22 февр. 2012 г.

Һайлау – 2012

Кандидаттар халыҡ менән осраша
Түбәндәге график буйынса Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыуҙар ойошторола:
21 февралдә сәғәт 2-лә 105-се һөнәрселек лицейында (тел. 3-16-53) –Х.Х. Хәмитов, С.Х. Ғәлин;
24 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 4-се мәктәбендә (тел. 2-13-01) – Г.Р. Байдәүләтова, З.Х. Абдуллина, В.Р. Хисмәтуллин, С.Ш. Мирзин;
24 февралдә сәғәт 4-тә ҡаланың 1-се мәктәбендә (тел. 3-11-65) – И.И. Ғәтийәтов, А.А. Ишбирҙина, З.М. Бикйәнова, З.А. Ҡаһарманова, Ш.Ш. Ирназаров, Н.Ф. Үҙәнбаев;
24 февралдә сәғәт 5-тә Баймаҡ лицей-интернатында (тел. 2-11-38) – З.А. Әбсәләмов, Н.И. Филипов;
27 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 2-се мәктәбендә (тел. 2-12-65) – Р.С. Рәхимов, Р.Х. Абдулов, И.С. Бәхтийәров, Н.Ф Ильясова;
27 февралдә сәғәт 2-лә “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында (тел. 3-36-52) – Л.А. Симирикова, Р.Т. Гәрәев;
28 февралдә сәғәт 2-лә ҡаланың 3-сө мәктәбендә (тел. 3-15-16) – И.Р. Мәзитов, С.А. Фролов, Г.В. Давыдов, П.А. Чернов, Р.Р. Морозова, И.Н. Сирусин;
29 февралдә сәғәт 2-лә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында (тел. 2-11-47) – У.Х. Аллаяров, А.Х. Иблиәминов, Н.Ю. Ғәйнуллина, Р.Р. Әхмәтова.
Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте.

Мәғлүмәт төркөмө – халыҡ араһында

Осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды
Күптән килгән матур йола буйынса, район хакимиәте уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһау маҡсатында ҡала һәм район халҡы менән осрашыуҙарҙы башланы. Мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы Р.В. Ишембәтов етәкләгән төркөм үткән йома Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендәге халыҡ менән осрашты. Осрашыуҙарҙы Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова алып барҙы.

