10 янв. 2012 г.

Фекер

Оҙон булһын ғүмерең, ҡурайым!
Билдәле ҡурайсы, йырсы, фольклор йыйыусы һәм педагог Ғата Сөләймәнов 1912 йылдың 15 июнендә районыбыҙҙың 1-се Төркмән ауылында донъяға килгән. Уны БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, республикала ҡурай буйынса беренсе профессиональ педагог булараҡ беләбеҙ. Беҙ Башҡортостанға бик күп талант эйәләре биргән бай тарихлы ауылыбыҙҙан шундай арҙаҡлы шәхестең сығыуына ғорурланабыҙ.

Төркмән ауылында 1989 йылдан Ғата Сөләймәнов исемен йөрөткән музей эшләй, шулай уҡ ауылыбыҙ янындағы Туғажман тауына 1992 йылда Ҡурайға һәйкәл ҡуйылды. Тик шуныһы үкенесле, башҡорттоң иң боронғо музыка ҡоралы тарихта ғына ҡала кеүек. Ауылдарҙа үткән концерттарҙа, байрамдарҙа ҡурай моңо һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.
Мәктәп уҡыусылары өсөн үткәрелгән һәм Ғата Сөләймәновтың ижадына арналған кисәлә уҡыусыларға ҡурайҙа уйнап ишеттерерлек ҡурайсының табылмауы насар күренеш булды. Заманында ҡурайсыларға бик бай булған төбәктә, бөгөн бер генә малайҙың да был музыка ҡоралында уйнай белмәүе, әлбиттә, яҡшы түгелдер. Сағыштырһаҡ, Ғата Сөләймәнов 7 йәшендә ҡулына ҡурай алған.
Беҙҙең төбәктә был сәнғәт төрө алыҫ дәүерҙәрҙән быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Йәштәр оло ҡурайсыларҙан уйнау серҙәренә өйрәнгән. Элек ауылдарҙа оло быуын кешеләре клубтарҙа түңәрәктәр ойоштороп, милли музыка ҡоралыбыҙҙа һис юғында бер малайҙы, йә үҙенең улын өйрәтергә тейеш булған. Был ҡанун үтәлгән, шуға күрә ҡурайсылар бик күп булған.
Ҡурайға ҡуйылған һәйкәл төбәгебеҙҙән сыҡҡан талантлы һәм билдәле ҡурайсыларҙың күп, хатта ансамбленең булыуы тураһында һөйләй. Беҙгә бының менән ғорурланырға һәм тарих итеп кенә ҡалдырмаҫҡа, ә киреһенсә, ата-бабаларыбыҙҙың ҡиммәтле аманатын, һөнәрен дауам итергә ине.
Туғажманда үҫеп сыҡты,
Һәйкәл булып таҡыя ҡурайым,
Быуаттарға тиңдәш Туғажмандай,
Оҙон булһын ғүмерең, ҡурайым.
Был юлдарҙы яҙғанда “Ҡурай” һәйкәленең авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, халыҡ-ара Юнеско ойошмаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ Миҙхәт Байрамғолов ҡурай моңоноң тынмауын, онотолмауын теләгәндер.
Йәш быуынға шуны әйтер инем: үҙебеҙ йәшәгән Йәйәүле Мәхмүт, Ғата Сөләймәнов урамдарынан ғорур атлап йөрөр өсөн, әлбиттә, тарихыбыҙҙы белергә бурыслыбыҙ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ!
Баймаҡтағы Ғата Сөләймәнов исемен йөрөткән сәнғәт мәктәбенең филиалын ҡурайсының тыуған ауылында булдырыу кәрәктер, бәлки? Мөмкинлектәр ҙә юҡ түгел, ауылыбыҙҙағы ике ҡатлы мәҙәниәт йортонда бүлмәләр табыуы ҡыйынлыҡ килтермәҫ. Ҡурайҙа, баянда һ.б. музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр бик күп—өйрәтеүсеһе генә булһын. Һәр нәмәлә матди ҡыйынлыҡҡа һылтанһаҡ, тиҙҙән рухи ҡытлыҡ кисереүебеҙ ихтимал бит.
Быйыл Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл буласаҡ. Ошо оло сара айҡанлы Баймаҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сәнғәт мәктәбенең филиалын асырға ярҙам итһә, бик яҡшы булыр ине. Был осраҡта бик күп балалар матур шөғөл табасаҡ, яңы таланттар асыласаҡ.
Ф. ГУСЕЛЬНИКОВА,
Төркмән ауыл китапханасыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.