1 мар. 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында СССР дәүләтенең бар ҡитға халыҡтарын фашист баҫҡынсыларынан һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығын донъя халыҡтары әле лә онотмай.
Ошо изге һуғышта Башҡортостан ерендә төҙөлгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының азатлыҡ яуында күрһәткән ҡаһарманлығы менән бер рәттән еңеүгә индергән өлөшө, биргән ҡорбандары халыҡтар тарихында мәңгелеккә һаҡланасаҡ.

Герой исеменә лайыҡлы!

Дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың данлы һәм шанлы исеме халыҡтар телендә һәм күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған һәм шулай һаҡланасаҡ. Азатлыҡ өсөн көрәштә, яу ҡырында, 44 йәше лә тулмаған геройыбыҙҙың вафатына 2012 йылдың 23 февралендә 69 йыл тулды.

Әлеге көнгә ҡәҙәр генерал- майор М.Шайморатовҡа Герой исемен бирмәүҙе ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Шуға ла бергәләп оран һалырға ваҡыт! 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия кавдивизияһы тип исеме үҙгәртелһә лә, есеме бар бит!

Бөгөн халҡыбыҙҙың легендар 112-се Башҡорт кавдивизияһының байрағын II дәрәжә Кутузов ордены, Ленин, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов ордендары биҙәй һәм «Гвардия» исемен йөрөтә.
Дим станцияһында, хәрби әҙерлек ваҡытында 5,5 мең офицер һәм ябай һалдаттың М.Шайморатов етәкселегендә патриотик рухта тәрбиәләнеүе һәм физик яҡтан сынығыуы, аҙаҡтан бер дивизия эсенән 78 Советтар Союзы Геройы, 5 Дан орденының тулы кавалеры сығыуы, 3860 һалдат һәм офицерҙың төрлө дәрәжәләге орден-миҙалдарға лайыҡ булыуы генерал-майор М.Шайморатовтың хәрби хеҙмәт емеше икәнлеген бөтә халыҡ аңлай.
Миңлеғәле Шайморатов хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында 1899 йылдың 15 авгусында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ике апаһы, ике ағаһына ҡуш булып, Нәжибә һәм Минһажетдин Шайморатовтар ғаиләһендә кинйә бала була ул.
Уның бала сағы башҡаларҙыҡы кеүек йәй көндәре урамдың бер осонан икенсе осона ҡәҙәр сәкән һуғып, ҡыш көндәре ҡар нығытмалары яһап, ауыл малайҙары менән һуғыш уйынында үтә. Мәктәптә Миңлеғәле тырышып уҡый, һабаҡташтарына ярҙам итә.
Ләкин шаян бала саҡ оҙаҡҡа бармай. Тәүҙә әсәнән, күп тә үтмәй атанан ҡалғас, үкһеҙ етемгә кесе йәштән йән аҫрау өсөн күп ауырлыҡтар, ғазаптар кисерергә тура килә.
14 йәшендә Булгаков тирмәненә йөк ташыусы булып эшкә төшә. Миңлеғәле дүрт ботлоҡ тоҡтағы игенде туп шикелле күтәреп һелтәй алған. Ике йылдан Өфөгә килеп пристангә эшкә урынлаша.
Шуны әйтергә кәрәк – буласаҡ генерал һабантуйҙарҙа көрәштә берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәгән. Данлыҡлы көрәшсе Серсен исемле ҡаҙаҡты еңгәне өсөн Миңлеғәлегә күптәнге хыялын – тальян гармун бүләк итәләр.
Пристандә йәшәү шарттары насар, эштәр ауыр – урман ҡырҡалар, һал ағыҙалар. Шул ваҡытта тәүге мәртәбә «Ленин», «революция», «восстание» тигән һүҙҙәр ишетелә. Революция башланып, 1918 йылдың йәйендә Колчак ғәскәре Өфөнө баҫып алғас, йәше еткән егеттәрҙе Колчак, Дутов армияға йыя башлай. Шайморатов иптәштәре менән Чесноковка ҡасабаһында йәшенеп ҡала.
Ҡыҙылдар килгәс, Миңлеғәле Блюхер көстәренә ҡушыла. Совет Армияһы сафында арымай-талмай көрәшә.
Генерал Шайморатов Бөйөк Ватан һуғышындағы рейд мәлендәге һуңғы көндәрендә үҙенә тапшырылған яугирҙарҙың ғүмере бигерәк аяныслы бөтәсәген алдан һиҙемләй. Дивизия байрағын һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы егете Баҡый Вәлиевҡа 30 һалдат бирә һәм тылға алып сығыу бурысын ҡуя.
Баҡый Вәлиев 1943 йылдың 24 февралендә һалдаттары менән рейдтан сығып, яңы һайланған дивизия командиры генерал-майор Г.А. Беловҡа байраҡты тапшыра. Өҫтөндәге гимнастеркаһын сисеп, күкрәгенә уралған байрағын тағатып биргәс, Белов байраҡты үбеп ала. Баҡый Вәлиев взвод командиры, оҫта ҡурайсы, снайпер, фин һуғышында дан ҡаҙанған яугир була.
8-се кавалерия корпусы командиры генерал-майор М.Борисовтың иҫерек килеш, обстановканы аңламайынса, разведка күҙәтеүенән алда наган тотоп янап, приказ үтәргә ҡушыуы генерал-майор Шайморатовтың һәләк булыуына килтерә. Ул 7 һалдат менән бөтә дивизияны һаҡлап алып ҡала. Ул үлгәндән һуң да имеш-мимеш, «генерал Шайморатов үлмәгән, пленға эләккән, хәбәрһеҙ юғалған» тигән ялған хәбәр тарала.
23 февраль көнө булған ҡыйралышта 4 генерал үлә. Аҙаҡтан өсәүһенең мәйете табыла, дүртенсеһенеке – юҡ. Генерал-майор М.Борисов үҙе тотҡонға эләгә.
Дивизия байрағын Шайморатов алып киткән, юҡ ул тигән хәбәр ялған һүҙ. Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы Мәскәүҙәге Хәрби Дан архив музейында һаҡлана. М.Шайморатовтың ерләнгән урыны ла билдәле, ҡәбере лә табылған.
Геройҙың Литвала йәшәгән ҡатыны Ольга Павловна Родина ире исеменән пенсия юллағанда, төп хәрби архивтан эҙләп табып, “генерал Шайморатов Кировоград янындағы Чернухино станцияһы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була һәм Дебальцево ауылында ерләнә”, тип яҙып бирәләр.
1965 йылдың 9 майында, Еңеүҙең 20 йыллығын киң билдәләгән мәлдә, Миңлеғәле Шайморатовҡа ныҡ оҡшап торған ҡыҙы атаһының тыуып үҫкән еренә килеп ҡайта. Биштәкә уға бик оҡшай. Аҙаҡтан ауылдың исеме Шайморатов тип үҙгәртелә.
Йомғаҡлап әйткәндә, мин генерал-майор Шайморатовтың бөйөк данын ҡайтарыу, уға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыуҙы хуплайым. Башҡаларҙың да был изге эштә – “Комдив Шайморатов. Геройҙың әйләнеп ҡайтыуы” акцияһында әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйем.
Сәлимйән Вәлиев,
РФ-ның мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, урындағы “Атайсал” клубы рәйесе.
Ҡултамғалар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында ошо адрес буйынса: 450095, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27. тел. (347)227-52-02 һәм 227-47-57 ҡабул ителә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.