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө

Тыуған илен яратҡан кешеләрҙең байрамы
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы, Афғанстан һ.б. ут нөктәләрендә сынығыу алған, күп һанлы наградаларға лайыҡ булған Х.Х. Хәмитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Хөрмәт Хәмит улы, былтыр хәрби хеҙмәткә саҡырыу нисек үтте?
2011 йылдағы хәрби саҡырыуҙың һөҙөмтәләре бик яҡшы. Беҙ республика буйынса ла тик ыңғай яҡтан билдәләндек.
Әрмегә төрлө ҡараш булған заманда, һеҙҙе борсоған күренештәр ҙә барҙыр?
Мине ҡайһы бер ата-әсәләрҙең улдарының армия сафында хеҙмәт итеүенә ҡаршы килеп, уларҙы ҡайҙалыр йәшереп тотоуы аптырата. Бындай егеттәргә штраф һалына, шулай уҡ енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуын онотмаһындар ине.
Хәрби комиссариат алдында әрмегә оҙатыу ҡайһы саҡта ҡот осмалы мәжлескә әүерелә...
Эйе. Бына бер егетте армияға оҙатырға лаяҡыл иҫерек өс ҡатын килгән ине. Береһе – әсәһе, ҡалғандары – туғандарылыр инде. Шул тиклем имәнес күренеш ине: ҡатындар үҙҙәре ни ҡыланғанын белмәй, ҡолап китәләр. Был мәхшәр йәш егеттең күңелендә ҡаласаҡ, хеҙмәт иткән сағында күҙ алдында торасаҡ. Әрмегә оҙатыусылар ошо хаҡта уйланһындар, үҙҙәрен тәртипле тотһондар ине.
Буласаҡ һалдаттарҙың ниндәй һыҙаты һеҙгә оҡшамай?
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы берәүҙәренең ныҡлап эскелеккә һабышыуы. Яңы тормош башлаған 18-21 йәшлек егеттәр араһында хәмер ҡолона әүерелгәндәрҙе күреүе бик ауыр.
Баймаҡ егеттәре нисек хеҙмәт итә?
Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтарыбыҙ араһында тәртип боҙоп йөрөгән һалдаттар юҡ. Баймаҡ ҡалаһынан Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт иткән Дамир Зиннәтуллин, Рәил Ирғәлин, Ғүмәр ауылынан Илһам Исчурин, Темәстән Хәйҙәр Изгин, Ғәҙелбай егете моряк Нурйән Иҫәнғоловтарҙың хәрби часынан рәхмәт хаттары килеп тора.
Армияға үҙ теләге менән киткән егеттәр бармы?
Әлбиттә, бар. Мәҫәлән, Баймаҡтан Рәфис Сирғәлин ныҡышып, медицина тикшереүен яңынан үтеп, ҙур теләк менән Ватан һағына китте. Хәҙерге ваҡытта бик яҡшы хеҙмәт итеп йөрөй.
Һеҙгә армия сафындағы егеттәрҙең ата-әсәләре мөрәжәғәт итәме?
Эйе, төрлө һорау менән киләләр. Кемдер улының кәйефе өсөн борсола, кемдер күптән хәбәр алғаны юҡ. Шуға күрә Баймаҡ һалдаттары хеҙмәт иткән часть командирҙары менән телефон аша йыш һөйләшергә тура килә.
Армиялағы “бабайлыҡ”, йәғни йәш һалдаттарҙы кәмһетеү ҡайҙан барлыҡҡа килә тип уйлайһығыҙ?
Был күренеш бөтә ерҙә лә бар, тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, “бабайлыҡ” кешенең үҙен тота белмәүҙән килә бит ул. Кемдер коллективта йәшәп өйрәнмәгән, икенселәр физик яҡтан бик көсһөҙ, рухи яҡтан да характерһыҙ, бәғзеләр картуф әрсей, иҙән йыуа белмәй йәки теләмәй. Ошонан китә лә инде аңлашылмаусанлыҡ. Буласаҡ һалдаттарға кәңәшем шул – Ватанды һаҡларға алдан әҙерләнегеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Улдарын артыҡ иркәләтеп үҫтергән әсәләрҙе лә аңламайым. Беҙҙең ҡалала ла шундай егеттәр бар – 18 йәше тулып үтеп киткән, ә һаман әсә итәгенә йәбешеп йөрөй. Әсәйҙәр ғүмер буйы улының проблемаһын хәл итеп йәшәй алмаясағын яҡшы аңларға тейеш, һаман уны әпәүләп, киреһенсә, балаһының тормошон ғына боҙа бит ул.
Контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттәребеҙ ҙә бар.
Эйе. Ғөмүмән, теләге, һаулығы, белеме булған егеттәргә өйҙә эшләмәй ятҡансы, контракт буйынса хеҙмәт итергә кәңәш итер инем. Сөнки хәҙерге ваҡытта рядовойҙар ғына 33 мең һум эш хаҡы ала. Контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттәрҙең үҙҙәрен генә түгел, ә ата-әсәһен, туғандарын ҡарауы ҡыуандыра.
Хәрби училищела уҡырға хыялланған егеттәр бармы?
Эйе, әлегә улар алты кеше. Беҙ хәрби училищеға йыйынған егеттәргә ярҙам итәбеҙ. Уҡырға ингәндәре бик матур итеп белем ала, рәхмәт әйтәләр. Уйлап ҡараһаң, 2-се курста белем алған курсант 7 мең һум стипендия алһа, 3-сө курста ул 12,5 мең һумға барып етә. Бынан тыш уларҙы бушлай кейендерәләр, ашаталар, юлда йөрөүгә лә льготалар ҡаралған.
Һеҙҙеңсә, Ватанды һаҡлаусылар көнө кемдең байрамы?
Тыуған илен яратҡан һәм уны һаҡларға әҙер торған бар кешеләрҙең байрамы.
Ошо байрам көнөндә гәзит уҡыусыларыбыҙға ниҙәр теләр инегеҙ?
Барыһына ла бәхет һәм йорт-илдең имен булыуын теләйем.
Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Байрам менән һеҙҙе!


