10 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Газ селтәре һуҙыла

Уҙған йылда “Газсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы ҡалала һәм ауылдарҙа газ селтәре төҙөлөшө буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Ҡаланың 20 урамында яңы селтәр барлыҡҡа килде. Бөгөн уларҙы йорттарға бүлеү эштәре дауам итә.

Юлдар ҡарҙан таҙартыла

Һуңғы һыуыҡтар ҡалалағы барлыҡ коммуналь хужалыҡтарҙы айырым режимда эшләргә мәжбүр итте. Бигерәк тә “Башкиравтодор” ААЙ-һының Баймаҡ ДРСУ-һы һәм “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы коллективтарына ҙур бурыстар һалына. Райондың иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр менән дә бәйләнеш булдырыр өсөн юлсыларға тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә.

Әбделкәримдәр гөрләп йәшәй

Әбделкәрим ауыл биләмәһе Рәсәй тарихы йылы һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре йылына ҡарата ауылдар араһында үҙешмәкәр художестволы смотр башланы. Уны Алғаҙы ауылы халҡы асты. Йәнбирҙиндар ғаиләһенең сығышы, Зилә Урманованың бейеүе, Сәлимә Урманова, Рәшит Мөхәмәтйәров, Таңһылыу һәм Рита Урмановаларҙың йырҙары дәррәү алҡыштарға күмелде.
Шулай уҡ Алғаҙы, Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе ауылдарының 40 йәштән олораҡтары өсөн спорт ярышы үтте. Волейболда йомаштар еңеү яулаһа, өҫтәл теннисында Ишбирҙенән Йәҙгәр Дәүләткилдин, шашкала Әбделкәримдән Ғилмитдин Юлдыбаев, ә инде гер күтәреү һәм армспортта Йомаштан Илфат Дәүләтбаев иң көслөһө булып танылды.
Лилиә ТАКАЕВА.

Мәүлит байрамы

Ишмөхәмәт ауылының “Нур-иман” мәсетендә Мәүлит байрамы үтте. Аяттар, мөнәжәттәр уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләй-һис-сәләмдең ғүмер тарихына байҡау яһалды. Был сарала ололар ҙа, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Тантана артабан аш-һыуҙан һығылып торған сәй табыны янында дауам итте.
Оло байрамды ойошторғандары өсөн ауылыбыҙҙың имам-хатибы Ғәйнислам Бейешевҡа, мәзин Сәфәрғәле Йәрмуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Асия Үлйәбаева, китапханасы.

Ололарҙы ҙурлап

Ярат ауылында ауыл биләмәһе советы, “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, мәктәп коллективтары ярҙамында күркәм саралар булып тора. Яңыраҡ улар 80 йәштән олораҡ ағинәйҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының эшенә отчет яһалып, баһа бирелде. Ошондай сараларҙы ойоштороуға күп көс һалған ауылдаштарыбыҙға ололар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
М. Мөхәмәтйәнов.

Саңғы юлы саҡыра!

11 февралдә Сибайҙың ҡала паркында күмәк халыҡ ҡатнашлығында XXX Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2012» саңғы ярыштары үтәсәк. Ул үҙенең күләме, ҡатнашыусылары менән илебеҙҙә ҡыш миҙгелендә үткәрелгән иң ҙур спорт сараһы булараҡ билдәле. Ярышта һәр кем ҡатнаша ала, сәғәт 12-лә башлана .


Иғтибар итегеҙ: «тура бәйләнеш»

10 февралдә муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан сираттағы «Тура бәйләнеш» ойошторола. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға Баймаҡ АТП-һы директоры Артыҡаев Ирек Фәйзулла улы (т. 2-26-36) һәм Баймаҡ автовокзалы директоры Кәйекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы (т. 2-25-93) яуап бирә.
Үрҙә күрһәтелгән телефон номерҙары буйынса көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.