8 окт. 2012 г.

Спорт

Баймаҡ боксерҙары – беренсе!

Үткән аҙнала районыбыҙҙың спорт тормошон ике ҙур ваҡиға йәмләне. Алдан яҙып үтеүебеҙсә, кесе йоманан шәмбегәсә К.Е. Сентюриндың 60 йәшлек юбилейына арналған үҫмерҙәр араһында бокс буйынса асыҡ турнир уҙҙы. 6 октябрҙә еңел атлеттарҙың Ҡуянтау – Баймаҡ араһында Республика көнө алдынан уҙғарыла торған традицион ярышы ойошторолдо.

Өс көн дауамында барған “аяуһыҙ” алыштарҙа республиканың ҡала-райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән барлығы 14 команда үҙ-ара көс һынашты. Һөҙөмтәлә Баймаҡ спортсылары беренсе урынға сыҡты. Свердловск өлкәһе менән Белорет боксерҙары иһә II-III урындарға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә лә баймаҡтар һынатманы. 6 кеше үҙ категорияларында чемпион исемен алыуға өлгәште. Улар – 30 кг ауырлыҡта Ильяс Исмәғилев (3-сө мәктәп), 4-се мәктәп спортсылары Абдулла Ишниязов (36 кг), Артем Новиков (38 кг), Дастон Рөстәмов (56 кг), Яҙгөл Аралбаева (54 кг) һәм 3-сө мәктәптән Лиана Сирбаева (52 кг).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йүгеректәр уҙҙырманы

Еңеүсе йүгеректәр.

Ғәҙәттәгесә, ир-егеттәр Ҡуянтауҙан (12 км) старт алһа, ҡатын-ҡыҙҙар йүгереүҙе Л.Пономарев һәйкәленән (6 км) башланы. Финиш иһә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында ине.
Был көндө 80-дән ашыу спортсы үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәтә алды. Һөҙөмтәлә уҡыусы балалар араһында тәүге урындарҙы Илүзә Мостафина (Ниғәмәт), Камилла Маркабаева (Сибай), Рәзилә Юлыева (Байыш) менән Вадим Ишбахтин (Сибай), Данил Байышев (Байыш), Айгиз Сәғәҙиев (105-се ПЛ) алды. 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Хәниф Исмәғилев, Илсур Әхмәтҡужин (Сибай), Даян Ғүмәров (Икенсе Этҡол), ҡатын-ҡыҙҙарҙан (Зиниә Райманова, 105-се ПЛ) иң йүгеректәре булып сыҡты. 40 йәштән олораҡ ир-егеттәрҙән Дамир Хәсәнов (Сибай), Шәрифйән Мырҙабулатов (Сәйғәфәр) һәм Хәйҙәр Моталлапов (105-се ПЛ) I-III урындарға лайыҡ булды.
Был көндө шулай уҡ иң оло һәм иң йәш йүгерек билдәләнде. Улар – 61 йәштәге Зөфәр Зөбәйеров (Баймаҡ) һәм 3-сө мәктәп уҡыусыһы, 2002 йылғы Лиза Чернышева булды.
Сара аҙағында еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

А. ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Пенсия реформаһы ҡарала

3 октябрҙә “2030 йылға тиклем пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы” темаһына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.Н. Пудов менән Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды идаралығы рәйесе А.В. Дроздов ҡатнашты.

Ауылыбыҙҙың йәме булған ғаилә

Алтын көҙҙөң матур көнөндә Аҡморон мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Нурания һәм Ирек Низамовтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ тантанаһы үтте. Кисәгә ауылдың оло быуын кешеләре, уларҙың хеҙмәттәштәре, туғандары йыйылды.

“Мөмкин булһа һәйкәл ҡуйыр инем...”


Кешегә ғүмер бер генә бирелгән. Айырыуса ата-әсәйҙәрҙең ғүмере бик ҡыҫҡа тойола. Шуға ла уларҙың ҡәҙерен үҙ мәлендә белергә кәрәк.

Эйе, ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ уҙған икән. Йәшлек тә эш, мәшәҡәттәр менән күҙ асып йомған арала үткән. Хәҙер инде янымда атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Ә бит барыһы ла яңы ғына булған кеүек ине.

Көҙ – һағыш миҙгеле


Көҙ миҙгелен бик күп шағирҙар, әҙиптәр маҡтап йырҙар сығара. Ул үҙенең алтын төҫтәренә бай булыуы менән күптәрҙең күңелен арбап тора. Әммә ул һәр кешенең дә күңеленә шатлыҡ хистәре алып килмәй шул.

Хеҙмәттән йәм тапҡан ир уҙаманы


 “Әлегеләй хәтеремдә: мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн беҙгә ҡәбер ҡаҙырға ҡуша торғайнылар. Баланың көсө күпме генә инде... Шулай ҙа хәлдән тайғансы эшләйбеҙ. Тәрән ҡаҙа алманыҡ, шундай ҡәберҙәргә мәрхүмдәрҙе ерләнек. Уларҙы эттәр һөйрәп сығарып ашауын күреүе ҡот осҡос күренеш була торғайны. Кешеләр аслыҡтан интегеп, ситкә эш эҙләп китергә мәжбүр ине”.

Ветерандар советы, “Атайсал” клубы ағзаһы Хәлфетдин Сафа улы Ишморатов ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Заманында Баймаҡта етәксе вазифалар биләп, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән аҡһаҡалды барыһы ла яҡшы беләлер тип уйлайым.

Яңылыҡтар

Милли кейемдәр конкурсы

18 октябрҙә сәғәт 11-ҙә район китапханаһында “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” конкурсының беренсе туры үтәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәрҙең 3-16-37 телефоны буйынса йәштәр бүлегенә мөрә-жәғәт итеүе һорала.