Яҙмышын хәрби тормошҡа бағышлаған
Айнур Хәләф улы Хәмитов – Мерәҫ ауылы егете. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, ныҡ, сыҙам булып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, 105-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 
 
Егет тиҫтерҙәренән армия сафына ныҡлап әҙерләнеүе менән айырылып тора. Буласаҡ һалдаттың тырышлығы үҙе өсөн бик тә кәрәкле булып сыға. Айнур, Чечен Республикаһында һуғыш ҡыҙған мәлдә армия сафына алынып, ут эсендәге Грозный ҡалаһына барып эләгә.
Яу йылдарын үҙ яҙмышында кисергән кешеләр “тәүге өс көндә генә ҡурҡыныс, һуңынан күнегәһең” тиһәләр ҙә, тәү тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ килгән йәш егеттәргә еңелдән булмай. Шулай ҙа Айнур Хәмитов, бар ауырлыҡтарҙы йырып сығып, бик яҡшы хеҙмәт итә. Ут эсенә ингән егетте Хоҙай Тәғәлә аралап, ул тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайта.
Тыныс тормоштағы эшһеҙлекте, эскелекте күргән Айнур Хәмитов хәрби хеҙмәтен дауам итергә була. Һәм ул тағы ла тынысһыҙ Чечен Республикаһына барып эләгә. Был юлы утлы сынығыу үткән Айнур Хәләф улы яңы армияға алынған йәш һалдаттарҙы ҡурсалап, уларға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Күрәһең, һуғыш менән һыналған яугирҙар араһында “бабайлыҡ” төшөнсәһе, йәш һалдаттарҙы кәмһетеү-рәнйетеү, үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотоу кеүек һыҙаттар бөтөнләй юҡ тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер.
Айнур Хәмитовты әсәһе Бәҙерниса Миңлеғәле ҡыҙы һәм атаһы Хәләф Хәбибрахман улының изге фатихалары бәлә-ҡазанан ҡурсып, ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Күп һанлы наградалар эйәһе, өлкән сержант Айнур Хәмитов хәҙерге ваҡытта Алкино ҡасабаһында хеҙмәт итә. Үҙен тулыһынса хәрби тормошҡа бағышлаған, яҙмышын тик Ватанды һаҡлауға бәйләгән Айнур өйләнеп, тормош юлдашы менән бер ул үҫтерәләр. “Ватан – берәү генә, уны һаҡларға кәрәк. Үҫеп килгән малайҙар ошо хаҡта бер ҡасан да онотмаһын ине”, – ти өлкән сержант.
Эйе, илебеҙҙе Айнур Хәмитов кеүек сая, көслө рухлы, ғорур егеттәр һаҡлағанда, халҡыбыҙҙың тормошо һәр саҡ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыр.


Рәфил – сик һаҡсыһы
Ир-ат – батыр ҡанаты,
Ир-ат – яуҙың ҡанаты.
Ватанды һаҡлау элек-электән ил азаматтарының мөҡәддәс бурысы. Хәҙерге заманда армия сафынан ҡасып ҡалырға ынтылыусылар осраһа ла, хәрби тормошто үҙ иткән ысын башҡорт егеттәренең күплеге ҡыуандыра.

