1 мар. 2012 г.

Һайлау

Донъя сәйәсәте хаҡында

Московский комсомолец” гәзитенең дүшәмбе һанында Владимир Путиндың “Рәсәй һәм үҙгәреүсән донъя” тип аталған сираттағы мәҡәләһе донъя күрҙе. Унда РФ Президенты вазифаһына кандидат төп иғтибарҙы илебеҙҙең АҠШ һәм НАТО менән мөнәсәбәттәренә йүнәлтә. Автор фекеренсә, уларҙың үҙ-үҙен тотошо заманса үҫеш логикаһына тап килмәй. Мәҫәлән, Европала ПРО системаһын булдырыу донъяла тотороҡһоҙлоҡ тыуҙыра һәм Рәсәйҙең хәүефһеҙлеге тураһында ла уйланырға мәжбүр итә. Владимир Путин ракеталарға ҡаршы оборона булдырыу темаһы тап Вашингтон менән мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай, тип иҫәпләй.
НАТО-ның үҙенә хас булмаған “обороналаусы альянс” булырға маташыуын беләбеҙ. Беҙ уларҙың гуманитар операциялары ҡорбандары хаҡында ла онотмайбыҙ. Был альянс менән Америка Ҡушма Штаттарының хәүефһеҙлек тураһындағы фекерҙәре беҙҙекенән бөтөнләй айырыла.
Эске конфликттарға тыштан ҡыҫылыу донъялағы хәл-торошто тағы ла ҡатмарландырҙы. Ливия миҫалында быны асыҡ күрәбеҙ. Уның Сүриәгә ҡарата ла ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡ-ара берлек иң тәү сиратта әлеге илдә тыныслыҡ, үҙ-ара килешеү булдырыуға йүнәлтелергә тейеш. Иң мөһиме – оло граждандар һуғышы сығыуға ҡамасауларға. Бөгөн Рәсәй менән Ҡытай, БМО резолюцияһына ҡаршы төшөп, тап ошо хаҡта уйлап эш итә. Ә башҡаларҙың, Сүриәлә Ливия сценарийын ҡабатларға маташыусыларҙың, беҙҙең был аҙымды күреп, йәндәре көйҙө.
Дөйөм алғанда, ғәрәп илдәрендәге түңкәрелештәрҙән фәһем алырға була. Ваҡиғалар демократияны көс ысулдары менән урынлаштырырға маташыуҙың кире эҙемтәһен күрһәтә. Әллә ҡайҙан экстремистик көстәр барлыҡҡа килеп, илдәрҙең тотош үҫешен үҙгәртмәксе. Рәсәй урталыҡта торған ислам вәкилдәре менән һәр ваҡыт яҡшы бәйләнештә булды. Бөгөн дә сәйәси, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытырға әҙербеҙ. Әле төп иғтибар үҙәгендә – Иран. Беҙҙең илде уға ҡаршы һуғыш башлау ихтималлығы хәүефләндерә”, – тип яҙа В.Путин.
Мәҡәләлә Төньяҡ Кореяның ядро проблемаһы буйынса ла етди хәл-торош булыуы телгә алына. Күршеләрҙе һайлап алмайҙар тигән кеүек, Рәсәй был ил менән бәйләнеште тыныс шарттарҙа нығытыу яҡлы.
Премьер-министрҙың мәҡәләһендә эре һәм көслөләр иҫәбендә торған Ҡытайҙың үҫеше тураһындағы фекерҙәре лә ярайһы ғына урын биләй. Был юҫыҡта мөнәсәбәттәр тыныс ҡына булһа ла, үҙ-ара инвестицияларҙың кимәле түбән, тауар әйләнеше структураһы тирәләй эшләйһе эштәр бар, шулай уҡ беҙгә Ҡытайҙан миграция ағымын да күҙәтеп барырға кәрәк. Беҙҙең ил менән байтаҡтан дуҫлыҡта йәшәгән Һиндостандың йылдам үҫешенән дә файҙа алырға була.
Әлбиттә, Рәсәй Азия илдәре менән генә түгел, ә Европа менән дә яҡшы бәйләнештәр урынлаштырыу яҡлы. Ватандаштарҙың күбеһе үҙен Европа кешеһе тип тә һанай, сөнки илдең бер өлөшө Европаға инә. Тап шуның өсөн дә Рәсәй Атлантиканан Тымыҡ океанғаса “Европа союзы” тип аталған берҙәм иҡтисади һәм кешелек берлеген төҙөргә тәҡдим итә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙе объектив баһалау өсөн, беҙҙә халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Былар – “Ҙур егерме” һәм “Ҙур һигеҙ” илдәренең саммиты, Ҡаҙанда Универсиада, 2014 йылда Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары, 2016, 2018 йылдарҙа донъя буйынса хоккей һәм футбол чемпионаттары.
Рәсәй артабан да донъя сәйәсәтендә үҙенең именлеген һәм милли мәнфәғәтен әүҙем конструктив рәүештә тәьмин итергә ниәтләнә. Беҙ һәр сит ил партнеры менән эшлекле һәм ике яҡҡа ла уңай шарттарҙа хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Уларҙы аңларға, мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға ынтылабыҙ, шул уҡ ваҡытта беҙҙең мәнфәғәттәрҙе лә ихтирам итеүҙәрен һорайбыҙ”, – тип тамамлана мәҡәлә.
С. Фәритова.
(Интернет мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.