Быуа таҙартылған

Аҡморон мәктәбе районда ойошторолған экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә 6-сы, 7-се класс уҡыусылары ауыл янындағы быуаны сүп-сарҙан таҙартҡан. Бынан тыш, ауылды төҙөкләндереү буйынса ла төрлө эштәр алып барыла.

Яңы федераль судья

Баймаҡ район судында яңы федераль судья эш башланы. Азат Язар улы Утарбаев быға тиклем Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы судында судья ярҙамсыһы булып эшләгән.

Операциялар бара

Баймаҡ эске эштәр бүлеге енәйәтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән профилактик сараларын дауам итә. Хәҙерге ваҡытта “Браконьер”, “Уңыш”, “Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль” операциялары бара.

Пенсионерҙар тәбрикләнде

Сыңғыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 11 кеше тәбрикләнде. Тантананы асып, клуб мөдире Айбулат Хәлилов юбилярҙарҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы М.С. Сәғәҙәтова, ауылдың имам-хатибы Х.Туйсин тәбрикләне. Хаҡлы ялға сығыусылар исеменән А.Хәлилов етәкcелегендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, бар ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
С. Хисмәтуллина.

Зыяратты кәртәләгәндәр

Ишмөхәмәт ауылы хакимиәте янғындан һуң Баймырҙа ауылы зыяратын кәртәләүгә ағас, кәрәк-яраҡтар менән ярҙам иткән “Баймаҡ урмансылығы” ДУ-һы етәксеһе Д.Д. Абдуллин, эшҡыуарҙар С.Әүәлбаев, Р.Ирназаров, И.Абдрахманов, В.Чинейкин, В.Фәйезов һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Шулай уҡ Урғаҙа йылғаһының үҙәнен таҙартырға ярҙам иткәне өсөн ДРСУ начальнигы Д.Ғ. Арслановҡа ла рәхмәтен белдерә.

Ташламалы хаҡҡа яҙыл!


Гәзитебеҙҙе уҡыусыларға һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ: 11 – 21 октябрҙә Бөтә Рәсәй подписка декадаһы үткәрелә. Ошо көндәрҙә үҙегеҙ яратып уҡыған гәзит-журналдарға 2013 йылдың тәүге ярты йыллығына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға була.

Ер эшкәртеү айлығы

Эштәрҙе тиҙләтеү мөһим


Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә районда 6142 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 2015 гектарҙа эшкәртелгән. Планда 19360 гектар булып, уның 42 проценты үтәлгән.
Туңға һөрөүҙә алдынғылар рәтендә Ленин исемендәге АХК (890 гектар), “Союз” ЯСЙ-һы (200 га), Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһы (147 га) тора. Шулай уҡ “Урал аръяғы” МТС-ы (1160 га), “Күлтабан” МУП-ы (550 га), “Баймаҡ-Новатор” (550 га), “Йылайыр” (530 га),  “Толпар” (520 га) ЯСЙ-лары, “Рассвет” АХК-һы (380 га),  “Баймаҡ” ҒПБ-һы (110 га) ла эште дәррәү алып бара.
Ер эшкәртеүҙе иһә “Баймаҡ-Новатор” (450 га), “Богачевка” (225 га), “Толпар” ЯСЙ-лары (220 га), “Баймаҡ” ҒПБ-һы (200 га), “Йылайыр” ЯСЙ-һы (200 га) уңышлы башҡара.
Шул уҡ мәлдә “Аҡморон”, “Таналыҡ”, “Октябрь” АХК-ларында ер эшкәртеүгә бөтөнләй тотонмағандар. “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Байҡара” хужалыҡтарында ла эш темпы түбән.

Тренерҙың олпат юбилейын ҡаршылап

Баймаҡ боксының “атаһы” К.Е. Сентюриндың 60 йәшенә арнап үҫмерҙәр араһында турнир башланды


К.Е. Сентюрин:
– Баймаҡ – бокс ҡалаһы. Быны ышанып әйтә алам. Үҙем әле Ҡаҙағстанда йәшәһәм дә мин башлаған эштең матур дауам итеүен күреү ҙур кинәнес тыуҙыра. Сер түгел, тренер эше ҡатмарлы, ауыр. Шулай ҙа спортсының уңышлы үҫешендә талант, эшһөйәрлек, ихтыяр көсө, йәмғиәт һәм тренерҙың эше ҙур роль уйнай. Шуға күрә лә Баймаҡта ла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәр үҫешә алыуына ҙур ышанысым бар.

Һайлау – 2012

Кандидаттар халыҡ менән осрашты


Әлеге мәлдә киләһе ялда уҙасаҡ һайлауға әҙерлек эштәре бара. Муниципаль район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар иһә үҙҙәре күрһәтелгән округтағы һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Кандидаттар һайлаусыларҙы үҙҙәренең һайлау алды программаһы менән таныштырыу, халыҡты борсоған һорауҙарҙы өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына


Баймаҡ ҡалаһы бөгөн яңырыу кисерә, тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, ҡаланың иҡтисади-социаль инфраструктураһында үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был тәңгәлдә киләсәктә лә ҙур саралар ҡаралған. Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин менән ҡалабыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында әңгәмәләштек.

«Бәхет хат»тары таратыла


Башҡортостан Республикаһына 2 миллиондан ашыу “Бәхет хат”ы килде, әлеге көндәрҙә уларҙы эйәләренә тапшырыу бара. Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды йыл да хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө тураһында мәғлүмәт бирә. Унда мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһындағы граждандың шәхси иҫәбенең торошо хәбәр ителә. Һәр белдереү ҡағыҙы шәхси иҫәптә күрһәтелгән адрес буйынса заказлы хат итеп ебәрелә.