Рәфил Рафаил улы Сөләймәнов та, йәш кенә булһа ла, тоғро ил улы, яҡшы һалдат булыуы менән айырылып тора. Спорт менән шөғөлләнгән, сабыр, аҡыллы егетте, әрме сафына алынғас, сик һаҡсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул хеҙмәт итеүенең тәүге көндәренән үҙен ысын иптәш итеп таныта. Хәрби күнекмәләр ҙә Рәфилгә бик еңел бирелә. Шуға күрә ул артабанғы яҙмышын һалдат тормошо менән бәйләп, контракт буйынса хеҙмәтен дауам итә. Башҡорт егете Рәфил Сөләймәнов Ҡытай сигендә алты йыл һаҡта тора. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, ғәҙел, һәр эште еренә еткереп башҡарған Рәфил Рафаил улын хеҙмәттәштәре лә, командирҙар ҙа ихтирам итә.
Төньяҡ Кавказда сәйәсәт үҙгәреп, болғаныштар башланған осорҙа һынауҙар үткән тәжрибәле сик һаҡсыһы Рәфил Сөләймәнов Абхазияға ебәрелә.
Ғүмер буйы колхоз эшендә тырышып эшләгән, матур итеп донъя көткән Рафаил Әүхәҙи улы һәм Мәғзүмә Нәбиулла ҡыҙына улдарынан һәр саҡ “Бында барыһы ла һәйбәт, хеҙмәт итеүе тыныс”, – тигән хәбәр генә килә.
Сөләймәновтар – Беренсе Этҡол ауылының ихтирамлы, абруйлы ғаиләһе. Ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова улар тураһында: “Эшһөйәр, бик матур ғаилә. Кемдер тормошҡа зарланғанда, улар мал көтөп, тырышып донъя көтә. Балаларын да бик аҡыллы итеп тәрбиәләйҙәр”, – тине.
Рәфилдең ҡустыһы Рауилға ла Осетияла ҡапыл сыҡҡан һуғыш мәлендә хеҙмәт итергә тура килә. Йәш һалдат, иңенә төшкән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреп, имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Рәфил Рафаил улы хәҙерге ваҡытта Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Сик һаҡсыһының бер айы заставала, икенсе айы хәрби әҙерлек менән үтә. Ата-әсәһе, кескәй һеңлеһе Эльвира, туғандары тураһында хәстәрлек күргән Рәфил Рафаил улы телефон аша көн дә уларҙың хәлен белешә, үҙе өсөн борсолмауҙарын үтенә.
Күңеле менән хәрби тормошто һайлап, сик һағына баҫҡан сержант Рәфил Сөләймәновҡа именлек-һаулыҡ, уңыш-шатлыҡҡа төрөнөп, хәрби баҫҡыс буйынса үрләүен теләйбеҙ.


