм Ҡаратал ауылы эшҡыуары Айбулат Рәжәп улы Байғотлин да барҙы. Беҙ улар менән осрашып, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораныҡ.

12 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар


Октябрҙә нисек ял итәбеҙ?

    Октябрҙә Башҡортостанда ике ҙур байрам: 11 октябрь – Республика көнө һәм 25 октябрь – Ҡорбан байрамы билдәләнәсәк. Ошо көндәр ял тип иғлан ителде.
     Быйыл байрамдар кесе йомаға тура килә. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, шаршамбы, йәғни 10 һәм 24 октябрҙә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Байрам көндәре йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй.

“Һөт иле-2012”

     Бөгөн Өфөлә “Һөт иле-2012” 4-се Бөтә Рәсәй фестивале һәм һөт тармағы предприятиелары вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә. Унда беҙҙең райондан Баймаҡ ПМК-һының “Толпар” ЯСЙ-һы һәм “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты ҡатнаша, үҙҙәренең продукцияларын тәҡдим итә.

“Әйҙәгеҙ, бергә эшләйек!”

     15 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһында киң масштабта “Let`s Do it! World Cleanup 2012”, йәғни “2012 – Бөтә донъяны йыйыштырыу: әйҙәгеҙ, бергә эшләйек!” граждандар акцияһы үтәсәк. Ул “Let`s Do it!” берләшкән граждандар хәрәкәтенең төрлө илдәге волонтерҙары инициативаһы менән ойошторолған акция. Был көндө бөтә ойошма, учреждение, предприятие коллективтарын үҙ биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыуға саҡырабыҙ. Халыҡ-ара экологик акциянан бер кем дә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
      БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты.

Ветерандар йыйыла

     14 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡаланың 4-се мәктәбендә  Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышы үткәрелә.

«ЫШАНЫС ТЕЛЕФОНЫ»




     Үҫмер балалар һәм йәштәр араһында суицид йәки башҡа төр кризис буйынса профилактика эштәре алып барыу маҡсатында тәүлек әйләнәһенә “Ышаныс телефоны” эшләй. Шылтыратыу бушлай. Т. 8 (347) 273-09-00.

Яңы нигеҙ ҡотло булһын!


     Һигеҙ ғаиләгә асҡыс тапшырылды


  Әҙәм балаһына бәхетле булыу өсөн яратҡан эш һәм, әлбиттә, тормоштоң ел-дауылынан ышыҡ тапҡан, йылы ғаилә усағы дөрләп янған үҙ йорто кәрәк.     

 7 сентябрҙә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың ҡулынан яңы фатирҙарҙың асҡысын алған ғаиләләр ҙә шатлыҡлы күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Был кешеләр ҡаланың Еңеү урамы, 2-се йортта йәшәйҙәр ине. Билдәле булыуынса, ул йорт ныҡ иҫкергән һәм йәшәү шарттары ла насарайған. 

11 сент. 2012 г.

Хроника




     Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары итеп үткәрелгән конкурс һөҙөмтәләре буйынса Йәндәүләтов Илһам Миңлеғәле улы тәғәйенләнде.

“Күлтабан” МУП-ы: тәүге аҙымдар ышаныслы


Яңы ойошторолған предприятие уңышлы эш башланы

Алдынғы механизатор Әғзәм Мәүлетҡолов (уңда)
сәсеүсе Фәнил Ғәлин менән.
 

     Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Күлтабан ауылында заман талаптарына яуап бирерлек ҡеүәтле производство – 1280 баш малға иҫәпләнгән мегаферма төҙөлөшө башланғайны. Быйыл, ниһайәт, уның беренсе сиратын төҙөү эштәре тамамлана. Эре производствоның эшен координациялау маҡсатында бында “Күлтабан” МУП-ы ойошторолдо һәм районда тағы бер ҙур предприятие барлыҡҡа килде.     

3D ФОРМАТЫНДАҒЫ КИНО ҠАРАП БУЛАСАҠ



Баймаҡ ҡалаһындағы берҙән-бер “Ирәндек” кинотеатрына күптән инде капиталь ремонт талап ителә. Бинаның тейешле талаптарға яуап бирмәүе, ҡыйығынан һыу үтеүе сәбәпле, стеналары һәм түбәнең  ҡарайыуы күптәргә мәғлүмдер. Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргән бинаны мәҙәниәт усағы тип атау ауыр. Һәм бына, ниһайәт, проблемалар хәл ителеү өҫтөндә: Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында ҡабул ителгән махсус программаға ярашлы, кинотеатрҙы реконструкциялау ҡаралған. Мәҙәниәт усағында ниндәй эштәр башҡарыласаҡ? Ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?

“ХАЛЫҠ УНИВЕРСИТЕТЫ”НА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!


2011-2013 йылдарға “Халыҡ университеты” республика маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлеге оло йәштәге граждандарҙан түбәндәге йүнәлештәр буйынса белем алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә:


  • “Компьютерҙа эшләү нигеҙҙәрен өйрәнеү”, “Инглиз телен өйрәнеү”, “Ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен өйрәнеү”, “Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен өйрәнеү”. Уҡыуҙар үткәреү урыны – белем биреү йорто булған һәр ауылда һәм ҡалала, 15-20 кешенән торған уҡыу төркөмө тупланыу менән;
  • “Емешселек-йәшелсәселектә заманса технологиялар” – уҡыуҙар үткәреү урыны – Баймаҡ ҡалаһындағы 105-се һөнәрселек лицейы һәм Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы;
  • “Хоҡуҡи белем” – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы;
  • “Финанс ярҙам” – Урғаҙа ауылындағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы.

Ғаризалар Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1 (203-сө бүлмә) адресы буйынса Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегендә һәр айҙың 1-нән 25-енә тиклем дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы көндәре ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-18-81.


Т. ДЕНИСОВА, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының бүлек начальнигы.

РОСРЕЕСТРҘА – ЯҢЫ ХЕҘМӘТ


     2012 йылдың 23 авгусынан Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығында төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр өсөн яңы хеҙмәт төрө индерелде. Хәҙер идаралыҡ күсемһеҙ милеккә, уның менән алыш-биреш итеүгә  хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе үткәреүҙе туҡтатыу йәки кире ҡағыу тураһында граждандарға sмs-хәбәр ебәрә. Был хеҙмәт Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәр кемгә күрһәтелә.


     Теркәүгә документтар пакеты тапшырғанда граждандар үҙҙәренең телефон номерҙарын ҡалдыра һәм хоҡуҡи экспертиза үткәреү процесында теркәүҙе туҡтатыуға ҡаршылыҡтар килеп тыуһа йәки кире ҡағыуға нигеҙ булһа, был хаҡта ғариза биреүсегә автоматик рәүештә sмs-хәбәр ебәрелә.
     Был хеҙмәт төрө айырыуса ниндәйҙер сәбәптәр буйынса хоҡуҡтарҙы йәки алыш-биреш итеүҙе теркәү туҡтатылғанда бик отошло. Ғариза биреүсе дәүләт теркәүе үткәреү өсөн килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы оператив хәл итеүгә тотонасаҡ.
     Ошоноң менән бәйле, дәүләт теркәүенә ғариза биргәндә үҙегеҙҙең мобиль телефон һандарын дөрөҫ күрһәтергә онотмағыҙ.