13 февр. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Күңеле лә, ғүмере лә нурлы уның

Илебеҙ төрлө боролоштар кисереп, уҡытыусы һөнәренә ниндәй генә ҡараш булмаһын, был бөйөк исемде һәр саҡ юғары тотҡан кешеләр бихисап. Миңә, яңы ғына завуч булып эшләй башлаған йәш уҡытыусыға, тәжрибәле, көслө, үҙ предметын яҡшы белгән Разия Кирам ҡыҙы Хәсәнова менән эшләү бәхете тейҙе.
Тыуған илде, тәбиғәтте яратыу, кешелеклелек сифаты тәрбиәләүҙә, күңелдәрҙә иман нуры ҡабыҙыуҙа Разия Кирам ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Бар ғүмере буйына тормош иптәше Әхмәҙулла Хәйривара улы менән районыбыҙҙың мәктәптәрендә эшләне улар. 
 
Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡарашлы, бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Разия Кирам ҡыҙын уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа берҙәй хөрмәт иттек. Кәрешкә ауылында башланғыс мәктәп урынында үҫеп сыҡҡан ҙур урта мәктәптә Разия Кирам ҡыҙы 2 йыл эсендә “Икмәк” музейы булдырҙы, эксперименталь математика майҙансығы эшләй башланы. Мин уның менән көслө математика уҡытыусыһы булараҡ ҡына түгел, ә яҡшы кешеләр тураһында яҙған мәҡәләләрен уҡып та һоҡлана инем.

Разия Кирам ҡыҙы ғүмер буйына тормош иптәшенә терәк-таяныс, кәңәшсе була белде. Әхмәҙулла Хәйривара улы I Этҡол, Кәрешкә, Муллаҡай ауылдарында матур белем усаҡтары төҙөүгә иреште. Уның бар изге эштәрендә Разия Кирам ҡыҙы тоғро ярҙамсыһы ине.
Ғүмер буйы ижади эшләгән уҡытыусы үҙе уҡытҡан 7 фән кандидаты һәм докторҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Разия Кирам ҡыҙы СССР-ҙың белем биреү комитетының Маҡтау ҡағыҙы, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Разия Хәсәнова – һоҡланғыс әсә лә. Әхмәҙулла Хәйривара улы менән улар ике ҡыҙ һәм ике улдарына тейешле тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Балаларының һәр береһе был тормошта урынын табып, тыуған төйәгебеҙҙең үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Ғайса – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Сибайҙағы 24-се һөнәрселек лицейы директоры, Ғаяз – философия фәндәре кандидаты, Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеген етәкләй, Рәзилә – Баймаҡ йәш техниктар станцияһы директоры, Нурзилә – Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә эшләй.
Йылдар уҙған һайын артҡа йышыраҡ әйләнеп ҡарайһың, үткән юлдарыңды, һалған эҙҙәреңде баһалайһың. Уҡыусыларың бүләк иткән гөлләмәләрҙе юлда осраған инәй-олатайҙарға тарата-тарата өйөңә ҡайтҡан кеүек, ғүмер юлдарынан барғанда, күңел нурҙарын һибеп үҫтергән ҡабатланмаҫ сәскәләр төҫлө уҡыусыларыңды ер йөҙөндә барлай-барлай йәшә лә йәшә әле, Разия Кирам ҡыҙы!
Матур ДӘҮЛӘТБАЕВА,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.