Кадеттар батырлыҡ дәресе үтә
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район китапханаһында 105-се һөнәрселек лицейының кадеттар төркөмө менән батырлыҡ дәресе үткәрелде. Һөйләшеүгә Афғанстан яуын үткән Нәзир Нурмөхәмәт улы Әбйәлилов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 105-се һөнәрселек училищеһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Хәлил Зәбир улы Ғүмәров, һәүәҫкәр композитор Борис Мөхәммәт улы Хәйретдинов, ағинәйҙәр клубы ағзаһы Яңылбикә Баймурзина саҡырылған ине.
Сараны ойоштороп алып барыусы Сәрүәр Иҙелбаева һәм Зарема Абайдуллина тәүҙә районыбыҙҙың тарихына ҡанлы эҙҙәр менән яҙылған, тыныс ваҡытта тоҡанған Афған, Чечен һуғышы тураһында һөйләп үтте. Эйе, тыуған яғына цинк табуттарҙа ҡайтҡан егеттәрҙең йәшләй өҙөлгән яҙмыштары мәңге уңалмаҫ яра булып ҡалды. Батырҙарса һәләк булған һалдаттар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Яугир-интернационалист Н.Әбйәлилов яуҙа юғалтҡан иптәштәрен хәтеренә алып, күңел әрнеүҙәре менән уртаҡлашты. Унан кадеттарға: “Йәш ваҡыттан спорт менән дуҫ булһағыҙ, армия сафында хеҙмәт итеүе еңел буласаҡ. Беҙ Афғанстанда һәләк булған дуҫым Рәфҡәт менән саңғы ярыштарына ҙур теләк менән йөрөй торғайныҡ. Буш ваҡыттарыбыҙ ҡышҡы саф һауала үтте. Минең теләгем бер – һеҙгә һуғышты кисерергә, ут эсенә инергә яҙмаһын”, – тине.
Х.З. Ғүмәров: “Беҙҙең училищеның тәүге сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Афғанстанға барып эләкте. Сөнки шул саҡта тау иленә совет ғәскәре индерелгәйне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, училище егеттәре был һуғышта һынатманы, барыһы ла командование тарафынан тик яҡшы яҡтан билдәләнде. Афғанстан, Чечня ғәрәсәтендә һ.б. һуғыштарҙа егеттәребеҙҙең ғүмере өҙөлөүе аяныслы, илебеҙгә килгән оло бәхетһеҙлек. Һеҙ – буласаҡ һалдаттар. Шуға күрә ғүмерегеҙҙе хәмер, тәмәкегә әрәм итмәй, спорт менән шөғөлләнеп, ысын Ватан һаҡсыһы булып үҫегеҙ. Спорт менән тынсыу спорт залында түгел, ә саф һауала, бигерәк тә ҡышҡыһын, шөғөлләнеүе файҙалы булыуын, бындай күнекмәләрҙең физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығытыуы хаҡында онотмағыҙ”, – тип һөйләне.
Батырлыҡ дәресенә килгән кадет корпусын Ринат Мансур улы Әйүпов етәкләй. Кадеттар башҡа уҡыусыларҙан нимәһе менән айырыла һуң? Был егеттәр һәм ҡыҙҙар (эйе-эйе, бер нисә ҡыҙ ҙа бар) тулыһынса хәрби режим буйынса йәшәй. Улар ятаҡтың айырым бер ҡатын биләй. Кадеттарҙың һәр сәғәте уҡыуға, физик күнекмәләргә бағышлана. Уларҙы урамда осратһаң да, хәрби кейемдәренең бөхтәлегенә, үҙҙәрен ипле, тыныс, ғорур тотоуына һоҡланып ҡарайһың. Китапханала үткән сараны ла кадеттарҙың күңеленән үткәреүе, Тыуған илде һаҡлау тураһындағы патриотик китаптар менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы асыҡ күренде. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла киләсәктә үҙен хәрби тормошҡа бағышлаясаҡ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа ғүмеренең иң матур мәле – йәшлек осоронда бер нисә йыл ысын һалдат булып йәшәүҙәре күңел һәм тән сынығыуы алыуға, иленең ысын патриоттары булып үҫеүгә булышлыҡ итәсәк. 105-се һөнәрселек лицейына йыйынған балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә теләгебеҙ шул – кадет төркөмөн һайлағыҙ! Бында һеҙҙе ысын ил улы, тоғро Ватан һаҡсыһы итеп тәрбиәләйәсәктәр.
Махсус битте Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Кәңәшмәләр

Шифаханала – ветерандар пленумы
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала “Талҡаҫ” шифаханаһында урындарҙағы ветерандар советтары рәйестәренең бер аҙналыҡ ялы ойошторолдо. Улар унда һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалманы, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты.
Йома көндө шифаханала Баймаҡ районы ветерандар советының 4-се пленумы уҙғарылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Т.Н. Денисова, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары М.С. Сәғитова ҡатнашты. 
 
