29 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

40 ҡурайсы ҡатнашасаҡ

30 июндә Көйөргәҙе районында үтәсәк республика ҡурайсылар йыйынында беҙҙең райондан Ирек Мырҙаев етәкселегендә Ғ.Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар ансамбле ҡатнашасаҡ.
Йәш таланттар концерт ҡуя
Йәштәрсә йыр-бейеүҙәрҙе тамаша ҡылырға теләүселәр 6 июлдә халыҡ ижады үҙәгенә –“Экзотик” бейеү студияһының һәм  йәш таланттарҙың сығыштарын ҡарарға рәхим итһен!
 

Эпосҡа арнала

26 июндә Сибай янында урынлашҡан “Юлдаш” лагеры үҙенә “Урал батыр” эпосын һөйләүселәрҙе йыйҙы. 14-се йыл үткәрелгән ижади бәйгегә республика ҡала-райондарынан 60 команда килде. Улар өс көн дауамында 4 меңдән ашыу юлдан торған эпосты яттан һөйләү менән бер рәттән Башҡортостан тарихын белеүҙә ярышасаҡ. Ҡатнашыусылар тәүҙә үҙҙәрендә район һәм зона турҙарында еңеү яулаған, жюри составына республикала билдәле фольклорсылар йыйылған.
 

Агитбригадалар сығышы

Ауыл хужалығы эшсәндәрен йырлы-моңло сәләм менән ял иттереү маҡсатында халыҡ ижады үҙәге тарафынан агитбригадалар үҙ эшен башлай. Артистар мал аҙығы әҙерләүселәр, һауынсылар янына барып сығыш яһаясаҡ. Ошо көндәрҙә улар “Аҡморон” һәм “Таналыҡ” АХК-ларына сығасаҡ.
 

Һыу буласаҡ

Үткән быуаттың 70-се йылдарында һалынған һыу торбалары сафтан сығыу сәбәпле, һыу мәсьәләһе Түбә ауылы халҡын иң борсоған проблема булып тора. Шулай ҙа был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла. Йәмғеһе 4601 м тәшкил иткән үткәргес йыл да өлөшләтә ремонтлана. Әлеге ваҡытта Илшат Йәнбәков етәкләгән “СтройМонтажСервис” ойошмаһы тарафынан Түбәлә 520 метрҙа иҫкергән торбалар замансаға – полипропилен торбаларға алмаштырыла.
 

Футболға рәхим ит!

Киләһе аҙнала “Труд” стадионы үҙенә спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе йыясаҡ. Бында хакимиәт башлығы кубогына футбол буйынса район беренселеге уҙғарыласаҡ.

Хроника

Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы  бойороғона ярашлы Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы ДБУ-һы начальнигы итеп Наил Раил улы Ғәлимйәнов тәғәйенләнде.
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы ДБУ-һы начальнигы булып эшләгән Арыҫлан Айҙар улы Иҫәнов шул уҡ учреждениела икенсе эшкә күсерелде.

Эш сәфәрҙәре

Төҙөлөшкә – насар баһа 


Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Николай Алексеевич Гавва Баймаҡ районы һәм ҡалаһында барған төҙөлөш эштәре барышы менән танышып, шундай баһа бирҙе.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Башлыҡтар – уҡыу семинарында


Шишәмбелә Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын ойоштороу буйынса уҡыу семинары ойошторолдо. 

“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Районда кисәге көнгә 2784 гектар үлән сабылған (планға ҡарата 12%), 228,3 тонна бесән әҙерләнгән. Сенаж иһә 2732 тонна һалынған.

Шәжәрә байрамы

Әмин батыр ырыуҙаштарын йыйҙы

Әмин батырға – стела


23 июндә Әмин ауылында Шәжәрә байрамы уҙҙы. Тамырҙары менән ошо ергә береккән, тәү тапҡыр донъяға ауаз һалған, тәпәй баҫҡан изге төйәк үҙенең балаларын, ҡан-ҡәрҙәштәрен бергә тупланы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың, Рәсәйҙең төрлө киңлектәренән әминдәр ҡайтып төштө.

Хәтер

Мөхәббәткә ваҡыт һынау түгел...


Һәр дәүләттең, йәмғиәттең нигеҙе – татыу ғаилә. Никахтың ныҡлығы парҙарҙың бер-береһен ихтирам итеүенә, терәк-таяныс була белеүенә, ышанысына һәм мөхәббәтенә бәйле. Ошо матур хис-тойғоларҙың барыһы ла беҙҙең ғаиләгә хас булды.
Мин – ябай ауыл малайы – тормоштан бик уңдым. Сөнки Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу таныш булдым һәм 46 йыл бергә йәшәү бәхетенә ирештем.