Йыйылышты асып, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов ошондай әүҙем ял ойошторғандары өсөн район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа рәхмәт белдерҙе.
Унан һуң ойошма рәйесе урынбаҫары М.З. Иҫәнғолов ветерандар советының барлыҡҡа килеү тарихы, эш маҡсаттары тураһында һөйләне, үткән йылға йомғаҡ яһаны, пландар менән таныштырҙы.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йылылыҡ өсөн яңыса түләү
Баймаҡ ҡалаһының “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2012 йылдың 1 ғинуарынан файҙаланған йылылыҡ өсөн түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер иһә ҡулланыусылар элекке кеүек аралашсы булып торған “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы аша түгел, ә туранан-тура предприятие менән иҫәпләшә башланы. Йәғни, ғинуар айындағы фатир түләүҙәре квитанцияһында идарасы компания “йылылыҡ өсөн” тигән графаны төшөрөп ҡалдырҙы. Ә был төр хеҙмәт өсөн түләү квитанцияһын “Йылылыҡ селтәре” үҙе тарата. Киләсәктә килешеү буйынса был яуаплы эш почта хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтеләсәк. Йылылыҡ өсөн «Уралсиб», «Промтрансбанк» банкында, почтала, предприятиеның кассаһында түләргә мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә барған үҙгәртеп ҡороуҙарға ярашлы, киләсәктә йылылыҡ өсөн түләү ике төрҙән торасаҡ. Беренсеһе – фатирҙарҙы, ә икенсеһе, улар ысынында ла йылытылһа, дөйөм ҡулланышта булған урындарҙы, мәҫәлән, подъезд, ҡыйыҡ, подвалдарҙы йылытҡан өсөн түләү.
Яңы индерелгән хеҙмәт төрө предприятиеның эшен күпкә еңелләштерер, тигән өмөттәбеҙ. Сөнки быға тиклем түләнгән аҡсаның аралашсы аша инеүе халыҡ, башҡа төр предприятиелар өсөн дә күп проблемалар тыуҙырҙы.
Лилиә ТАКАЕВА.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Туған телем – үҙем өсөн,
башҡа тел – көнөм өсөн”, –
ти Баймаҡ ҡыҙы, полиглот Ләйсән Мәүлитова
Тел – тере шишмә! Һәр халыҡтың үҙенең генә шишмә сығанағы, уның үҙенсә генә сылтырап ағышы, айырым тәме бар. Шул шишмә моңдарында уның тарихы ла, бөгөнгө йәшәйеше, киләсәге лә. Эйе, телһеҙ халыҡ – илһеҙ. Аллаға шөкөр, барыбыҙҙың да “әсәй” тип асылған наҙлы теле, йәнебеҙ яралған, кендегебеҙ киҫелгән, күңелебеҙ береккән ере бар. Унда беҙҙең яҙмыш, беҙҙең ғүмер.
Телем, илем тип йән атыусы йәштәр бихисап. Шуларҙың береһе – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Ләйсән Мәүлитова менән әңгәмә тәҡдим итәм.

Мәҙәниәт


Йырлап-бейеп йәшәүҙәре бер ғүмер...

Темәстәр “Мираҫ” фестиваль-смотрын башланы 
 

Районыбыҙҙа тематик үҙешмәкәр смотр-конкурсын үткәреп, яңы таланттар билдәләү, һуңынан еңеүселәрҙең концертын ойоштороу матур йолаға әүерелгән. 16 февралдә халыҡ ижады үҙәгендә Рәсәй тарихы йылына арналған “Мираҫ” район фестиваль-конкурсы старт алды. Үҙенсәлекле сараны башлау хоҡуғы темәстәргә тапшырылғайны. 

20 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Фермерҙар форумы үтте

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIII конференцияһы үтте. Унда фермер хужалыҡтарын үҫтереү, дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең перспектив йүнәлештәрен билдәләү мәсьәләләре ҡаралды, ассоциацияның үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Форумда райондың танылған фермерҙары: Октябрь ауылынан Айрат Шәрәфетдинов, Юлыҡтан Борис Миңлебаев, Һаҡмарҙан Радик Арғынбаев, Йомаштан Азамат Шахмөхәмәтов ҡатнашты.

Тарих йылы айҡанлы

Илдә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылына арнап ошо көндәрҙә Түбә мәҙәниәт йортонда йырға-моңға һуғарылған концерт булды. Уны балалар йорто коллективы һәм мәктәп уҡытыусылары уҙғарҙы. Шулай уҡ был cарала урындағы биләмә башлығы М.Ф. Хәсәнова тамашасыларға буласаҡ һайлау тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Бокс – көслөләр спорты

Киләһе аҙнала райондың спорт тормошонда ҙур ваҡиға көтөлә – 21-25 февралдә 1998-1999, 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының асыҡ, шәхси-командалы беренселеге үткәреләсәк. Турнир Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә һәм “Көнсығыш” зонаһы уҡыусыларының III спартакиадаһына арнала.
А. ИШНАЗАРОВ.