Һорау – яуап


Пландан тыш тикшереү Ниндәй осраҡта контроль органдар тарафынан пландан тыш тикшереүҙәр үткәрелә?
Һорауға район прокуроры ярҙамсыһы Е.А. Михайлов яуап бирә:
– 2008 йылда ҡабул ителгән 294-се федераль Закон буйынса, юридик берәмектәрҙе, шәхси эшҡыуарҙарҙы дәүләт контроленә ярашлы, алдан ҡабул ителгән план буйынса тикшерәләр. Шул уҡ ваҡытта иҫкәртеү яһалып та, хоҡуҡ боҙоуҙар тәғәйенләнгән көнгә хәл ителмәһә, кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн ниндәйҙер хәүеф янаһа, тәбиғәт бысратылһа һ.б. шундай киҫкен хәл килеп тыуһа, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы буйынса тикшереүҙәр пландан тыш үткәрелә. Унан тыш янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү өсөн алдан иҫкәртелмәгән тикшереүҙәр булыуы ихтимал.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Матур кеше матур бар яҡтан


Хөснә Әнүәр ҡыҙы Рыҫбаева 1947 йылдың май айында Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуған. Ата-әсәһе уны матур итеп тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙ бик теремек була. 1965 йылда Беренсе Этҡол урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Һәләтле ҡыҙҙы шул йылда уҡ Шүлкә башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. 

Яңы китап сыҡты

Муллаҡай шәхесе тураһында


Ислам тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы һөйөндөрөп тағы бер китап донъя күрҙе. Шәйех Ғ.Сәиди исемендәге мәсеттең имам-хатибы Ғариф хажи Ғабдрахмандың “Муллаҡай шәйехе Ғабдулла ишан” тип аталған ғилми йыйынтығы Рәсәй Ислам университетының Ғалимдар советы ҡарары менән баҫылған. Унда шәйехтең тормош юлы, ҡыҙыҡлы сюжеттар һүрәтләнә, яңы яҙма сығанаҡтар менән Остазды үҙ күҙҙәре менән күреүселәрҙең һөйләгәндәре лә  индерелгән.
 

Уҙамандарға ҡәҙер һәм хөрмәт

Ир-егеттең йәшен һанамайҙар...

Йырҙағы ошо юлдарҙы ишеткән һайын тәрән юҡһыныу, һағыш-һағыныуҙар һәм оло хөрмәт менән атайымды күҙ алдыма килтерәм. Күңеле моңға тулған, йыр яратҡан атайымдың күкрәк тауышы менән һалмаҡ ҡына итеп:
Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә, –
тип йырлағаны бөгөнгөләй хәтеремдә.
 
Эйе, йәмле Төйәләҫ буйҙарына кемдәр генә һоҡланмаған да, кемдәр генә төйәк итмәгән уны. Бынан тап 200 йыл элек Муллаҡай ауылынан ете ғаилә шул йылға буйында утар ҡора. Ауылға старшина ярҙамсыһы Басай Исмәғилевтең исеме бирелә. Ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы Басай Исмәғилевтең бүләсәре Фатима Басаеваның ейәне, тыуған ерен өҙөлөп яратҡан, кешелекле, кеселеклеге менән тирә-яҡта абруй ҡаҙанған ысын ир-егет, атайым Ришат Нурғәле улы Фәтхуллин тураһында булыр әйтер һүҙем.

27 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Дуҫлыҡ эстафетаһы

27 июндә “Граф күле” лагерында “Дуҫлыҡ эстафетаһы” акцияһы үтәсәк. Был сара милләт-ара татыулыҡҡа арналған. Ул 20 майҙа республика буйынса старт алғайны. Баймаҡтар эстафетаны әбйәлилдәргә тапшырасаҡ. Йәштәр араһында барған был үҙенсәлекле сараның символы ҡурай тажы булыуы айырыуса әһәмиәткә лайыҡ. Кисә райондың йәштәр комитеты белгестәре акцияға әҙерләнеп, лагерҙа “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ” кисәһен үткәрҙе.

Фажиғәләр булмаһын өсөн

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙған водителдәрҙең күбәйеүе тураһында хәбәр итә. Айырыуса, руль артына иҫерек ултырыусылар йышайған. Ошо айҙа ғына 20 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән. Бер авария мәлендә 4 кеше һәләк булған, икәүһе дауаханаға килтерелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, руль артына эскән килеш ултырыу енәйәт икәнлеген, шулай уҡ тиҙлекте арттырыу, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе тураһында иҫкәртә.

Таҡтаташ асыласаҡ

30 июндә Басай ауылына 200 йыл тулыу айҡанлы,  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреләсәк. Ундағы саралар араһында Басай мәктәбенең тәүге директоры Ришат Нурғәле улы Фәтхуллинға арналған таҡтаташ асыу планға индерелгән.

Миҙалсы-2012

Тормош үрендәге тәүге оло еңеү


– Күптәрегеҙҙең ата-әсәләрен, үҙегеҙҙе беләм – шуныһы ҡыуаныслы, – тип башланы телмәрен хакимиәт башлығы Илшат Ситдыҡов. – Һеҙ үҙ тормошоғоҙҙа иң ҙур еңеүгә өлгәштегеҙ – уҡыуҙағы уңыштарығыҙ өсөн алтын һәм көмөш миҙалдарға эйә булдығыҙ. Һеҙ быға лайыҡлы. Шуны белегеҙ: тормош көрәштән тора. Әгәр яҡшы йәшәгең килһә, һәр ваҡыт тырышырға, көрәшергә, еңергә кәрәк. Һеҙҙең бөгөнгө еңеүегеҙҙә уҡытыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың әллә күпме көсө һалынған. Уларҙың барыһына ла бик ҙур рәхмәт! Алдағы тормош имтихандарын да уңышлы тапшырып, районыбыҙҙың ғорурлығы булыуығыҙҙы теләйем!