Йыр-моң беҙҙе осраштыра

Ошо көндәрҙә Ишбирҙе ауылының “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән берлектә Ишмырҙа ауылында булып, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһап ҡайттыҡ. Ул ике яҡ өсөн дә бик фәһемле осрашыу булды. Аралашыу концерт һуңынан аш-һыуҙан һығылып торған сәй табыны артында дауам итте. Беҙгә көс, дәрт биреп, күңелдәрҙе күтәргәндәре, йылы ҡабул иткәндәре өсөн Ишмырҙа ауылы биләмәһе хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлсирә Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Грант – Үрге Иҙрис ҡыҙында!

Гөллирә Халиҡова конкурста еңеп сыҡты
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт Йортонда йәш ғалимдар һәм ғилми коллективтар араһында иғлан ителгән фәнни эштәр буйынса республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Башҡортостан Республикаһы гранттарын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т. Сәғитов тапшырҙы.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы грантын алыуға йәш ғалимдарҙан һәм ғилми коллективтарҙан 200-ҙән ашыу эш тәҡдим ителә һәм компетентлы эксперттар тарафынан шуның 30-ы һайлап алына. Шуныһы ҡыуаныслы, был абруйлы конкурста беҙҙең райондың Үрге Иҙрис ауылы ҡыҙы, бөгөн инде республикала билдәле йәш ғалимә, БДУ-ның химия факультеты аспиранты Гөллирә Халиҡова ҡатнашып, үҙенең ғилми эшен тәҡдим итә. Яҡташыбыҙҙың грипҡа ҡаршы препараттың практик синтезын уйлап сығарыу буйынса хеҙмәтен комиссия юғары баһалай һәм республика грантына лайыҡ тип таба. Бөгөн Гөллирә Мазһар ҡыҙы тарафынан эшләнгән ҡушылмалар биологик тикшереүҙәрҙә тест үтә. Әйткәндәй, ул Бельгияла уҙасаҡ органик синтез буйынса 13-сө Бөтә донъя симпозиумында ҡатнашырға йыйына.
Йәш ғалимәне бындай юғары награда алыуы менән ҡотлап, фән үрҙәрен артабан да уңышлы яулауын теләп ҡалабыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.

Конкурстар

Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2012” – Эльвира Латыпова!

Ғәҙәттә, бәйгеләрҙә һәр кемдең уйламаған һәләттәре асыла. Бына шундайҙарҙың береһе – “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” һәм “Эшсе ир-егет” бәйгеһе көндәлек тормошта: эштә, дауаханала, магазиндарҙа, урамда күргән йәштәрҙең беҙгә бөтөнләй таныш булмаған яҡтарын асып, хайран итте. Быға тиклем гел гүзәл заттар ғына көс һынашһа, быйыл ир-егеттәрҙең дә ҡушылыуы сараны тағы ла йәмләндерә һәм сәмләндерә төштө.

Ҡалабыҙҙы йыл да гөрләткән был конкурста 15 ҡатнашыусы араһынан быйыл үҙәк ҡала дауаханаһы педиатры, кардиологы Эльвира Латыпова Гран-при яуланы. Күҙҙәренән балаларға, кешелеккә һөйөү түгелгән, эшен яратыуы йөҙөнә сыҡҡан Эльвираға артабан да ошо өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт итергә яҙһын!
Бәйгенән тулы мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Айгөл Иҙелбаева.

Cәйәсәт

Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың “Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ” исемле программа мәҡәләһе күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул ватандаштарыбыҙҙың күпселеген борсоған милли сәйәсәткә арнала. Иғтибарығыҙға респонденттарыбыҙҙың ошо хаҡтағы уй-фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Инвалидтар иғтибарына!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 2011-2015 йылдарға ҡабул ителгән “Уңайлы мөхит” маҡсатлы Программаһына ярашлы, инвалидтар өсөн тейешле шарттар булдырыла. Ошо Программа буйынса инвалидтар беҙҙең илдә етештерелгән транспорт сараларын ҡул менән йөрөтмәле итеп ҡорҙорта ала һәм уларҙы ошондай төр автотранспорт сараларына йөрөргә өйрәтеү ҙә ҡаралған. Белешмәне хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығынан алырға була.
Т. Денисова, бүлек начальнигы.